+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 18:40

Кескәй батырҙар үҫә “Батыр”ҙа

Халҡыбыҙ борон-борондан батырҙарыбыҙ менән дан тотҡан тип маҡтанырға яратабыҙ, ә бына батырҙарҙың да бәләкәс сағын күргегеҙ киләме? 29 октябрь көнө Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт залында 2009-2013 йылғы малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында грек-рим көрәше буйынса ярыш үтте.

Ярышҡа бик күп уҡыусыларыбыҙҙың килеүе ҡыуандырҙы – фотограф Наил ағай Латипов көрәштең иң ҡыҙыҡ, иң көсөргәнешле ерҙәрен тотоп фотоға төшөрөп өлгөргән. Ҡарағыҙ – бәләкәс кенә батырҙарыбыҙҙың үҙ-үҙҙәрен тотошонда күпме еңеүгә ынтылыш күренә! Судья Альфред Мотаһар улының да эшенән кинәнес алыуы йөҙөнә сыҡҡан!

Булыр бала биләүҙән, тигән ҡанбабалар. Кесе йәштән көрәш сәме һеңеп, көрәш менән шөғөлләнеп, көслөләр менән бил нығытып, майҙандарҙа тәжрибә туплаған кескәйҙәребеҙ киләсәктә батыр тигән дан да ҡаҙаныр!

Әйткәндәй, “Батыр” клубының тренеры Флорид Фәрит улы көрәш менән шөғөлләнергә теләк белдергән һәр баланы үҙенең күнекмәләренә саҡыра. Төшкө ашты ашағандан һуң дәрес әҙерләргә тиклем ваҡыттарында бөтә малайҙар ҙа уның янына барып шөһрәтле спорт төрө – милли көрәш менән шөғөлләнә ала. “Быуаттар буйына камиллашҡан һәм башҡа йолалар, ҡиммәттәр кеүек милли мәҙәниәтебеҙҙең аҫыл өлгөһөн, өлөшөн тәшкил иткән спортта балалар һәләттәрен мотлаҡ асасаҡ”, – ти Флорид Фәрит улы Ғибаҙуллин. Тимәк, “Батыр” клубында батырҙар үҫер әле!

Гөлсөм МОНАСИПОВА.

Читайте нас: