+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2019, 22:07

Сағыу һәм ҡабатланмаҫ талант эйәһе

Халҡыбыҙҙың тормошонда юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған, әҙәбиәтебеҙҙе юғары ижади бейеклектәргә күтәргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған саралар әүҙем дауам итә.

17 октябрҙә район китапханаһының уҡыу залында китапханасылар – Динара Әхмәдова, Вәсилә Әбделмәнова әҙәбиәт һәм китап һөйөүсе дуҫтары менән «Сағыу һәм ҡабатланмаҫ талант эйәһе» исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрҙе. Унда Красноусолдағы 1-се мәктәптең 5-6-сы класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар ихлас ҡатнашты. Уҡыусылар бөйөк яҙыусының тормош юлы, ижады менән танышты, уҡыған әҫәрҙәре бу-йынса фекер алышты, һорауҙарға яуап бирҙе. М.Кәримдең балалар күңелен тойоп яҙылған, һәр уҡыусыны тәрән уйҙарға һалған, ихтирам яулаған «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрҙәрен сәхнәләштергәндә уҡыусылар үҙ ролдәрен ысын “әртистәрсә” башҡарҙы. Әҙәби-музыкаль кисә шиғыр-йыр менән үрелеп барҙы. Балалар М.Кәримдең һоҡланғыс, ҡабатланмаҫ шиғырҙарын тасуири итеп яттан һөйләп, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы яңғыратып кисәне йәмләне. Ошо матур, йөкмәткеле сараға уҡыусыларҙы әҙерләгән, балалар күңеленә рухи байлыҡ өҫтәгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Фәрзәнә Йәннүр ҡыҙы Шәрәфетдинова, Альфира Нәжметдин ҡыҙы Ғәлиуллина, музыкаль яҡтан кисәне биҙәгән музыка уҡытыусыһы Зөбәржәт Мәжит ҡыҙы Усмановаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

Вәсилә ӘБДЕЛМӘНОВА,

район китапханаһының уҡыу залы китапханасыһы.

Читайте нас: