0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 12:18

Дәүләт мәнфәғәте һаҡсылары

Федераль суд приставтары хеҙмәтенә бы-йыл 154 йыл тула. Был көн – граждандарҙың, йәмғиәттең, дәүләттең законлы мәнфәғәттәре һәм хоҡуҡтары һағында тороусылар байрамы.

Суд приставтары эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – суд ҡарарҙарын үтәү. Бөгөнгө көндә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында 1673 дәүләт гражданлыҡ хеҙмәткәре закон һағында тора. Шуларҙың 583-ө – суд приставы-башҡарыусы. Тап улар һәр көн бирәсәклеләр менән күҙмә-күҙ осраша, бурыслыларҙы өйөндә тап итеү өсөн таң менән юлға сыға, суд ҡарарҙарын үтәтеү мөмкинлеге эҙләп ғәйәт ҙур мәғлүмәттәр менән эш итә. Әлеге ваҡытта суд приставтары-башҡарыусылар юллап түләттергән суммалар миллиард һумдар менән иҫәпләнә. Мәҫәлән, тармаҡтың тап ошо хеҙмәткәрҙәре көсө менән илдең тупланма бюджетына 3,8 миллиард һумдан ашыу аҡса күсертелгән. Шуның 820 миллион һумы – республикабыҙ бюджетына. Бынан тыш, суд приставтары милек формаһы төрлө булған предприятиеларҙа эшләүселәрҙең 136 миллион һумдан ашыу эш хаҡын, бәлиғ булмаған балалар файҙаһына 185 миллион һум алиментты юллап алырға ярҙам иттеләр.

Тармаҡта хеҙмәт бурыстары ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйыу менән бәйле хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Улар - суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеүсе 442 суд приставы. Улар суд барышында һәм суд биналарында тәртип һаҡлай, башҡарыу эштәре барышында суд приставы-башҡарыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә, судҡа йәки суд приставтары хеҙмәтенә килеүҙән ҡасып йөрөүсе граждандарҙы алып килә, легаль булмаған граждандарҙы илдән сығарып ебәрә. Тармаҡтың көс бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре тарафынан суд биналарына 3693 тыйылған әйберҙе законһыҙ алып инергә маташыу осрағы туҡтатылған, тәүтикшереүҙән, тикшереүҙән һәм судтан ҡасып йөрөүсе 158 граждан тотолған, 366 легаль булмаған мигрант илдән сығарылған.

84 тәүтикшереүсе Федераль суд приставтары хеҙмәте тикшереүендә булған енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса ентекле эш алып бара. Уларҙың төп эш йүнәлеше – енәйәт эштәрен судҡа алып барып еткереү. 2019 йылдың 9 айында республика суд приставтары идаралығының тәүтикшереү органдары тарафынан 1197 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Йәнә 32 суд приставы бурыслыларҙы, уларҙың мөлкәтен эҙләү, шулай уҡ балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнә. Улар йыл башынан 1794 эҙләү эше башлаған. Эҙләү һөҙөмтәһендә 1125 граждан, шул иҫәптән 601 алимент бирәсәкле табылған. 2018 йыл аҙағында баланы эҙләү буйынса ҡуҙғатылған бер эш туҡтатылған, бала табылып, ата-әсәһенә ҡайтарылған. 163 берәмек автотранспорт табылып, эҙләтеүселәренә тапшырылған.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы район суд приставтары бүлегендә бөгөн 12 хеҙмәткәр закон һағында тора.

Бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан ағымдағы йылдың 9 айында тупланма бюджетҡа 40 миллион һумдан ашыу аҡса юллап алынды, шуның 22 миллионы – республика бюджетына. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.35.1-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса 46 административ протокол төҙөлдө һәм алимент түләмәүселәргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса 16 енәйәт эше асылды.

Федераль суд приставтары хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы башҡарма власының иң әһәмиәтле һәм йоғонтоло органдарының береһе булып ҡала. Унда эшләүселәр дәүләт хеҙмәте системаһында торған өсөн генә түгел, ә хәл иткән бурыстарының асылы буйынса ла дәүләт кешеләре булып торалар.

Артур ҒАРИФУЛЛИН,

Суд приставтары хеҙмәтенең Ғафури бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.

Читайте нас: