+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 22:12

Ағинәйлек бурыстары барланды

Төрлө ауылдарҙан килгән ағинәйҙәр башта Ҡауарҙы оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты. Һәр ваҡыттағыса йыйын гимнға әүерелгән “Ағинәйҙәр” йыры менән башланды.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борондан ҡалҡан һымаҡ ҡатын- ҡыҙҙарҙан бер аҙым алда йөрөгән. Бөгөн иһә шуның киреһе: ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – алда, ә беҙ, ир-егеттәр уларҙан артта йөрөйбеҙ. Тәртипһеҙлек, эскелек, аңһыҙлыҡ, динһеҙлек кеүек кире күренештәргә ҡаршы көрәштә улар алғы һыҙыҡта килә. Ә беҙ улар артына йәшенеп ҡалдыҡ. Ҡорҙаштар, беҙгә лә берләшергә ваҡыт түгелме? Аҡһаҡалдар тигәнерәк бер ойошмаға берләшеп, ағинәйҙәр менән бер төптән эшләһәк насар булмаҫ ине,- тип йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте ауылдың имамы Фәрғәт Васиков йыйынға фатиха биргәндән һуң. Уның был фекерен ауыл старостаһы Фуат Латипов та ҡеүәтләп сыҡты. Ул шулай уҡ ауылда буйҙаҡтар күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, район Ағинәйҙәр ойошмаһы янында яусы-димселек клубы ойоштороп, төрлө ауылдарҙағы яңғыҙҙарҙы парлы итеү тәңгәлендә эш алып барылһын ине, тигән тәҡдимен еткерҙе.

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов ҡунаҡтарҙы биләмәгә ҡараған ауылдарҙағы хәл-торош менән ҡыҫҡаса таныштырып, ауылдар тормошонда ағинәйҙәрҙең ҙур роль уйнауын билдәләне.

- Был тәңгәлдә Юлыҡ ауылы ағинәйҙәре айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Сер түгел, бөгөн һәр ауылда тиерлек эскелек, суррогат араҡы һатыусылар бөтә бәләләрҙең башы булып тора. Бөгөнгө көндә ауыл биләмәһе буйынса 12 кеше өйөнән спирт, араҡы, көмөшкә һата. Иң аяныслыһы - ошо ҡара исемлектәгеләрҙең барыһы ла ҡатын- ҡыҙҙар. Ағинәйҙәргә бына ошо кешеләр менән аңлатыу эшен әүҙемләштерергә кәрәктер. Суфия Юлыҡова етәкселегендәге Юлыҡ ағинәйҙәре был тәңгәлдә эш башланы. Ҡауарҙылар ҙа уларҙан ҡалышмаҫ, моғайын,- тип Рәфис Ғәлинур улы ағинәйҙәр алдына аныҡ бурыс ҡуйҙы. Ул шулай уҡ алда әйтелгән тәҡдимдәрҙе хуплап, ауылдарҙа абруйлы ир-уҙамандар тупланып, ағинәйҙәр менән бер төптән эшләгәндә насар күренештәргә ҡаршы көрәш һөҙөмтәлерәк булыр ине, тип билдәләне. Артабан биләмә башлығы ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләгән Миңнира Мансур ҡыҙы менән Ғаяз Хөсәйен улы Дәүләтбаевтарҙы тәбрикләп, уларға Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың ҡотлау сәләмен һәм бүләген тапшырҙы.

Йыйында шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Г.З.Байдәүләтова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, “Ғафури табындары” ойошмаһының идара етәксеһе Ғ.З.Ҡалмырҙин сығыш яһап, район ағинәйҙәре ойошмаһы эшмәкәрлеген юғары баһаланы, кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙеләр, әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙылар.

Ҡауарҙылар йыйынға “Мәңге балҡы, Башҡортостан” тигән темаға әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгәйне. Сара барышында ҡунаҡтар Ҡауарҙы ауылы тарихына бәйле риүәйәт менән танышты, “Ҡот ҡойоу” йолаһынан өҙөк ҡараны. Уҡыусы балаларҙың йыр-бейеүҙәре, 85 йәшлек Мәрүә апай Мөхәмәтйәнованың үҙе сығарған таҡмаҡтары һәр кемгә ифрат оҡшаны.

Йыйынды йомғаҡлап, район ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова үткәрелгән сараға анализ биреп, ыңғай яҡтарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе барланы, ағинәйҙәр ойошмаһы эшмәкәрлегенең төп маҡсаттарын тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп, аныҡ бурыстар билдәләне, алдағы көндәргә эш планы менән таныштырҙы.

- Ағинәйҙәр эшмәкәрлегендә тарихи тамырҙарыбыҙҙы, шәжәрәбеҙҙе, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, тергеҙеү, милли кейемдәребеҙ һәм аш-һыуҙарыбыҙҙы киң ҡулланылышҡа индереү, бала тәрбиәләүҙә халыҡ тәрбиәһе өлгөләрен аяҡҡа баҫтырыу, “Башҡорт ғаиләһе” статусын күтәреү, йәштәрҙә, балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү төп маҡсат булып тора һәм беҙ үҙ эшебеҙҙе ошо йүнәлештә алып барырға тейешбеҙ,- тине Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. Ул шулай уҡ районыбыҙҙың арҙаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тураһында мәғлүмәттәр йыйыу, милли матбуғатҡа әүҙем яҙылыу, эскелек кеүек яман күренештәргә ҡаршы эште киң йәйелдерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ҡауарҙы мәктәбе ашханаһында әҙерләнгән сәй табыны артында ла һөйләшеү ошо юҫыҡта дауам итте.


Читайте нас: