+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 17:25

Изге бурысығыҙҙы намыҫлы үтәп ҡайтығыҙ

Ир-егеткә илебеҙ-ҙең, еребеҙҙең тыныслығын һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөн уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. 30 октябрҙә буласаҡ һалдаттар өсөн ойошторолған ошондай сараға әрме сафына саҡырылыусы егеттәр, атай-әсәйҙәр йыйылды.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө Геройҙар Аллеяһына сәскәләр һалыу менән башланды. һуңынан бында йыйылыусылар барыһы ла автобусҡа ултырып, Көньяҡ урамы юл буйында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап 75 йәшел шыршы ултыртыуҙа ҡатнашты. Иҫтәлекле ағастарҙы ултыртыуҙа хәрби хеҙмәткә алыныусылар менән Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы егеттәренең ярҙамы тос булды.

- Һеҙ хеҙмәт итеп ҡайтыуға был ағастар ергә ерегеп, гөрләп үҫеп ултырыр. Ошо ерҙән үткән һайын был көндө лә хәтерләтеп торасаҡ, - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова.

Артабан сара район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Буласаҡ һалдаттарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов тәбрикләп: “Илде һаҡлау һәр кемдең изге бурысы һанала. Районда егеттәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү өсөн төрлө ойошмалар эшләп килеүе шатлыҡлы. Быйыл райондан хеҙмәткә 48 егет алынырға тейеш булһа, шуларҙың 16-һы һалдат сафына баҫҡан да инде. Һалдат булырлыҡ улдар үҫтергән атай-әсәйҙәргә рәхмәт әйткем килә. Иң мөһиме – һуғыш булмаһын. Беҙҙең егеттәр бер ваҡытта ла һынатманылар һәм һынатмаясаҡтар тип уйлайым”, - тигән изге теләктәрен юлланы.

Шулай уҡ БР Хәрби комиссариатының Ғафури һәм Ауырғазы райондары буйынса бүлеге начальнигы Файруз Арыҫлан улы Ғимаҙиев, Ф.Яҡупов исемендәге һуғышсан хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе И.Р.Закиров, отставкалағы подполковник Андрей Павлович Мигунов, урындағы ДОСААФ бүлеге рәйесе Василий Николаевич Калачигов та үҙ теләктәрен әйтеп, фатихаларын бирҙе.

Хәрби хеҙмәткә алынасаҡ егеттәр өсөн ойошторолған концертты Лиана Муллагилдина менән Хызыр Нәзиров матур итеп алып барҙы. Иң аҙаҡтан буласаҡ һалдаттар өсөн “Яуға “ҡарттар” ғына китә” патриотик фильмы күрһәтелде.

Әрме хеҙмәтенә алыныусыларға илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеп, имен йөрөп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ. Изге юл һеҙгә, буласаҡ Ватан һаҡсылары!


Читайте нас: