+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2019, 11:20

Һәр һан артында һөҙөмтәле хеҙмәт

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте нисәмә тапҡыр исемен, структураһында үҙгәрештәр кисерҙе. 2012 йылдан, билдәле булыуынса, беҙҙең хәүефһеҙлек һағында полиция хеҙмәткәрҙәре тора. Әммә был хеҙмәт, полициямы йәки милиция-мы ул, үҙ атамаһын үҙгәртеүенә ҡарамаҫтан, йолаға ярашлы, 10 ноябрҙә эске эштәр хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.Йылдың-йылы ошо көндә коллегалары менән бер рәттән Ғафури хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсылары ла ҡотлауҙар ҡабул итә. Ошо уңайҙан район эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция майоры, быйыл үҙ хеҙмәт бурыстарын өлгөлө башҡарғаны һәм өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған Ильяс Әхәт улы РӘХМӘТУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

- Беҙҙең Ғафури район эске эштәр бүлеге коллективы һөнәри байрамды һәйбәт һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Рес-публика Эске эштәр бүлектәре араһында алдынғылар иҫәбендәбеҙ, йылдан-йыл яҡшыраҡ эшләргә тырышабыҙ. Бүлекте министрлыҡ тарафынан ыңғай яҡтан билдәләүҙәре, әлбиттә, личный составтың үҙ алдына ҡуйылған хеҙмәт бурыстарын намыҫлы һәм тырышлыҡ менән башҡарыуы, берҙәм, бер төптән эшләүе һөҙөмтәһе.

Ағымдағы йылдың 9 ай арауығында районда 264 енәйәт ҡылыу осрағы теркәлеп, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 40 фактҡа кәмерәк булды. Йәмәғәт урындарында енәйәт ҡылыуҙың – 44 (былтырғы менән сағыштырғанда 24-кә кәмерәк), урам буйҙарында - 34 (-22), эскән килеш -120 (-34) осраҡ теркәлде. Енәйәттәрҙе асыу кимәле 87,7 процент тәшкил итте, асылмай ҡалғандары аҙ ҡала килә. Ауыр енәйәт ҡылыуҙың (кеше ғүмерен ҡыйыу) бер факты асылды, былтырғы ошо осорҙа 3-әү теркәлгән. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан наркотик һаҡлау, әҙерләү һәм ҡулланыуҙың 8 осрағы (былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 2-гә күберәк), иҡтисади йүнәлештәге енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса төркөм тарафынан 13-кә күберәк енәйәт асылды. Был йүнәлеш буйынса енәйәтселәрҙе фашлау йәһәтенән шулай уҡ республика буйынса алдынғылар иҫәбендәбеҙ. Әлбиттә, һөҙөмтәләрҙең барыһы ла халыҡ араһында профилактик эштең тейешле кимәлдә һәм күберәк алып барылыуында сағылыш таба.

Тап ошо һандар артында район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ, алһыҙ-ялһыҙ һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле хеҙмәте ята. Личный состав 88 кешене берләштерә. Бүлек йәш кадрҙар менән тулылана, әммә хеҙмәттең ҡатмарлы булыуынан йәштәр бигүк эшкә килергә ашҡынып тормай. Хеҙмәтебеҙ илке-һалҡылыҡты үҙ итмәй, шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһы дөйөм эшкә үҙенең тос өлөшөн индерергә тырышып эш итә. Байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле һәм оператив эшләгән үҙ һөнәренең оҫталарын атап үтергә кәрәк. Улар: бик грамоталы, яҡшы белгес - эксперт-криминалист Рөстәм Хәйҙәр улы Зыя-зетдинов (бүлектәге 90 процент уңыш тап уның эшмәкәрлегенән тора), штабтың өлкән инспекторы Ирик Нил улы Сәғитуллин (икеһе лә бүлектең арҡа һөйәген тәшкил итә), Юл-патруль хеҙмәтенең өлкән дәүләт инспекторы Илдар Флүр улы Хөсәйенов (үҙешмәкәр йырсы ла, эске эштәр бүлектәре араһындағы конкурстар уның сығышынан башҡа үтмәй, әйткәндәй, былтыр конкурста 1-се урын яуланыҡ, бәлиғ), булмағандар эштәре буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы Ләйсән Миңниәхмәт ҡыҙы Йәғәфәрова, административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы күҙәтеү буйынса өлкән инспектор Максим Айрат улы Фәйзуллин, төньяҡ төбәк буйынса өлкән участка инспекторы Ғәли Ғәлинур улы Суфиянов, енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһенән йәш оперуполномоченный Айрат Марат улы Ғәббәсов, патруль-пост хеҙмәте бүлексәһенән Илмир Радик улы Байбулдин етәкселегендә Вячеслав Владимирович Гребнев, Рената Ринат ҡыҙы Ниғмәтуллина, ирле-ҡатынлы эшләүселәрҙән оператив дежурный Денис Сергеевич Грязнов менән штаб белгесе Раушания Ишбирҙе ҡыҙы Әминева, өлкән тәүтикшереүсе Гүзәл Камил ҡыҙы Рафиҡова һәм башҡалар.

Бөгөн район эске эштәр бүлегенең ветерандар советы рәйесе Камил Фәйзрахман улы Хәлитов етәкселегендәге ветерандарыбыҙҙы ла (улар 97 кеше) айырыуса оло ихтирам менән билдәләп үтергә теләйем. Улар: Наил Әсҡәт улы Сатлыҡов, Әхмәт Сәйетгәрәй улы Йосопов, Әүхәт Фазлиәхмәт улы Исхаҡов, Марат Мөхәмәҙи улы Шәйәхмәтов, Валерий Николаевич Рябов, Виктор һәм Валерий Семенович Уреневтар, Зөлфиә Рөфҡәт ҡыҙы Йәрмөхәмәтова һәм башҡалар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәш хеҙмәткәрҙәргә үҙҙәренең һөнәри белемдәре һәм бай тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙа тос ярҙамдарын тоябыҙ. Камил Фәйзрахман улы музей директоры булараҡ, уны экспонаттар менән тулыландырыу буйынса ҙур эш башҡара. Күптән түгел ул тантаналы шарттарҙа музейға заманында милиционерҙарҙың берҙән-бер хәрәкәт итеү транспорты булып хеҙмәт иткән ҡомартҡы- мотоциклды урынлаштырҙы.

Форсаттан файҙаланып, бүлектең бөтөн личный составын, ветерандарыбыҙҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын һөнәри байрамыбыҙ – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләләренә именлек, яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәттәрендә уңыштар, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.


Читайте нас: