Фестивалдә Хәйбулла, Күгәрсен, Стәрлебаш, Ейәнсура, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Миәкә, Федоровка райондарынан, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 500-гә яҡын бала ҡатнашты. Балалар ижады коллективтарының 42-һе хореография, 52-һе вокал номинацияһы буйынса сәхнәгә сыҡты.
Балалар сығышы күмәкләп флеш-моб бейеүе менән башланды. Беҙҙекеләр беренсе булып сығыш яһап, Стәрлебаш сәхнәһендә лә уңышлы бейенеләр. “Төлкәҫ” бейеү коллективының “Ғафури таҡмаҡтары”, “Күңелле осрашыу” бейеүҙәрен тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Жюри ағзалары еңеүселәре баһалағансы балалар күңелле дискотекала бейеп рәхәтләнделәр. Һөҙөмтәлә, “Төлкәҫ”тәр (етәкселәре Айгөл Буранова) I дәрәжә диплом менән бүләкләнделәр. Өлгәшелгән, ирешелгән уңыштар өсөн етәксебеҙ Айгөл Фәрит ҡыҙы Бурановаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Яңы тәьҫораттар, дәрт һәм дарман алып ҡайтҡан өлгөлө бейеү коллективын еңеүҙәре менән ҡотлап, уңыштар теләп ҡалабыҙ.