+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2019, 14:31

Һатыусы ла, алыусы ла ҡыуанды

Шәмбе көнө М.Ғафури майҙансығында Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан бай көҙгө йәрминкә уҙғарылды. Был көндө берәүҙәр һатып, икенселәр алып ҡыуанды.

Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ойошторған концерт та йәрминкәгә йәнлелек биреп, үҙенә тартып тора ине. Сараны район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов асып, һәр береһенә уңышлы көн теләне.

Ауыл биләмәләре көҙгө йәрминкәгә берҙәм сыҡҡан. Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Табын, Үтәк ауылдары ойошҡанлығы менән айырылып торҙо. Күрше Ауырғазы районы эшҡыуарҙары һатыуға кәбеҫтә килтергәндәр. Табын ауылында йәшәүсе Константин Соколовтың ҡыҙарып бешкән баулы баланы әллә ҡайҙан сағыу булып үҙенә саҡырып торҙо. Ул шулай уҡ мунса миндеге, һепертке һәм башҡа әйберҙәр ҙә алып сыҡҡан. Туғай ауылынан Флүзә һәм Фәнзил Рәхмәтуллиндар йәрминкәгә тере өйрәк, бройлер тауыҡтар, Сәйетбабанан Лоҡмановтар ярым фабрикаттар алып килгән. Бал, ит һатыусылар айырыуса күп ине майҙанда. Йәрминкәлә һәр кем тейәр хаҡҡа ҡышҡылыҡҡа кәрәк-ярағын, ит-бәрәңгеһен алып ҡыуанды. Ә инде йүнселдәр үҙ әйберен һатып, ғаилә бюджетына табыш килтереп шатланды.


Читайте нас: