+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2019, 18:01

Бурлы мәктәбендә - "Этношәмбе"

Билдәле булыуынса, быйылғы уҡыу йылынан төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров тәҡдиме менән республиканың бөтә мәктәптәре лә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте. Дәрестәрҙән бушап ҡалған шәмбе көндәрендә төрлө темаларға арналған күләмле саралар үткәрелә. 19 октябрь район мәктәптәрендә “Этношәмбе” билдәһе менән үтте.

Был сара – төбәктә йәшәүсе милләт вәкилдәренең мәҙәниәте, көнкүреше, этнографияһына арналған фестиваль. Уның программаһы – төрлө мәҙәни һәм социаль күренештәрҙең берҙәм булып ҡушылыуы.

Бурлы урта мәктәбе лә сараны бик үҙенсәлекле итеп, киң форматта уҙғарып ебәрҙе. Был көндө уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа дәртләнешеп мәктәпкә килде. Араларында милли кейем кейгән, милли биҙәүестәр таҡҡан уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы осратырға мөмкин ине. Мәктәпкә инеү менән ҡурай, гармун, баян көйҙәре ағылып тора, ҡайҙалыр ҡумыҙ сирткән тауыштар ишетелеп ҡала, залда төрлө ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторолған.

Сараның беренсе өлөшөн тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова асып ебәрҙе. Артабан мәктәп директоры Марат Раил улы Басиров барлыҡ уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап үтте. Бындай сараларҙың үткәрелеүе киләсәк быуын өсөн ни тиклем әһәмиәтле икәнен һөйләп, артабан һүҙҙе килгән ҡунаҡтарға бирҙе. Байрамды Яугилде ауылы ағинәйҙәре Мөнәжәт әйтеп дауам итте.

Артабан сәхнә түренә Бурлы ауылының аҡһаҡалы, оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә физика фәнен уҡытҡан, алыштырғыһыҙ ауыл старостаһы, оҫта гармунсы Ғабдулла Шафиҡ улы Абдрахманов саҡырылды. Ул иң тәүҙә үҙенең ҡәҙерләп кенә һаҡлап йөрөткән музыка ҡоралдарына бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Артабан һүҙ менән әйтеп бөтөрә алмаған хис-тойғоларын үҙенең тальян гармунында, Баҡалы районынан алып ҡайтҡан "Хромка"һында моңло көйҙәргә һалып ишеттерҙе.

Байрамға талантлы атайҙар ҙа саҡырылғайны. Ҡормантау ауылынан биш бала атаһы, профессиональ баянсы Илнур Табынғолов, Яугилденән шулай уҡ биш бала атаһы, оҫта ҡурайсы Рәмзил Мусин. Улар дәртле һәм күңелдәрҙе арбай торған башҡорт, татар бейеү көйҙәре менән онотолмаҫ байрам мөхитен булдырҙы һәм тамашасыларға бик күп йылы тәьҫораттар бүләк итте.

Шундай оҫта ҡурайсы менән гармунсы булғанда ниндәй йырсы түҙеп ултырһын инде? Уҡытыусыларыбыҙ араһында ла йыр-моңға маһирҙар бик күп. Халыҡ йырҙарын яратып башҡарған уҡытыусы Айгөл Әхнәф ҡыҙы ҡурай һәм баянға ҡушылып башҡорт халыҡ йыры "Туратты" йырлап ишеттерҙе.

Артабан сәхнә түренә ҡумыҙ сыңы ағылды. Был боронғо музыка ҡоралында башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Зөлфәр ҡыҙы менән ветеран уҡытыусы Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы уйнап күрһәтте.

Байрамдың беренсе өлөшөн аҡ яулыҡлы, йөҙҙәренән нур бөркөлөп торған, күҙҙең яуын алырҙай милли кейемдәрҙәге Ерек ауылы ағинәйҙәренең сығышы йомғаҡлап ҡуйҙы.

"Этношәмбе"нең икенсе өлөшө төрлө йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүгә ҡоролғайны. "Халыҡ бейеүҙәре" - Әлфиә Сәлимйәнова, "Халыҡ йырҙары" - Айгөл Тоҡомбәтова, "Милли ризыҡтар"-Ләлә Вәлиева, Резеда Ғәбиҙуллина, Резеда Ишмөхәмәтова, "Милли биҙәүестәр"- Ерек ағинәйҙәре, "Өләсәйем ҡурсаҡтары" - Яугилде ағинәйҙәре, "Ҡул эштәре"- Айгөл Солтанморатова, Эльвира Буранғолова, "Халыҡ уйындары" - Илшат Ғәбдиев, Нурлан Ғәлләмов, "Тал үреү"- Вадим Ғүмәров оҫталыҡ дәрестәрендә уҡыусыларҙы кластарҙа көтәләр ине. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл буйынса дәрескә инеп, серҙәренә төшөнөп сыға алды. Дәрестәрҙән һуң күмәкләшеп Резеда Рәфил ҡыҙынан ҡыҙыл эремсек, Әсмә Хәйретдинованан буҙа эшләргә өйрәндек.

Был көндө ошондой уҡ тематик байрамдар Бурлы урта мәктәбенә ҡараған филиалдарҙа ла үтте. Ҡормантау башланғыс мәктәбендә Ләйсән Әҡсән ҡыҙы Долина балаларға балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәтһә, Березовка мәктәбендә уҡыусылар апайҙары Венера Ғаптулйән ҡыҙы Сәфәрғәлина, Лилиә Фәйез ҡыҙы Әхмәтйәнова менән милли ризыҡтарҙың береһе - ваҡ бәлеш бешерергә өйрәнгәндәр.

Был сарала һәр кем бай, ҡыҙыҡлы тарихты һөйләй һәм үҙ милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен тасуирлай алды.

Сарала барыһы ла ихлас ҡатнашып, бай тәьҫораттар алып таралышты.


Читайте нас: