+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2019, 11:16

Эш һөйгәнде – ил һөйөр

25 октябрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың ауыл хужалығы тармағында ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне. Тотороҡһоҙ һауа шарттарында ла мул уңыш йыйып алыуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Ул шулай уҡ алдағы бурыстарға ла туҡталды.

-Республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы рес-публикала һәр йәһәттән алдынғы урынды биләй. Бында, әлбиттә, һәр берегеҙҙең тос хеҙмәт өлөшө бар. Ошондай уңғандар барында беҙ барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алыуыбыҙға ышанам, - тине төбәк етәксеһе.

Байрам тантанаһында беҙҙең райондан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Д.З.Ғәлимов һәм “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Ю.А.Родионов етәкселегендә 9 кешенән торған делегация ҡатнашты. Был көндө Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров, БР ауыл хужалығы министры И.И.Фазрахманов ҡулынан республикабыҙҙан бер нисә тиҫтә хеҙмәт алдынғыһы хөкүмәт һәм дәүләт наградалары, бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Улар араһында районыбыҙ алдынғылары ла бар ине. “Гостехнадзор”ҙың район бүлеге мөдире Сергей Федотович Лукин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды, “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һының алдынғы механизаторы Венер Ғәлинур улы Ғиззәтуллин Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, Табын ауылынан Илшат Сәғит улы Ишбулатов БР Ауыл хужалығы министрлығының “Иң яҡшы умартасы” исеменә һәм премияға эйә булды. Республика буйынса ун механизаторға иң ҙур бүләк - “Шевроле-Нива” автомобиле асҡыстары тапшырылды. Был бәхет “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығы механизаторы - туңға һөрөүҙә иң уңғаны тип табылған Василий Николаевич Беляев өлөшөнә төштө.

Районыбыҙ уңғандарын юғары наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт уңыштары юлдаш булһын!


Читайте нас: