Осрашыуға килеүселәрҙең 1-се класҡа уҡырға төшөүҙәренә - 60, ә урта мәктәпте тамамлауҙарына 50 йыл, ысынлап та, элекке уҡыусыларҙың алтын юбилейҙары икән. Күп кенә класташтары һәм уҡытыусылары ҡатнаша алмаһа ла осрашыу бик күңелле, хәтирәләргә бай булды. Үткәндәрҙе, мәктәп, балалыҡ йылдарынан алып үҫмер йәшкәсә хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөү үҙе бер тарих бит инде.
Мин дә, уларҙың класс етәксеһе булараҡ, үҙемсә уйланып, анализ биреп ултырҙым. Урта мәктәпте Ҡауарҙынан һәм күрше Аҡташ, Һабай, Убалар ауыл-
дарынан йөрөп уҡыған 29 уҡыусы тамамлаған. Улар араһынан алтауһы уҡытыусы, дүртәүһе медицина хеҙмәткәре (береһе – табип), береһе инженер, һатыусы һөнәренә эйә булғандар, эшсе һөнәрен алғандар завод-фабрикаларҙа һәм ауылда йәшәп, алдынғылар рәтендә колхозда эшләгәндәр. Шуныһы һөйөнөслө, барыһы ла лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, 40 йыл һәм унан күберәк стажға эйә булып, хаҡлы ялға сыҡҡандар, күптәре “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡтар. Уларҙың һәр береһе, өлгәшкән уңыштары һәм күрһәткән хеҙмәттәре тураһында яҙырға булыр ине, әммә гәзит битендә урын етмәҫ. Бер нисәүһенә генә туҡталып үтәм.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Минисара Зәйнетдин ҡыҙы Шәрипова (Балтаева) күптәргә абруйлы педагог булараҡ таныш, уҡыусылары биология буйынса төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа уңыштарға өлгәшкәне, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, араларында бихисаптарының фән юлынан киткәне билдәле. Ул күрһәткән хеҙмәттәре өсөн РФ Президенты грантына һәм “Рәсәй мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды, исем-шәрифе “Рәсәйҙең алдынғы уҡытыусылары” йыйынтығына индерелгән.
Класташтарҙың береһе – Гөлнура Ғөбәй ҡыҙы Юлдашеваны ла (Ҡадирова) районда белмәгән кеше һирәктер. Ул ғүмеренең 43 йылын районыбыҙҙың медицина системаһында, һуңғы тиҫтә йылдан артығырағын ЭКГ кабинетында эшләп, хаҡлы ялға туҡтаны. Уның да Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына, район кимәлендәге грамоталарға, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булыуы билдәле.
Ошондай уҡ маҡтау һүҙҙәрен хеҙмәт йылдарының күбеһен үҙебеҙҙә эшләгән Хәмиә Әхмәҙиә ҡыҙы Ҡалмырҙина (Аҡҡөбәкова) хаҡында ла әйтеп була.
Тағы ла бер уҡытыусы - физкультура һәм туризм буйынса юғары спорт категориялы уҡыусылар тәрбиәләгән Ғәббәс Хөсәйен улы Дәүләтбаевтың уңыштары менән ғорурланмай булмай. Ул саңғы һәм туризм буйынса өс спорт мастеры тәрбиәләгән, бер нисә тиҫтә юғары разрядлы саңғысылар, физкультура уҡытыусылары үҫтергән. Уҡытыусы ”Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы тренеры” тигән маҡтаулы исемдәргә һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды. Ә Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Ошондай уҡытыусы-тренерҙың үҙебеҙҙең мәктәптә эшләмәүе генә бик үкенесле, күрше Архангел районы мәктәбендә хеҙмәт юлы үтте.
Әлмира Шәрипова Өфөлә музейҙар системаһында оҙаҡ йылдар эшләп, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булып, хаҡлы ялға китте.
Колхозда, мәктәптә һәм башҡа урындарҙа намыҫлы эшләгәндәр күптәр, улар араһында фән эшмәкәрҙәре булмаһа ла, балаларының фән юлынан китеүе лә һөйөнөслө. Бына Әсмә һәм Рәшит Әбелғужиндарҙың улдары - иҡтисад, ҡыҙҙары медицина буйынса фән кандидаттары. Улдары күптән түгел Бөрө ҡалаһы башлығы урынбаҫары булып эш башланы. Әминә менән Тимерйән Әбдрәшитовтарҙың бер ҡыҙы иҡтисад фәндәре кандидаты. Стәрлетамаҡ пединститутының физика-математика факультетын тамамлаған Миңзилә менән Даян Ситдиҡовтарҙың кесе улдары ошо көндәрҙә генә физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһен яҡлаған.
29 сығарылыш уҡыусыһының (бер кластан) балаларының дүртәүһе ғилми дәрәжәгә эйә булыуы бик яҡшы күрһәткес бит ул.
Элекке уҡыусыларыбыҙ хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып баралар. Эшләп йөрөгәндәре лә бар, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡандары ла етерлек. Осрашыуға килә алмағандар исемлегендә вафат булған уҡытыусылар, уҡыусылар ҙа бар.
Яраҡлаштырылған ике-өс бүлмәле биналарҙан торған, утын менән йылытылған элекке ағас мәктәпкә бөтәһе лә рәхмәт әйтте. Уларҙың бигерәк тә: “Беҙҙе көслө уҡытыусылар уҡытты”, - тигән һүҙҙәре күңелгә май булып яғылды. Ысынлап та, бөтә уҡытыусылар ҙа ваҡыт менән иҫәпләшмәй, икешәр смена, хатта күберәк эшләй инек шул. Түләү-түләмәүҙе иҫәпкә лә алмайынса төрлө түңәрәктәр, факультативтар, өҫтәлмә дәрестәр, консультациялар, үҙешмәкәрлек алып барыуҙар. Уҡытыусыларҙы көслө тип, ихтирамлы һөйөү менән иҫкә алыуҙары өсөн мин дә элекке уҡытыусылар исеменән 50 йыллыҡ алтын юбилейҙарын билдәләүсе сығарылышҡа рәхмәттәр еткерәм.
Уҡыусыларыбыҙҙың барыһының да матур итеп башҡортса һөйләшеп аралашыуҙары ла, хәҙерге мәктәпкә, ауылға матур ҡараштары ла тәртипле, иманлы уҡыусылар тәрбиәләүебеҙҙе иҫбатлай. Матур иҫтәлектәр, хәтирәләр, тәьҫораттар, бер-береһенең уңыштары менән шатланышып, киләсәккә уңыштар теләп таралышты хөрмәтле юбилярҙар.
ветерандар советы рәйесе.