+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2019, 12:09

Бәхетле ғаиләләр ялы

26 октябрҙә районыбыҙҙағы “Ғаилә” үҙәге “Бәхетле ғаиләләр донъяһы” тип аталған матур сараға йыйҙы. Бында килеүсе ата-әсәләр балалары менән сираттағы ял көнөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреүҙәренә ҡәнәғәт ҡалдылар.

“Ғаилә” үҙәге етәксеһе Альбина Ғәзизова һәм белгестәре килгән ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә ойошманың йүнәлеше, күрһәтелеүсе хеҙмәттәр менән таныштырып үттеләр. Ата-әсәләр Красноусолдағы 2-се мәктәп психологы О.Феоктистованың “Ғаилә йолалары һәйбәт тәрбиәгә нигеҙ” темаһына, “Әкиәт” мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһы логопеды Ә.Ефремованың һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә ҡағылышлы сығыштарын тыңлап, күп осраҡта белгестәр ярҙамы менән ҡаршылыҡтарҙы еңеп булғанына инандылар. Шулай уҡ белгестәр менән айырым һөйләшеү мөмкинселеге лә булды. Китапханасы З.Үтәғолова ойошторған “Ғаилә тыныслығы” тип аталған китаптар күргәҙмәһе, викторина һорауҙарына яуап биреү ҙә был сараны байытты. Өлкәндәр ҡыҙыҡлы сарала ҡатнашҡан арала кескәйҙәр уйын майҙансығында рәхәтләнеп уйнап, Р.Мөхәмәтйәнова ойошторған оҫталыҡ дәресендә тоҙло ҡамырҙан төрлө әйберҙәр эшләргә лә өлгөрҙөләр. Сара һуңында һаулыҡ темаһына ҡағылып, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ф.Зәйнуллина, совет ағзалары З.Яҡупова, Е.Хәкимова әҙерләгән фитобарҙа ҡайнатма, бал менән һәр кем төрлө үләндәрҙән тәмле сәйҙәр, компот эсеп, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәттәр туплап, шатланып таралыштылар.


Читайте нас: