Аҡбуҙат танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы буйынса Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Кәҫленән суйын һынды
6 ноябрҙә йөк тракторында килтергәндәр.
Уның бейеклеге – өс метр, ҡанаттары араһында арауыҡ та өс метр самаһы. Әҙерләүселәр мәғлүмәте буйынса, аттың ауырлығы – өс тоннаға яҡын.
«Аҡбуҙат» монументаль-скульптура композицияһы Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйыла.