+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2019, 12:14

Сәнғәт донъяһында 3 ноябрҙә "Сәнғәт төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтә

“Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә район мәҙәниәт һарайында “Сәнғәт йәйғоро” тип аталған сара үтте. Был акцияның төп маҡсаты – кешеләрҙе музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға йәлеп итеү, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, традициялары менән танышыу мөмкинлеге биреү.

Сәнғәт – әҙәбиәт, музыка, рәсем төшөрөү, скульптура, архитектура, бейеү, кино һәм театрҙы үҙ эсенә алған мөғжизәүи донъя. Сараға йыйылыусылар иң тәүҙә “Еҙем” тәбиәғәт паркы иғлан иткән конкурс эштәре ҡуйылған һүрәттәр күргәҙмәһен ҡарап һоҡланыу кисерҙе. Йәш һүрәт төшөрөүселәр тәбиғәтте һаҡлау тураһында уй-тойғоларын ҡағыҙға төшөрөп, асып һалғандар. “Еҙем” тәбиғәт паркы белгесе Әлиә Рәхимова ҡыҙыҡһыныусылар өсөн һүрәттәргә аңлатма бирҙе.

Матурлыҡты сағылдырған сәнғәт кисәһен Елена Симанович үҙенсәлекле, йөкмәткеле итеп алып барҙы. Уҡыусылар үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән китаптар күргәҙмәһен ҡараны, “Сәнғәт донъяһында” тип аталған викторина һорауҙарына яуап бирҙе, отҡорҙар конкурсында ҡатнашты. Шулай уҡ ҡағыҙҙан көҙгө йәшелсә эшләү оҫталыҡ дәресендә һәр кем үҙен һынап ҡараны. Әүҙемдәргә бүләктәр ҙә таратылды.

Районыбыҙҙағы сәнғәт мәктәбендә лә уҡыусыларҙың һәләттәрен асып, баян, фортепиано, скрипка, гитара кеүек серле музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә өйрәтәләр. Бында шөғөлләнеүсе Владислав Грязнов, Мария Шмидт, Алиса Тужикова, Арина Ваһапова һәм гитарасылар ансамбле башҡарыуындағы сығыштар тамаша-сыларҙың күңеленә хуш килгәндер. Уҡытыусы Галина Герасимованың “Һәләтле балалар” тип аталған рәсем буйынса сығышы ла бик ҡыҙыҡлы булды.

200-ҙән ашыу йыр яҙған Рәмил Ғимраниҙың үҙе башҡарыуындағы “Гөлсәсәгем” йыры “Сәнғәт төнө”н моңға сорнаны.

Район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Эксклюзив” өлгөлө бейеү коллективына мәктәпкәсә йәштән алып балалар йөрөй. Етәкселәре Ольга Кирдеева һәм Эльвира Хөснөтдинова уларға мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы бейеүҙәр һала. “Сәнғәт төнө”ндә лә уларҙың заманса эстрада бейеүҙәре сараны йәмләп, тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде.

Был көндө театр һөйөүселәрҙе Ғафури халыҡ театры режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Зәйнешева театрҙың үткән юлы, репертуары менән таныштырып үтте. Һуңынан матбуғат ветераны, Ғафури халыҡ театрының атҡаҙанған артисы Флүрә Садиҡова менән Саимә Игелекова башҡарыуында Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” спектакленән өҙөк ҡаранылар. Уларҙың һоҡланғыс сығышын тамашасылар иғтибар менән күҙәтеп, сәнғәт донъяһының мөмкинлектәре киң, сағыу булыуына һоҡланып, ҡыҙыҡлы сығыштар, күргәҙмәләрҙән илһамланып, күңелдәрен ба-йытып, ҡәнәғәт булып таралыштылар.


Читайте нас: