Күптән түгел, йәғни 19 октябрҙә Бурлы ауылында “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының сираттағы йыйын-семинары үтте. Осрашыуға районыбыҙ ауылдарынан сағыу милли кейемдәр, баштарына күҙҙең яуын алырлыҡ ҡалфаҡтар кейгән ҡатын-ҡыҙҙар килде. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Рахманғолова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, Үтәк һәм Бурлы ауыл биләмәләре башлыҡтары Айҙар Әмирханов, Азат Хәйретдиновтың, күрше Архангел районының Заһит ауылынан ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Бурлы ауылы мәҙәниәт йортонда уҙған осрашыуға килгән ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге ҡыҙ-малайҙар сәк-сәктән ауыҙ иттереп ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыусылар фойела урын алған ауылдың ҡул эштәре оҫталары Ләлә Хисаметдинова, Фәриҙә Хисмәтуллина, Филүзә Нафиҡова, Әлиә Мифтахова, Фәнисә Ғөзәйерова, Фәниә менән Хәләф Тәүхетдиновтар, Рәсимә Мөхәмәтдинова, Миңниса менән Ринат Мансуровтар һәм башҡаларҙың күҙҙең яуын алырлыҡ эштәренән торған бай күргәҙмә менән танышты.
Артабан йыйын тамаша залында дауам итте. Сараны Бурлы ауылы “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы рәйесе Вәсимә Мөхәрмәтова асып, барыһын да сәләмләп, ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Район мосолман ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе Ғәлиә Рахманғолова барыһы менән бергә вәғәз әйтеп, Ҡөрьән аяты уҡып, йыйынға фатиха бирҙе. Мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Әхирәттәр” ансамбленең “Аҡ ҡалфаҡ” йырын башҡарыуы йыйын Гимны булып яңғыраны, уларға башҡалар ҙа ҡушылды. Сарала сығыш яһаусы Гүзәл Зөфәр ҡыҙы, Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы, Ғәлиә Ғәли ҡыҙы татар ҡатын-ҡыҙҙарының был матур башланғысын хуплап, эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе, “Ағинәйҙәр” ойошмаһының эш тәжрибәһен өйрәнеп, бергә, бер төптән эшләүҙәрен теләне, тәрбиәүи мәсьәләләрҙе, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, юғалған боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү, рухи хазиналарҙы йәш быуынға еткереү, туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау, бала хоҡуҡтарын яҡлау, милләтте үҫтереү, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу, сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәү кеүек эштәр барыһы алдында ла торған бурыстар булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Хәйретдинов биләмә менән таныштырҙы һәм ҡул эштәренән торған күргәҙмәгә йомғаҡ яһап, оҫталарға ауыл хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм бүләктәр тапшырҙы.
Артабан “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы ағзаларына һүҙ бирелеп, йыйында ҡатнашыусылар Зилә Сәйетбатталованың “Ғафури районы татар ауылдары ҡатын-ҡыҙҙарының эшмәкәрлеге”, Үтәк ауылынан уҡытыусы Рима Бохарованың “Туған телгә мөхәббәт ғаиләнән башлана”, Игенйылға ауылынан балалар баҡсаһы мөдире Римза Кәлимуллинаның “Балалар баҡсаларында милли тәрбиә”, Вәсимә Мөхәрмәтованың “Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ” (Бурлы ауылының үткәненә һәм бөгөнгөһөнә байҡау) тигән сығыштарын тыңланы. Сығыштар йыр-бейеүҙәргә үрелеп барҙы. “Нурлы төйәк – Бурлыташым” әҙәби-музыкаль композицияһы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән. Ут күршеләре – яугилде ағинәйҙәренең мөнәжәт әйтеүҙәре, Бурлыға уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, аҡбур алырға килеү, ҡормантауҙарҙың “Киленгә һыу юлы күрһәтеү” тамашалары байрамға үҙенсәлек өҫтәне, тамашасыларға бик оҡшаны. Үтәктәр йырҙары аша “Әссәләмәғәләйкүм!” тип барыһына ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе, игенйылғалар (15 ҡатын-ҡыҙ килгән), Рәмилә Ибраһимова йырҙар бүләк итте, Илзидә Йәнбәкова “Нигеҙ” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Архангелдәр ҙә йыр-моңдар алып килгән. Сығыштарҙың һәр ҡайһыһы көслө алҡыштарға күмелде. Район мәҙәниәт һарайынан Эльвира Хөснөтдинова бейене, баянсы Наил Вәлиев дәртле көйҙәр һыҙҙыра башлауы булды, милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар дәртләнешеп бейергә төшөп тә китте. Осрашыу һуңында Ғафури районы “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының татар ауыл-
дары ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны ҡарары уҡып ишеттерелде. Сираттағы осрашыуҙы Үтәктә уҙғарырға ҡарар ителде.
Был ҙур, фәһемле сараны бик матур, күңелгә ятышлы итеп әҙерләп уҙғарыуҙа күп көс һалған ауылдың әүҙемсеһе Фәриҙә Хисмәтуллинаға, билдәле ауыл хәбәрсеһе, “Табын” гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты Вәсимә Мөхәрмәтоваға (үҙе сценарий авторы ла), Бурлы ауыл биләмәһе, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, ғөмүмән, ойоштороуҙа үҙ өлөшөн индереүселәрҙең барыһына ла рәхмәтле булып таралышты ҡунаҡтар.