Ҙур этнографик диктантты ойоштороусы булып Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Милли сәйәсәт министрлығы, партнеры – Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлеге, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек эштәре буйынса федераль агентлыҡ тора. Башҡортостанда акцияны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.
Башҡортостанда ҙур этнографик диктантты 55 майҙансыҡта яҙырға мөмкин булһа, беҙҙең Ғафури районы ла был акцияға ҡушылып, теләүселәр Красно-усол һәм Сәйетбаба ауылдарында ойошторолған майҙансыҡтарҙа этнографик диктант яҙҙы. Үҙәк район китапханаһында урынлаштырылған майҙансыҡта бөтәһе 76 кеше (14 ир-егет, 62 ҡатын-ҡыҙ) ҡатнашҡан. Куратор булып район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова торһа, өлкән ҡатнашыусыға 63 йәш, иң йәшенә 19 йәш булған.
Сәйетбаба ауылында мәктәптә һәм мәҙәниәт йортондағы китапханала үткән этнографик диктант яҙыуҙа 70 кеше ҡатнашып, тарихи-мәҙәни үҙәк директоры Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡолов куратор булһа, диктант яҙыуҙа мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәткән. Диктант 30 һорауҙан тороп, 20 һорау дөйөм, 10-һы үҙебеҙ йәшәгән төбәккә ҡағылышлы һәм ошо эштәрҙе эшләү өсөн 45 минут ваҡыт бирелгән. Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирә алғандар 100 балл аласаҡ.
Этнографик диктант һорауҙарға яуап биреү формаһында үтте. Тест ауыр, әммә ҡыҙыҡлы. Башҡортостан халҡына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреү артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаһа ла, башҡа милләт теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, аш-һыуына бәйле мәғлүмәттәр уйланырға мәжбүр итте, тине был акцияла ҡатнашыусылар.
Сара һуңында һәр кемгә акцияла ҡатнашыу тураһындағы сертификаттар тапшырылды. Диктанттың һөҙөмтәләрен, эштәрҙең дөрөҫ яуаптарын һәм типик хаталарҙы 12 декабрҙә сайтта ҡарарға мөмкин буласаҡ.