+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 16:04

Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүсе проект

Районыбыҙҙа ҙур һәм бәләкәй 90 ауыл бар. Һәр ҡайһыһында тиерлек проблемалар етерлек – иҫкергән һыу үткәргестәр һәм ҡыйыҡтар, насар юлдар һәм башҡалар. Урындағы бюджеттың ғына көсөнән килмәүе билдәле, әммә һуңғы йылдарҙа мөһим мәсьәләләрҙе урындағы халыҡ ҡатнашлығында башҡарып сығыу мөмкинлеген биргән механизм бик әүҙем эшләй. Был хаҡта район хакимиәте башлығының финанстар буйынса урынбаҫары Светлана ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА ентекле аңлатма бирҙе.

-Урындағы баш-ланғыстарҙы яҡлау программаһы (ППМИ) – инициатив бюджетлау моделдәренең береһе булып тора. Илебеҙҙә иһә инициатив бюджетлау 10 йыл тирәһе элек уҙғарыла башланы. Был уңышлы тәжрибә йылдар үтеү менән төбәктәргә лә таратылды. 2016 йылда ППМИ-ла тәүгеләрҙән булып ғафуриҙар ҙа ҡатнашты. Тәүге өс йылда урындағы 12 проект дөйөм 9 миллион һумдан ашыу суммаға конкурстың һайлап алыу турын үтте.

Ошо ваҡыт арауығында районыбыҙҙың ауыл биләмәләре Программаның бөтөн өҫтөнлөктәрен баһаланы һәм алған тәжрибәләренән сығып конкурста әүҙемерәк һәм уңышлыраҡ ҡатнаша башланы. Һөҙөмтәлә, ағымдағы йыл уңышлы проекттар иҫәбе бу-йынса рекордлы булды: конкурсҡа тәҡдим ителгән 14 заявканың 13-ө һайлап алынды, ә финанслауҙың дөйөм суммаһы 12 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

Нигеҙҙә райондың Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуы дөйөм хаҡы 26 миллион һум тирәһендәге 25 проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 17,5 миллион һум аҡса бүленде – был бит уғата ҙур сумма. Халыҡтың йыйған аҡсаһы 3 миллион һум тәшкил итһә, бағыусылар 2,6 миллион һум аҡса бүлде.

Был аҡсаға 6 трактор һатып алынды, ауыл биләмәләре ҡар таҙартыу машиналары һәм тағылмаларына эйә булды, ике һыу үткәргес ремонтланды, Красноусолда “Йәшлек” паркы яңыртылды, дүрт ауыл биләмәһендә клубтар ремонтланды һәм ҡорамалдар һатып алынды.

Бынан тыш, мәҫәлән, Бурлы ауылында ППМИ ярҙамы менән янғын һағы депоһы капиталь ремонтлана, Ҡауарҙыла урындағы мәктәп компьютер техникаһы менән тулыландырыласаҡ, Имәндәштә янғын автоцистернаһы һатып алынасаҡ. Һәр кем өсөн һөйөнөслө башҡа миҫалдар ҙа етерлек.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы – ул халыҡтың әүҙем ҡатнашлығы менән айырыуса актуаль социаль мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеү. Әлбиттә, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләр хаҡында һүҙ бара, ҙур булмаған юл участкаһын, һыу үткәргестәрҙе ремонтлау, яҡтыртҡыстар урынлаштырыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм башҡалар.

Был осраҡта граждандар проблемаларҙы, финанслауҙы билдәләүҙә генә түгел, ә проекттытормошҡа ашырыу барышында контроль тәьмин итеүҙә лә ҡатнаша. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын индереү халыҡтың власҡа ышанысын күтәреүгә булышлыҡ итә, ысынбарлыҡта эш итеүсе йәмәғәт контроле механизмын булдыра.

Халыҡ яғынан, муниципаль бюджеттан һәм бағыусылар тарафынан финанслау кимәле, проектта ҡатнашыусыларҙың иҫәбе хәл иткес әһәмиәткә эйә. Барыһы ла “күберәк булһа, яҡшыраҡ” принцибы буйынса эшләй. Шулай уҡ халыҡ өсөн мөһим булған теге йәки был проблеманы сағылдырған балалар һүрәттәре конкурсы, флешмобтар һәм башҡа саралар өҫтәлмә баллдар килтерергә мөмкин.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында үҙ халҡы мәнфәғәтендә мәсьәләләрҙе хәл итеп, Яңғыҙҡайын һәм Имәндәш ауыл биләмәләренең айырыуса әүҙем һәм уңышлы ҡатнашыуын билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ районда иң ҙуры булған Красноусол ауыл хакимиәте лә ҡалышмай.

Ә бына Еҙем-Ҡаран һәм Ташбүкән ауыл биләмәләре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәрендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән республиканан финансланған бик яҡшы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындыралар. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҙур проектты тормошҡа ашырыу, бағыусыларҙан һәм халыҡтан тейешенсә аҡса йыйыу буйынса эште ойоштороу килеп сыҡмай икән, иғтибарҙы бәләкәйерәктәренә – мәҫәлән, балалар майҙансығы төҙөүгә, ҙур булмаған күперҙе йәки урам (юл) участкаһын ремонтлауға һәм башҡаларға йүнәлтергә була.

14 октябрҙә ППМИ-2020 конкурсына старт бирелде. Быныһы иһә юбилей йылы буласаҡ. Бөтөн ауыл хакимиәттәрен дә үҙ тәжрибәләрен иҫәпкә алып, Программаның артабанғы этабына сифатлы һәм ойошҡан рәүештә ҡарарға саҡырам. Әле хеҙмәт коллективтарында һәм ауыл хакимиәттәрендә ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыштар уҙа – был ППМИ-ны тормошҡа ашырыуҙың башланғыс этабы. Конкурста ҡатнашыу өсөн проект һайлап алына, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға аҡсалата һәм аҡсалата булмаған суммалар билдәләнә (быйыл халыҡ индергән аҡсаның максималь проценты 10 %, элекке йылдар менән сағыштырғанда 5 процентҡа кәметелгән). Райондың барлыҡ ауыл биләмәләренә һәр йәһәттән һөҙөмтәлелек, халыҡ яғынан килешеүгә, аңлашыуға һәм ярҙамға өлгәшеүҙәрен теләйем. Бары тик бергәләшеп эш иткәндә генә үҙ ауыл биләмәңдә тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн конкурста уңышлы ҡатнашыуға шарттар булдырырға мөмкин.


Читайте нас: