+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 11:46

Эшселәребеҙ байрамын бергәләп

Педагогик хеҙмәт менән шөғөлләнмәһәләр ҙә, уҡытыу эшенә туранан-тура ҡағылышлы һөнәрҙәр бар. Мәктәп автобусы водителе - тап ана шундайҙарҙан. Тәбиғәттең һәр миҙгелендә балаларҙы ел-ямғыр тейҙермәй, һыуыҡта өшөтмәй, эҫелә яндырмай, тигеҙһеҙ юлдарҙа ла тотҡарламай дәрескә ваҡытында алып килеп еткереүсе бик яуаплы ла, атайҙарса хәстәрле лә кешеләр улар.

Гимназияла мәктәп автобустары водителдәре менән осрашыу уҙғарыу ниәте уларға рәхмәтебеҙҙе, хөрмәтебеҙҙе белдереү һәм балаларҙы ошо һөнәр эйәләре менән таныштырыу маҡсатында тыуҙы. Матур осрашыуҙы Автомобилселәр көнөнә тап килтерҙек.

Кисәне “Ҡолонсаҡ” ансамбле “Шофер” йыры менән асып ебәрҙе. “Һарыҡты кем ашаған” КВН командаһы водителдәргә юмор хисе ят булмағанын күрһәтте, “Төлкәҫ” ансамбле, Дима Локоленконың бейеүҙәре лә ағайҙар күңеленә хуш килде.

Сарала ҡатнашҡан район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, район ЮХХДИ начальнигы Альберт Борханов, 3-сө мәктәп директоры Андрей Рудкевич, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова водителдәрҙе байрамдары менән тәбрикләп, тигеҙ юлдар, ныҡлыҡ теләнеләр.

Үҙебеҙҙең водителдәр Василий Александрович Комаров, Илшат Миниәхмәт улы Батталов, Руслан Ринат улы Ғәлиевкә рәхмәт белдереп, изге теләктәр еткерелде. Аралашыу сәй табынында дауам итте.

Хеҙмәт кешеләрен хөрмәтләү саралары киләсәктә матур йолаға әйләнер тип уйлайбыҙ.

Гимназияның мәғлүмәт үҙәге.
Читайте нас: