+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 22:01

Шағир ижадына байҡау яһалды

Быйыл республикабыҙ тарихи ваҡиғаларға бай йыл кисерә. Шулар араһында Башҡортостан Республикаһының һәм бөйөк әҙибебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар ҙур урын биләй. Районыбыҙҙа һәм ауыл биләмәләрендә был даталар киң билдәләнә.

Ошо күркәм саралар сиктәрендә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби-тематик кисә уҙҙы. Был сарала ауыл халҡы һәм Еҙем-Ҡаран урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ҡатнашып, күңелле һәм йылы байрам кәйефенә сумдылар. Сара Мос-тай Кәримдең тормошо һәм ижадына байҡау яһауҙан башланып китте. Шағирҙың бай ижад юлы менән Еҙем-Ҡаран урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршина һәм мәктәп китапханасыһы Гөлдәр Сәрүәр ҡыҙы Рәхмәтуллина таныштырҙы.

Ауыл китапханасыһы Гөлшат Рахманғолова халыҡ шағирының тормош юлына арналған әҙәби викторина үткәрҙе. Һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләне.

Был сарала мәктәп уҡыусылары араһында Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелде. Бар ҡатнашыусылар ҙа шағирҙың халыҡҡа яҙған аманатын эстәлекле итеп, патриотик рухта һөйләп бирә алдылар. Был көндә рус һәм башҡорт телендә яңғыраған шиғырҙар күңелдәрҙе тетрәндерҙе. Иң айырылып торған сығыштар араһында Яңы Ерек ауылында тыуып үҫкән сыуаш ҡыҙы Вероника Виноградова бар тамашасыларҙы хайран ҡалдырып, шиғырҙы тасуири итеп башҡорт телендә һөйләп ишеттерҙе. 11-се класс уҡыусыһы Алһыу Ҡоломбәтованың М.Кәримдең “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” шиғыры был бәйгенең гимны булып яңғыраны һәм ул Гран-приға лайыҡ булды. Шиғыр һөйләүселәрҙең барыһына ла диплом тапшырылды.

Сарала ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең шиғырына яҙылған «Уҡытыусыма» йырын флешмобта башҡарҙы.

Рәүилә Килмөхәмәтова етәкселегендә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Ҡараншишмә" халыҡ театры актерҙарының М.Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһынан өҙөк күрһәтеүе, Мос-тай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған китаптар күргәҙмәһе сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне.

Әҙәби-тематик кисә ҡыҙыҡ һәм бик әһәмиәтле килеп сыҡты.

Гөлшат РАХМАНҒОЛОВА.

Еҙем-Ҡаран ауылы.

Читайте нас: