К.Баймөхәмәтов Ишембай районының (элекке Маҡар районы) Түбәнге Әрмет ауылында тыуып үҫә. 10-сы класты тамамлағас, һуғыштан һуңғы ауыр, уҡытыусылар етешмәгән заманда мәктәптә яҡшы уҡыған, ойоштороу һәләтенә эйә тырыш егеткә ҙур өмөттәр бағлап, мөғәллимлек эшен тапшыралар. Мәктәптә балалар уҡытыу менән бер рәттән Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында ситтән тороп юғары белемгә эйә була ул. Артабан Камил Әхмәт улын Маҡар район комсомол комитетының 1-се секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Бында дүрт йыл эшләгәс, 1956 йылда яҙмыш елдәре уны Ғафури тарафтарына илтә. Бында иһә Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, артабан Оло Үтәш мәктәбендә директор, Мораҡ мәктәбендә директор урынбаҫары, директор вазифаларын башҡара. Етәксе булып эшләү дәүерендә талапсанлығы, кешелеклелеге менән айырылған, бай хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһенә эйә К.Баймөхәмәтовты Ғафури ра-йоны партия райкомына инструктор итеп эшкә күсерәләр, артабан пропаганда бүлеге мөдире булып хеҙмәт юлын дауам итә. Һуңынан Красно-усол ярҙамсы мәктәп-интернатында директор вазифаһын атҡарып, 1989 йылда хаҡлы ялға туҡтай.
Камил Әхмәт улы яҡташы Флүрә Вәли ҡыҙы менән тормош ҡорған. Флүрә апай ҙа балаларға математиканан белем биргән. Баймөхәмәтовтар үҙҙәре өлгөһөндә өс балаға күркәм тәрбиә биреп, уҡытып, оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Рәүиә менән Рәмилә Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлаған, Себер тарафтарында нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләйҙәр, ғаиләләре менән Төмән ҡалаһында йәшәйҙәр. Улдары Ирек Мәскәүҙә төпләнгән, һөнәре буйынса хәрби кеше, полковник. Камил ағай 5 ейән-ейәнсәрҙең, 3 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан олатаһы ла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, татыулыҡта 65 йыл ғүмер кисергән һөйөклө ҡатыны – Флүрә апай ғына күптән түгел яҡты донъяны ҡалдырып, гүр эйәһе булған. Әммә ҡыҙҙары атайҙарын яңғыҙ итмәй, әленән-әле килеп, хәлен белеп торалар, кесеһе атаһын тәрбиәләп, янында бер аҙ йәшәп китмәксе.
Был көндө район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкованың юбиляр Камил Баймөхәмәтовты бер быуатҡа тиң ғүмер байрамы менән ҡотлауына Красноусол ауылы ветерандар советы рәйесе Валентин Суслов менән “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге” етәксеһе Альбина Ғәзизова ла ҡушылды.
Тырыш хеҙмәте менән төрлө наградаларға лайыҡ булған, районыбыҙҙың абруйлы кешеһенә әүерелгән тыл һәм хеҙмәт ветераны, Красноусолдың Почетлы гражданы, өлгөлө ғаилә башлығы, яратҡан атай-олатай Камил Әхмәт улына артабан да иҫәнлектә-һаулыҡта, шатлыҡтарға, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле ҡарлыҡта йәшәүен теләйбеҙ.