Театр – күмәк көс менән башҡарылған хеҙмәт. Сәхнәлә өс тиҫтәгә яҡын һәүәҫкәр артист йәлеп ителеп сығыш яһауы ла маҡтауға лайыҡ. Актерҙар үҙҙәренең образдарын килешле кейемдәр, төҫ-ҡиәфәт, кисерештәр аша асыҡ итеп күрһәтте. Бында төп ролдә уйнаусыны атап ҡына әйтеп тә булмай, барыһы ла үҙ ролен оҫта башҡарып тамашасы күңелен әсир итә.
Тамаша ноҡот һалыусы Ғиҙелбанат әбейҙең (Хөснә Заһиҙуллина) Мәндем йылғаһы ярында уйланып ултырыуы менән башланып китте. Таяҡҡа таянған Мортаза бабай (Флүр Фәхриев) шул тирәлә төрлө мәҙәктәр һөйләп йөрөй. Ул бөтә яҡлап та килештереп уйнай, сәхнәнән ситкә киткәндә лә күҙҙәр уның ҡабаттан тиҙерәк сығыуын көтә. Әхмәди бай ауыл кешеләренән таш сығарттырып, үҙе баҙарҙа һатып байыусы, уның ҡатыны Факиһа байбисә иренә күнеп йәшәүсе, ҡыҙҙары өсөн борсолоусы. Әхмәди ҡолаҡайы юғалғас ныҡ борсола. Ул теге Аласабыр нәҫеленән булманымы икән тип уйлана. Аласабырҙы бер ҡаҙаҡҡа, алтынына алданып, һатып ебәрә алама Зөлҡәрнәй. Шунан йылҡы ҡото башҡорттан китә, ҡаҙаҡ далаһына күсә. Әммә һынсыл ҡарттар әйтеп ҡалдыра – Иҙел буйында Аласабырҙан да шәберәк бер юртаҡ тыуасаҡ. Шул юртаҡтың ҡәҙерен белһәләр, йылҡы ҡото кире ҡайтыр тиҙәр. Бына ошондай тарих, ғәжәйеп риүәйәт йәшәй Ҡаранйылға менән Өйә һыуҙары Мәндем йылғаһына ҡушылған төбәктә. Йырлы-моңло, мөхәббәтле-ғибрәтле, һағышлы ла шатлыҡлы тарих. Аласабыр кеүек толпарҙар – башҡорт иленең бер ҡото, бер-береһен тапҡан йәш йөрәктәр – был ерҙең бәхете. Ошондай ҡотҡа ҡойоноп, ошондай саф мөхәббәткә табынып йәшәгән Сәйетбаба халҡы. Был тамаша Сәйетбаба ауылы тарихында онотолмаҫ-юйылмаҫ эҙ ҡалдырған арҙаҡлы ата-бабаларыбыҙҙың яҡты рухына бағышлана, беҙгә йәшәү дәрте һәм тормош һабаҡтары биргән яҡташтарыбыҙға арнала. Был тамаша һуңында Аласабыр ҡайта, был тирәгә ҡот ҡайта, нурға күмелә.
Әхмәди (Фәнүр Фәхриев), Факиһа (Рәсилә Ишморатова) ролендә уйнаусылар, әйтерһең, ғүмер буйы ошо ролдә йәшәгәндәр, көр тауыштары, килештереп уйнауҙары менән хайран итте. Сөнәғәттең ағаһы Кәлимулла (Хөрмәтулла Байбулдин) менән еңгәһе Сәлиха (Рәүилә Лоҡманова), Мулла ролендә ауылдың абруйлы аҡһаҡалы Сәлих Рахманғолов үҙҙәре булып уйнайҙар тиерһең, шул тиклем ысын, барыһы ла тормошсан килеп сыға. Йәштәр Фатима (Гәүһәр Байбулдина) менән Сөнәғәт (Асфат Юлбарисов), 14 йәшлек Фәйрүза (Рәйлә Сабитова) менән бай егет Талха (Илнар Ишемйәров) тамашасыларҙы мөхәббәт, тоғролоҡ кеүек мәңгелек хистәр ҡосағына сорнап, йәшлектең матур сағына “алып ҡайталар”. Шундай һәләтле, йөҙөп эшләр йәш артистарыбыҙ булыуы ҡыуаныс.
Спектаклде Илһам Байбулдин музыкаль яҡтан бик оҫта биҙәгән. Ул ижад иткән “Аласабыр” көйөндә лә ҙур хеҙмәт ята. Үҙ режиссерҙары Рәүилә Юлбарисова ла маҡтауға лайыҡ.
Ролдәр үҙ эйәләрен табып ҡына ҡалмаған, билдәле актерҙарҙың һоҡланғыс образдар тыуҙырыуын шаҡ ҡатып ҡарап ултырған кеүек, “Аласабыр менеп кил, йәнем!”дә уйнаусыларҙы ла былар ысын “театр артистары” тип әйтеп ҡуяһың. Сәрүәр Сурина әйтмешләй, һәләтлеләр күп булған Сәйетбаба төбәгендә ошо йүнәлештә халыҡсан бер башҡорт театры булдырыу ҙа кәрәктер, бәлки. Сөнки, сәхнәлә ир-егеттәргә күп ерҙә ҡытлыҡ кисерелһә, бында сәхнәне саҡ аңлай башлаған үҫмерҙән башлап 80-де үткән ил ағаһына тиклем актер булып тыуғандай уйнауы һоҡланырлыҡ.