+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 20:04

Минең Башҡортостаным

Мин, Башҡортостан тигән республиканың Ғафури районы Ташлы ауылында тыуғанмын. 6-сы класта уҡыйым, миңә 12 йәш. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмеремдә үҙемдең республикамдың, районымдың, тыуған ауылымдың матурлығын күрергә, уның менән ғорурланырға өйрәндем.

Илемдең матурлығы тураһында беҙ башҡорт теле дәрестәрендә йыш һөйләшәбеҙ, телевизорҙа күрәбеҙ, шағирҙар, яҙыусылар ижадында уҡыйбыҙ. Ысынлап та, ҡайһы ерҙә бар икән шундай матурлыҡ: бормаланып-бормаланып аҡҡан йылғалары, тәрән күлдәре, ҡуйы урмандары, хуш еҫле төрлө-төрлө сәскәле болондары, бейек-бейек тауҙары, ҡаялары, ер аҫты байлыҡтары... Иҫ киткес бай минең илем!

Минең тыуған ауылымды ғына алайыҡ. Уның тәбиғәте шул тиклем матур. Бейек тауҙар уртаһында ултыра, ә тауҙарын ағастар үҙ донъяһына әүерелдергәндәр. Улар бейектән, тау башынан, ғорур ғына ауылымды күҙәтәләр. Беҙ уларға ҡарап һоҡланабыҙ, саф һауаһын һулап кинәнәбеҙ! Ошо тауҙарҙы уртаға ярып, сылтырап-сылтырап Ташлинка, Көгөш йылғалары аға. Һыуҙары шундай таҙа, балыҡтарҙың рәхәтләнеп йөҙгәне үтә күренеп тора.

Ауылым кешеләренә лә эшләргә эш урындары бар: карьер, минераль һыу заводы, йәй көндәрендә «Ҡояшлы» лагеры эшләй. Тырыш кешеләргә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бик ҙур булмаһа ла ауылымда төрлө милләт кешеләре йәшәй. Һәр береһе татыу, бер-береһенең телен, ғөрөф-ғәҙәтен хөрмәт итеп, тыныс ғүмер итә. Миңә, башҡорт булғас, бигерәк рәхәт, сөнки татар, урыҫ телдәрен дә яҡшы беләм. Был миңә ғорурлыҡ өҫтәй. Башҡорт теле бигерәк яғымлы тел бит ул, шуға күрә лә ул бер ваҡытта онотолмаһын, мәңге йәшәһен, мәктәптәрҙә тағы яҡшыраҡ өйрәнелһен ине. Яратҡан яҙыусыларым Р.Ғарипов, З.Биишева, Б.Бикбай туған телгә арнап матур-матур шиғырҙар яҙған.

Башҡортостан тиһәм, минең күҙ алдыма Салауат Юлаев килеп баҫа. Шул тиклем дә үҙ илен, телен яратҡан кеше. Йәп-йәш килеш, халыҡты бергә туплап, ҡурҡмайынса, батша власына ҡаршы яуға күтәрелә. Ул илебеҙ, телебеҙ яҙмышына битараф булмай. Халыҡ үҙ илендә үҙе хужа булырға тейеш, иҙелеп йәшәргә тейеш түгел, ти. Шундай ныҡлы ихтыяр көсө булған С.Юлаевҡа ҡарата хөрмәтем артҡандан-арта ғына бара. Ә уның һәйкәле Өфөгә килгән кешеләрҙе, ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып тора, улар ошондай бөйөк кешегә табынып, үҙҙәренең хөрмәттәрен күрһәтеп таралышалар.

Мин үҙ илемде башҡа бер ил менән дә алмаштырмайым. Башҡортостанымдың матурлығына һоҡланыуҙан бер ваҡытта ла туя алмаҫмын, уның саф һауаһын һулап, тәмле һыуын эсеп, рәхәтләнеп йәшәргә теләйем.

Айгиз ИБРАҺИМОВ,

6-сы класс уҡыусыһы.

Ташлы ауылы.

Читайте нас: