+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 11:15

Килә шофер, елә шофер, руле төшмәй ҡулынан...

Красноусол ауылынан Рәмил Әмир улы Шәмсетдинов та Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөн лайыҡлы ҡаршылай. Ул “Башавтотранс” йәмғиәтенең Красноусол филиалында автобус водителе булып эшләп, районыбыҙ ауылдарын иңләп буйлаһа, бөгөн Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы автопредприятиеһын-да “Лацио” автобусы руле артында республикабыҙ, сит төбәктәр район-ҡалалары халҡын хеҙмәтләндерә.

Тамырҙары Ғафуриҙан булған Рәмил Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫә. Ғаилә хәле буйынса Красноусолға күсеп ҡайтҡас (атаһы Әмир Зиннәт улы - районыбыҙ кешеһе), бындағы 2-се мәктәпкә уҡырға төшөп, 10-сы класты тамамлай. Һәр бер малайға хас булғанса, техникаға тартылып, уҡыу менән бер рәттән УПК-ла шофер һөнәрен үҙләштергән егет мәктәптән водитель таныҡлығы ла алып сыға. Һөнәре булғас, ҡайҙалыр бәхет эҙләп сығып китеү, бүтән белем алыуҙы уйламай, Красноусол быяла заводына автомашиналар ремонтлау буйынса слесарь булып тәүге хеҙмәт юлын башлай. Һалдат сафына баҫып, ике йыл Белоруссияла Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәтен тултырып ҡайта. Быяла заводындағы эшен водитель булып дауам итә, йөктәр ташый.

Үҙ һөнәрен ҙур яуаплылыҡ, намыҫ менән башҡарған Рәмил 1991 йылда “Башавтотранс” ДУП-ының Красноусол автотранспорт предприятиеһы филиалына эшкә күсеп, автобус руле артына ултыра. Бөгөнгө көндә иһә Өфөләге “УПАП-3”-тә хеҙмәт юлын дауам итә. Автомобиль-автобус рулдәре артындағы 30 йылдан ашыу ғүмер эсендә водитель күпме саҡрым юл үткән дә, күпме пассажирҙы хеҙмәтләндергән, ул үҙе генә беләлер. Ошо арауыҡта халыҡҡа ҙур яуаплылыҡ талап иткән хеҙмәт күрһәтеүҙән тыш, Рәмил Әмир улына ниндәй генә төбәктәрҙә, хатта ҡыҙыу нөктәләрҙә командировкала булыр-ға тура килә, йәғни бер нисә йыл рәттән Чечен Республикаһында конституцион тәртип булдырыу буйынса республикабыҙ милицияһы ҡораллы отрядтарын алып барыуҙы тап уға ышанып тапшырыуҙары күп нәмә тураһында һөйләй. Шулай уҡ Ҡырымға гуманитар рейс яһай, республиканың концерт бригадаларын алып бара. Был хаҡта Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һөйләй. Утлы нөктәләргә рейстарҙа ҡатнашҡаны өсөн БР Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булһа, 2015 йылда Ҡырым Республикаһының Белогорск районына шефлыҡ ярҙамы күрһәтеүгә ҙур өлөш индергәне һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн БР-ҙың Маҡтау грамотаһы, “Башавтотранс” ДУП-ының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Р. Шәмсетдинов “Башавтотранс” предприятиеһы тәҡдиме буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшы” Интернет-конкурсында ҡатнаша, әле тауыш йыйыу бара, һөҙөмтәләре тиҙҙән барланасаҡ.

Р. Шәмсетдинов эшендә генә түгел, тормошта ла тырыш, һәйбәт ғаилә башлығы, яратҡан атай, күптән түгел олатай булды. Ҡатыны Зарема Мәхмүт ҡыҙы менән 34 йыл татыулыҡта, матур ғүмер кисереп, ике ҡыҙ – Регина менән Алинаны тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өфөлә шәфҡәт туташы булып эшләгән Регина тормош ҡороп, күптән түгел ҡыҙ тапты һәм ата-әсәһен олатай-өләсәй булыу бәхетен татытты.

Еңел булмаған эшендә талсығып китеп, унан бер аҙ бушаған арала Рәмил Әмир улы күңеленә ял бирерҙәй атай-олатайҙары кәсебенә тотона - бал ҡорттары ҡарай. Икеһенән дә кинәнес, ҡәнәғәтлек таба ул...


Читайте нас: