“Бөгөн ситтән тороп төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү киң таралыу алған. Шуға ҡарамаҫтан, ҙур күләмдәге аҡсалар менән бәйле эштәрҙе банктарҙа, сауҙа үҙәктәрендә башҡарырға кәңәш итәбеҙ,” – ти БР буйынса Эске эштәр министрлығы енәйәтте тикшереү идаралығының телекоммуникация технологиялары ярҙамында мутлашыу һәм урлау осраҡтарын асыу буйынса бүлек начальнигы Азат Тимерйәнов. Уның әйтеүенсә, иң күп таралған мутлашыу схемаһы – банк хеҙмәткәрҙәре исеменән телефондан шылтыратып һәм популяр интернет-сервистарҙа ялған иғландар менән алдау. Күп осраҡта мутлашыусылар, йәнәһе, банктың именлек хеҙмәтенән шылтыратып, клиенттың картаһы менән шикле операция башҡарылыуы тураһында хәбәр итә һәм карта номерын, шул иҫәптән картаның ысын булыуын раҫлаусы 3 һанлы кодты әйтеүҙәрен һорайҙар. Шунан СМС-хәбәр менән телефонға килгән паролде әйтергә ҡушалар, ошо уҡ хәбәрҙә был паролде бер кемгә лә, хатта банк хеҙмәткәренә лә әйтеү ҡәтғи тыйылһа ла! Ошонан һуң клиенттың картаһындағы бар аҡсалар юҡҡа сыға.
Телефондан һеҙҙең исем-шәрифтәрегеҙҙе әйтеп шылтыратып, карта тураһында һорауҙар бирә башлағас та, телефонды һүндереп, картаның артында күрһәтелгән номер менән банкка шылтыратығыҙ. Һеҙгә шылтыратҡан номерға киренән шылтыратып ҡарағыҙ, мутлашыусылар булһа, улар телефонға яуап бирмәйәсәк.
Интернет аша мутлашыуҙың беренсе ысулы – интернетҡа нимәлер һатыу тураһында иғлан ҡуйған кешегә шылтыратып, йәнәһе, аҡса күсереү өсөн карта номерын һорайҙар, артабан алда яҙылған схема буйынса аҡсалар урлана.
Икенсе ысул – мутлашыусылар иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн осһоҙ хаҡҡа нимәлер һатыу тураһында үҙҙәре иғлан бирә. Ғәҙәттә, һатып алыусы алдан түләргә риза була һәм һөҙөмтәлә аҡсаһыҙ ҙа, тауарһыҙ ҙа тороп ҡала. “Һатыусыларға” киренән шылтыратыу файҙаһыҙ, улар клиентты шунда уҡ “ҡара исемлеккә” индерә. Әйткәндәй, осһоҙ хаҡҡа та-уар тәҡдим итеп мутлашыусы сайттар ҙа бик күп. Уларға күсерелгән аҡсаны кире бер нисек тә ҡайтарып булмай. Телефонға яуап биреп ултырыусы эшен тәҡдим итеүселәр менән дә һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә һеҙҙең эшмәкәрлек менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡыҙыҡһына башлауы мөмкин.
Сит кешеләргә ишек асмағыҙ
Оло кешеләрҙең өйҙәренә газ хеҙмәткәрҙәре, электриктар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм башҡалар булып килеүсе мутлашыусылар ҙа көндән-көн яңы ысулдар уйлап таба. Улар өлкәндәргә магазиндыҡынан әллә күпме тапҡырға ҡиммәтерәк янғын иҫкәрткестәр, газоанализаторҙар ҡуйырға тәҡдим итәләр. Күпмелер ваҡыт үткәс, уларҙы алыштырырға кәрәк тип тағы киләләр. Алмаһалар, янғын йәки газ хеҙмәтенән тикшереүселәр килеп штраф һаласаҡтар, тип ҡурҡыталар. Етмәһә, күп осраҡта ололарҙың аҡсаларын урлап сығалар, йәки ялған аҡсалар менән иҫәпләшәләр.
Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ: таныш түгел кешеләрҙе фатирығыҙға индерер алдынан уның исем-шәрифен, вазифаһын һорап эшләгән еренә шылтыратып, уның шунда эшләүе тураһында белешегеҙ.