+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 22:54

Көҙөбөҙ уңышҡа мул булды

Көҙҙө уңыш синонимы итеп ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Ауыл хужалығына был төшөнсә күберәк ҡағылһа ла, Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өсөн быйылғы октябрь айы ураҡ хеҙмәтенән кәм булманы. Республика кимәлендәге сараларға, конкурстарға көндәлек әҙерлек алып барыу менән бергә, төп эштәре - ауылдаштарының ялын ойоштороу бу-йынса ла туҡтауһыҙ эшмәкәрлек барҙы. Ололар көнөнә, республикабыҙҙың байрамына күркәм тантаналар үтте.

Бер туған юбилярҙар бенефисы

Әлеге ваҡытта эшләп йөрөүсе коллегаларыбыҙҙың 60 һәм 50 йәшлек юбилейҙары айҡанлы ижад кисәһе үткәреү беренсе тәжрибә булды, әйтергә кәрәк, бик ҡыҙыҡлы тәжрибә.

Фәнүр һәм Флүр Фәхриевтар - бер туғандар, йәш аралары 10 йыл. Береһе Ҡаранйылға ауыл клубының художество етәксеһе булһа, икенсеһе - Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто баянсыһы. Икеһе лә әрме сафтарынан һуң ауыл клубы мөдире булып эш башлаған булған. Ғаилә ҡорғандан һуң икеһе лә төрлө тарафтарҙа, төрлө һөнәр эйәһе булып эшләп, кире тыуған яҡтарына ҡайтып, мәҙәниәт өлкәһенә “төпләнә”. Флүр Ғималетдин улының Сәйетбаба ауылында яңы мәҙәниәт һарайында эш башлауына теүәл 15 йыл булһа, Фәнүр Ғималетдин улының Ҡаранйылға клубында эшләүенә 20 йыл буласаҡ. Ошо йылдарҙа улар “Аҡбейек” халыҡ театрының колоритлы, күркәм артистары, “Асанай” халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзалары, солистары, “Мырҙаҡай” бейеү ансамбленең дәртле бейеүселәре булып танылдылар. Кисәлә моңло йырҙар яңғыраны, күңелле бейеүҙәр, фольклор композициялар, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде. Өс бер туғандың - Фәнүр, Фәрит, Флүр Фәхриевтарҙың гармунда бергә уйнап сығыш яһауҙары – һирәк осрай торған күренеш. Юбилярҙарҙы ауыл йәмәғәт ойошмалары (аҡһаҡалдар ҡоро, ағинәйҙәр), коллегалары, туғандары, хәләл ефеттәре, балалары, ейәндәре ҡотланы. Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профкомы исеменән ҡотлауҙарҙы һәм Маҡтау грамоталарын мәҙәниәт бүлеге етәксеһенең дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәзилә Хәбибуллина тапшырҙы, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы А.Сәйфуллин, “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Р.Мәүлетҡоловтар ҙа тәбрик һүҙҙәренә йыр ҡушып бүләк итте.

Фәнүр һәм Флүр Фәхриевтар - коллективыбыҙҙың иң өлкәндәре. Проект авторы булараҡ, артабан да яҡшы эшләгән, һөнәренең оҫтаһы булып танылған коллегаларыбыҙҙың ижад кисәләрен ойоштороп торорбоҙ, тип ышанам.

“АУАЗ”да беҙҙең тауыш та бар

Татарстан менән сиктәш Илеш районына “АУАЗ” күп жанрлы башҡорт этник фестиваленә барыуыбыҙ ҙур яуаплылыҡ булды.

“Инструменталь ансамбль” номинацияһында беренсе урын яулауыбыҙ тәү сиратта музыкант, композитор Илһам Байбулдин эшмәкәрлеге арҡаһында булһа (ансамбль тулыһынса тиерлек ул эшләгән, тергеҙгән музыка ҡоралдарынан тора), фестивалдә һәр жанр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған булыуы, беҙҙең менән бөтөн Рәсәй һәм донъя буйынса 41 оркестр менән хеҙмәттәшлек итеүсе, филармонияның башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллиндың айырым шөғөлләнеүе, кәңәш-аңлатыуҙары ҙур мәктәп булды. Донъя кимәленә алып сығырлыҡ тип өмөт бағлауы күңелде үҫтерҙе. Думбыра, ҡурай, дөңгөр, ҡумыҙ, таштояҡ, ҡыштырҙыҡ һ.б. уйын ҡоралдарынан тыш, өзләүҙең үҙенсәлекле моңо ла ҡушылыуы беҙҙең ансамблде ысынлап та ҡабатланмаҫ итә.

Быйыл “Асанай”ҙың “халыҡ” исеме алыуына ла 10 йыл тулды, әлеге еңеүебеҙгә сәбәп булған композиция фольклор ансамблебеҙҙең юбилей кисәһендә лә (ноябрь аҙаҡтарына билдәләнгән) яңғырар, моғайын.

Илеш мәҙәниәт һарайы ҙурлығы менән күҙгә ташланған ине, музейының байлығы менән хайран итте. Боронғо һәм хәҙерге тарихына, тормошона, шәхестәренә, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә арналған иҫ киткес бай экспозициялар ике ҡатта урынлашҡан һәм район тураһында тулы мәғлүмәт бирә. Күргәҙмәләр ойоштороу өсөн бейек түбәле, иркен айырым зал ҡаралған. Унда был көндәрҙә халыҡ оҫталары үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, кәсеп серҙәрен асты. Күптәре менән байтаҡтан таныш булһам, оҫта булараҡ “Ауаз” фестивалендә диплом алыуымды ҙур ваҡиға тип һанайым.

“Аҡбейек” театрына - икенсе урын!

“Аҡбейек” халыҡ театры ла көҙөн әүҙемлеген арттырҙы. 31 октябрь - 1 ноябрь Әбйәлил районында Әхтәм Әбүшаһманов призына халыҡ театрҙары фестивалендә ҡатнашыуға өлгәште.

Иң ҙур коллектив (йәш арауығы 12-нән 80-гә тиклем булған 22 кеше) булыуы, костюмдар һәм реквизиттар байлығы, актер оҫталығы һәм актер ансамбле (бер-береһе менән уйналғанлыҡ), милли колорит – былар барыһы ла үҙ эшен эшләне. Ә.Әбүшаһманов, Сара Буранбаева, Йәмил Әбделмәнов кеүек сәхнә оҫталары, Тәнзилә Ҡалмырҙина кеүек белгестән торған абруйлы жюри хеҙмәтебеҙҙе юғары баһаланы, ишембайҙарҙан ғына ҡалышып, икенсе урынға лайыҡ булдыҡ.

Еңеүҙәр еңел бирелмәй, уларҙың һәр береһе артында ныҡышмалы һәм оҙайлы хеҙмәт ята. Быны Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм улар эргәһендә тупланған талантлы, дәртле, үҙаңлы һәм рухлы йәмғиәт яҡшы аңлай, шуныһы һөйөнөслө!

Рәйлә САБИТОВА,
Н.Фархшатов премияһы лауреаты.
Сәйетбаба ауылы.
Читайте нас: