+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2019, 12:15

Изгелекле иман юлынан...

Һабай ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Красноусолда йәшәүсе Альмира Ғөбәйҙуллинаны белмәгән кеше һирәктер. Ул хаҡлы ялға туҡтағас, ныҡлап дин юлына баҫа. Бынан 5 йыл элек районда иң тәүгеләрҙән булып Ҡазан ҡалаһындағы “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә уҡып сыға. Унда уҡырға барырға байтаҡ йылдар элек Өфөнөң “Ихлас” мәсетенән килеп, ҡатын-ҡыҙҙарға ғәрәп яҙмаһын, Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтеүсе Фатима ханым Фәтҡуллина тәҡдим итә. Альмира Әсҡәт ҡыҙы башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртә һәм тап уның тырышлығы менән районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан дүрт тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ был уҡыу йорто шәкерттәре булып, дини ғилем эстәй. Уларҙың 37-һе уның артынса уҡып бөтөп, ҡулына диплом ала.

-Дин юлына ныҡлап баҫып, юғары дини белем биреү учреждениелары, мәҙ-рәсәләрҙә ғилем алыусыларҙың күп-селеге, моғайын, Ҡауарҙы ауыл биләмәһенәндер:

Юлыҡ, Һабай, Аҡташ, Ҡауарҙы ауылдарынан “Мө-хәмәҙиә”лә күптәр белем алды, - ти ул үҙ артынан ғилем юлына баҫыусыларҙың булыуына ғорурлыҡ тойғоһо кисереп. – Минең Ислам дине ҡанундары буйынса йәшәй башлауымдың, йәғни ошо пак юлдан атлауыма кемдеңдер йоғонтоһо булғандыр, тип тә уйлап ҡуям ҡайһы саҡ. Ысынлап та, тыуған ауылым Һабайҙа ап-аҡ йөҙлө, аҡ, изге күңелле, йомшаҡ һүҙле, бик уҡымышлы, диндар Зыязетдин бабай (беҙ, бала-саға уны Зыя бабай тип йөрөттөк, әбейе Хәсбийыһан да дин тотто) Ғилманшин ғаиләһе менән йәшәй ине. Ауылға Ҡазан яҡтарынан килеп төпләнгәнлеге билдәле. Шул фәрештәләй аҡ бабайҙың йомшаҡ ҡына ҡулдары менән башымдан һыйпағаны һаман иҫемдә. Ул күптән мәрхүм инде, ә шулай ҙа уның дини булмышы, изге ниәттәре миңә бирелгән һымаҡ тоям. Өлкәндәр тәрбиәһе лә эҙемтәһен ҡалдырған: Аллаһ Тәғәләнең барлығына ышанып, инанып үҫтек.

Изге ниәт ғәмәлгә аша. Альмира апай диндар кешегә әүерелә. Кешеләр Альмира апайҙы яғымлы, ярҙамсыл, итәғәтле итеп белә. Ҡөрьән аштарына ла күптәр уны саҡыра. Аяттарҙы шыма, оҫта уҡый, күңеленән урғылып сыҡҡан тауышы моңло. Ул ураҙаның бер көнөн дә ҡалдырмай, дини байрамдарҙың береһе лә унан башҡа үтмәй, мәсет юлын да һыуытмай. Ислам диненең бары тик иманға, яҡшылыҡҡа, изгелеккә генә өндәүен, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп, балаларға сабый сағынан дини тәрбиә бирергә кәрәклеген әйтә.

Хажға барып, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеп, изге, сауаплы ғәмәлде лә үтәп ҡайта Альмира хажиә. Красноусол мәсете ҡаршыһындағы “Иман нуры” кибетенең хужабикәһе ул.

-Элгәре мосолман кәрәк-яраҡтары, кейем-һалымдары, дини китаптар, мосолман календарҙары, намаҙлыҡтар, хәйерлектәр һәм башҡа әйберҙәр таба алмай интегелә ине. Шуларҙы эҙләп ҡалаға йөрөлдө һәм уйланым-уйланым да кешегә ярҙам булһын тип, әҙ-әҙләп кенә булһа ла алып ҡайтып, кешеләргә тәҡдим итә башланым. Һәм артабан сауҙа нөктәһе һатып алып, ныҡлап был эшкә тотоноп киттем. Тора-бара эшмәкәрлекте киңәйтеп, кибетебеҙ кәштәләрендә хәләл ризыҡтарға ла урын бирелеп, халыҡ һорауы ҡәнәғәтләндерелде, - ти ҡәнәғәтлек менән әңгәмәсем.

Дингә ылығып, кибеттәге эшкә мөкиббән китеп, ғаиләһе хаҡында ла онотмай ул. Альмира Әсҡәт ҡыҙына Хоҙай шәхси бәхетте лә мул биргән. Тормош иптәше, Имәнлек ауылында тыуып үҫкән Миңниәхмәт Лотфулла улы менән 45 йыл иңгә-иң терәшеп, матур итеп донъя көтәләр. Ире бар ғүмерен агроном һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ғөбәйҙуллиндар 3 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Барыһы ла юғары белемлеләр, ғаиләләре менән Красноусолда төпләнгәндәр. Ҡыҙҙары Лариса - бухгалтер-иҡтисадсы, мәҙәниәт бүлегендә, юридик белемле Ләйсән район эске эштәр бүлегендә эшләй. Улдары Илнур Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген, артабан БДУ-ны тамамлай, әле Себер тарафтарында эшләй. 5 ейәнсәрҙең яратҡан өләсәһе-олатаһы ла улар.

Ислам – пак дин. Аллаһы Тәғәләгә инанған, дин тотҡан кешенең күңеле лә таҙа, саф була. Әңгәмәсемдәге ихласлыҡтың, инсафлыҡтың, изгелеклелектең тормошобоҙ, тирә-йүндәге кешеләр өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуына тағы ла бер инандым.


Читайте нас: