Семинарҙың тәүге өлөшө сарала ҡатнашыусыларҙы ауылдың социаль-мәҙәни һәм башҡа объекттары менән таныштырыуҙан башланды. Яңғыҙҡайын ауыл хакимиәте бинаһында, артабан мәҙәниәт йорто янында асыҡ һауала дауам иткән сарала биләмә башлығы Ғаян Фәйезов, бөгөн төҙөкләндереү, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, МУП эшмәкәрлеге, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек һәм башҡа көндәлек мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә семинарға йыйылдыҡ, тине. Башлыҡ биләмәгә Яңғыҙҡайын, Ноябревка, Урал ауылдары ҡарауын, 560 хужалыҡта 1200 тирәһе кеше йәшәүен билдәләп үтте. Ауылдан ике Советтар Союзы Геройы З.Н.Әхмәтйәнов менән З.Л.Әсфәндийәров сыҡҡан. 855 кеше Бөйөк Ватан һуғышына китеп, уларҙың 334-е генә әйләнеп ҡайтҡан. 2010 йылда мәҙәниәт йорто янында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан яуҙа һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә һәйкәл яңыртылып асылған, хәҙер бында мемориаль комплекс – һул яҡта – һуғыштан ҡайта алмағандар исемлеге, уң яҡта иһә ҡайтҡас мәрхүм булғандарҙың исем-шәрифтәре яҙылған. Советтар Союзы Геройҙарына бюс-тар бар. Һәйкәл 70-се йылдарҙа әүҙем йәмәғәтсе, Ленин исемендәге колхоздың элекке парторгы Ғайса Ғәлиевтың тырышлығы менән Ленинград ҡалаһында эшләтеп алып ҡайтылған. Ғайса Ғәлимйән улы шулай уҡ колхоз иҫәбенә ауылда мәҙәниәт йортон, мәктәпте, янғын депоһын, “Эшсән әсәгә дан!” тигән һәйкәлде төҙөтөүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. “Ул тағы ла бер обелискыны - тыл хеҙмәтсәндәренә арналғанын төҙөтөп урынлаштырыу хыялын тормошҡа ашыра алмай мәрхүм булды, ауыл биләмәһенең финанс мөмкинлектәренә ҡарап эшләтеп ҡуйып, уның хыялын тормошҡа ашырырбыҙ, тип уйла-йым”, - тине Ғаян Заһретдин улы. Биләмә башлығы ауылда уҙған һәр бер сараның һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланыуын билдәләп, сарала ҡатнашыусылар ҙа ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Артабан сарала ҡатнашыусылар мәктәптәге Хәрби һәм хеҙмәт даны музейына сәйәхәт ҡылды. Бында уларҙы мәктәп директоры Ринат Насиров ҡаршы алды. Музейға етәкселек иткән тарих уҡытыусыһы Зилә Нафиҡова ҡунаҡтарҙы музей менән таныштырҙы. Уға элекке мәктәп директоры Тамара Әхмәт ҡыҙы Әмирова инициативаһы менән нигеҙ һалынып, 1986 йылда эшләй башлаған. Тере тарих һаҡлаусы музейҙа бик күп тарихи экспонаттар, материалдар тупланған (хатта ауылда табылған мамонт теше лә урын алған) һәм уҡыусыларҙың эҙләнеүе һөҙөмтәһендә тулылана бара, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, ике Советтар Союзы Геройына, ауыл, мәктәп тарихына, хеҙмәт данына, ауылдың күренекле шәхестәренә һәм башҡаларға арналған стендтар бар. Бында асыҡ дәрестәр, дәрестән тыш саралар, кәңәшмә-семинарҙар уҙғарыла.
Яңғыҙҡайындағы элекке участка дауаханаһы хәҙер 10 койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационарҙа халыҡты хеҙмәтләндерә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар дауахана менән дә танышты.
Сәйәхәт Ленин исемендәге колхоздың Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһында дауам итте. Колхозға В.И.Ленин исеме яҡшы эшләгәндәре өсөн 1951 йылда бирелгән, уның ошоғаса шул исем менән йөрөтөлөүенә яңғыҙҡайындар һәр саҡ ғорурлана. Хәҙер Ленин исемендәге колхозға “Р.В.Мөьминов” шәхси предприятиеһы етәксеһе Риф Мөьминов етәкселек итә. Хужалыҡ ауыл биләмәһе хакимиәте менән бер төптән эшләй, даими ярҙам ҡулы һуҙа, өс йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы хуп-лау” программаһында бағыусы булып тора. Программаға ярашлы, уның һәм ауылдың башҡа эшҡыуарҙары ярҙамы менән трактор, тейәгес, тағылма, ҡар таҙартҡыс, трактор сүмесе, быйыл клубты ремонтлауға 1 миллион һумға материалдар һәм ҡорамалдар һатып алынған. Хужалыҡ етәксеһе Риф Вәкил улы һәм һөтсөлөк фермаһы мөдире Шамил Шәмсетдинов хужалыҡ һәм ферма эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Артабан сарала ҡатнашыусылар бер-береһенә йәнәшә урынлашҡан янғынға ҡаршы депо эшмәкәрлеге, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансығы менән дә танышты. Ауыл халҡынан тоҡтарға тултырылған ҡалдыҡтар 10 көнгә бер тапҡыр “Ҡайын” МУП-ына беркетелгән трактор менән йыйылып, майҙансыҡта урынлаштырылған ҙур күләмле контейнерҙарға килтерелә. Майҙансыҡта шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн дүрт контейнер (“быяла”, “пластик”, “политэлиен”, “ҡағыҙ” тигән табличкалар эленгән) урынлаштырылған. Артабан уларҙы үҙҙәрендә преслап, Стәрлетамаҡҡа оҙатасаҡтар. Тимер ҡалдыҡтары айырым йыйып тапшырыла. Быларҙың барыһы хаҡында ла биләмә башлығы ентекле аңлатма бирҙе.
Сарала ҡатнашыусылар мәсеткә инеп сығырға ла онотманы.
Семинарҙың теоретик өлөшө көндөң икенсе яртыһында мәҙәниәт йортонда дауам итте. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов сығыш яһап, биләмәләр эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, урамдарҙы яҡтыртыу, газ үткәргестәр һуҙыу, юлдар төҙөү һәм тәртиптә тотоу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, хужаһыҙ объекттар һәм башҡаларға туҡталды. Фәнзил Фәйез улы биләмә башлығы Ғаян Фәйезовты район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Заһретдин улы Фәйезов йыйылыусыларҙы биләмәнең уҙған йылғы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. “Изгелек шишмәһе” Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү коммерция булмаған ойошмаһы директоры Р.Ф.Рахманғолова ауыл биләмәләрендә коммерция булмаған ойошмалар төҙөү, уларҙы финанс-лау сығанаҡтары хаҡында мәғлүмәт һәм аңлатма бирҙе. Район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова хужаһыҙ объекттарҙы асыҡлау һәм уларҙы иҫәпкә ҡуйыу мәсьәләһенә туҡталды. Район хакимиәтенең юридик һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Э.Ю.Фәхретдинов документтар менән эшләүҙә типик хаталар хаҡында бәйән итте.
Семинарҙы йомғаҡлап, район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов биләмә башлыҡтарына һәм эштәргә идара итеүселәргә фәһемле сарала ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, ә улар үҙ сиратында биләмә тормошо менән танышыу, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн ойоштороусыларға рәхмәтле булды.
Семинар-кәңәшмәлә көнүҙәк һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшеү яңы ғына ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына тәғәйенләнеүселәргә, эштәргә идара итеүселәргә генә түгел, шулай уҡ электән эшләүселәр өсөн дә берҙәй фәһемле булды. Ысынлап та, ҙур тәжрибәгә эйә булған Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғ.З.Фәйезовтан йәш коллегаларына өйрәнер нәмәләр бик күп. Шуға ла күсмә семинарҙың тәүгеһен уҙғарыу урыны итеп тап был ауыл биләмәһенең һайланыуы юҡҡа түгел, биләмә башлыҡтары ошонда уҡ үҙҙәренең старостаһы итеп уны һайлап та ҡуйҙылар.