+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 11:10

Хыялдары тормошҡа ашты

Әле ҡасан ғына Аҡкүл ауыл биләмәһенә ҡараған Ивановка ауылы кешеләре ауылға газ килеүен тормошҡа ашмаҫтай хыял тип иҫәпләйҙәр ине. 150 тирәһе кеше йәшәгән Ивановка ауылына, ниһайәт, “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етте.

Был төбәккә газ үткәреү менән Ишембай ҡалаһының “Струб” ЯСЙ-е эшселәре шөғөлләнгән. Ә ошо көндәрҙә урындағы газ хеҙмәте начальнигы Рөстәм Ғөбәйҙуллин етәкселегендәге газсылар бригадаһы ивановкаларҙың йорттарын газ үткәргескә тоташтырҙы. Был һәр кем өсөн айырыуса иҫтәлекле ваҡиғала Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Мөхәррәмов та ҡатнашты. Ул яҡташтарының күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, ауылға газ үткәргестәр һуҙыуға күп көс һалған.

Ауылда иң тәүгеләрҙән булып үҙ йорттарына газ үткәреп, күптән түгел уны тоташтырыу бәхетен кисергән Полина менән Николай Сидоровтарҙың шатлығының сиге юҡ. Хужабикә - хаҡлы ялда, ә тимер юлында монтер булып эшләгән ғаилә башлығына пенсияға сығырға ике ай ғына ҡалған.

- Беҙ үҙебеҙҙең урамға газ үткәргестәр һуҙыуҙарын һәм “зәңгәр яғыулыҡ” уңайлылығынан файҙалана башлауҙың бөгөнгө шатлыҡлы минуттарын 20 йыл тирәһе көттөк, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты улар. – Өйҙө ҡыш көнө мейес яғып йылыттыҡ, ҡыш сығыу өсөн биш йөк утын китә ине, уны бысырға, ярып өйөп ҡуйырға кәрәк булды, хәҙер иһә мунса өсөн генә әҙерләйәсәкбеҙ, - ти йорт хужаһы.

– Бында беҙ 20 йыл йәшәйбеҙ, - тип һүҙгә ҡушыла хужабикә, - өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек, ете ейәнебеҙ бар.

- Быйыл газ үткәргестәр биләмәләге ике ауылға һуҙылды. Ивановкала биш йорт “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды, йәнә өсәү сират көтә. Ә Войновкала 38 кеше йорттарына газ үткәрергә теләй. Әйткәндәй, уларҙың күптәре газ менән файҙалана башланы ла инде – йорттарға тоташтырыу ике аҙна элек башҡарылды, - тип был ауылдарға газ үткәргестәр һуҙыу эштәре менән таныштырҙы Рифҡәт Әнүәр улы. – Ауылдағы башҡа кешеләрҙең дә мөмкинлек табып “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташыуына өлгәшеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, ни тиһәң дә, газ үткәргестәр һуҙыуға аҡса әҙ бүленмәне. Был бит һәр кемгә тормош уңайлыҡтары өсөн эшләнә.


Читайте нас: