Исеме үк ишаралауынса был китабына шағирә мөхәббәт шиғырҙарын туплаған.
- Күңел ҡартаймай тигәндәре бик дөрөҫ икән. Кемдең күңеленә йылы кәрәк, кем мөхәббәткә һыуһаған - рәхим итһен беҙҙең менән мәңгелек һөйөү иленә, “Мөхәббәт бәүелсәге”нең шиғри тулҡындарында тирбәлергә, - ти Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә.
Ә бына “Нимә һуң ул мөхәббәт?” шиғырында:
Мөхәббәт – ул күҙгә күренмәй,
Тотоп ҡарауға ла беленмәй.
Тойоп була ҡараш, күҙҙәрҙән… - тип яҙа ул хисләнеп.
Авторға яңынан-яңы илһамлы шиғырҙар ижад итеүен, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ.