+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 19:16

Матурлыҡҡа сорналған күңел

Ҡасандыр ҡупшы кейенгән, ыҡсым кәүҙәле, күҙҙәре янып торған апайҙы беренсе тапҡыр Сәйетбаба ауылының ҡап уртаһында урынлашҡан Көнкүреш йортонда күргәйнем. Тегенсе булып эшләгән апайҙарҙың: “Ошо татар килен берәй мода килтереп сығара ла, әйҙә, бөтәһе лә тектерә башлай”, тигәндәре хәтерҙә һаҡланып ҡалған. Ул ваҡытта дизайн, модельер тигән һөнәрҙәрҙе ишеткәнебеҙ ҙә юҡ ине.

Ә татар килен тигәндәре - Һамар өлкәһенән килен булып төшкән Мәрүәр Сәмиғулла ҡыҙы Сабитова шул саҡта ошо һәләткә эйә булған икән. Сәйетбаба ауылында беренсе булып камзул, әберкәле күлдәк кейеүҙе тергеҙҙе, бихисап һаҡал, ҡашмауҙар эшләне. Быйыл 8 март байрамына арналған “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” тип аталған кисәлә Мәрүәр Сәмиғулла ҡыҙына тыуған көнө - һикһән йәшлек юбилейы айҡанлы ауылдаштары ҙур бүләк әҙерләне - уның теккән камзул-күлдәктәр, күҙ нурҙары түгелгән һаҡалдар, ҡашмау-таҡыяларын кейеп, сәхнә тултырып дефиле күрһәттеләр, рәхмәт уҡынылар. Тегеү эшенә шөғөл генә түгел, ижад итеп ҡараған кешегә шунан да артығыраҡ ни кәрәк? Хеҙмәтенең кәрәк булыуын, ихтыяж бар икәнен күреүҙән күңеле үҫеп, оло йәшенә ҡарамай, ҡомары тағы асылып китеп яңы шөғөлгә тотондо. Хәҙер мәрйен менән биҙәкләп сумкалар, кеҫә телефонына янсыҡтар, көшөлөктәр эшләй башланы. Күр-гәҙмәләрҙә йыш ҡатнашып тора, эргәһенән кеше өҙөлмәй, күптәр матур әбей менән фотоға төшөргә һорай. Үҙе ғүмер кисергән өйөн дә төрлөсә биҙәп күңел йыуата Мәрүәр апай. Ҡорама юрған, түшәктәрен дә төрлө туҡыманан матур итеп эшләп ҡуйған. Тәҙрә ҡапҡастарына ла пластик һауыттарҙан сәскәләр ижад иткән. Уның күңеле матурлыҡ менән генә һырланған кеүек. Тышҡы матурлыҡты бары тик изге күңел балҡыта бит.

Мәрүәр апай тормош иптәше Хәбир Сәлих улы Сабитов менән алыҫ Төркмәнстанда, Ашхабад ҡалаһында танышҡандар. Өс йыл хеҙмәт итеп төҙөлөшкә эшкә урынлашҡан егет педучилищела уҡып, төҙөлөштә эшләп йөрөгән йәш ҡыҙ менән бер-береһен тәү күреүҙә үк оҡшата һәм бер ай эсендә өйләнешеп тә ҡуялар. Оло улдары Ра-уил шунда тыуа. Һуңынан Сәйетбаба ауылына ҡайтҡас Раил, Фаил, Наил, Булат һәм кесе ҡыҙҙары Рәйлә донъяға ауаз һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде ике улы, илле йылдан артыҡ бергә ғүмер кисергән тормош иптәше лә был фани донъяларҙа юҡ инде. Әммә, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡып тормаған, ирен хөрмәт иткәнлектән йәшәр ерҙе лә уның тыуған ерендә төйәк иткән, улдар үҫтергән ҡатынына Хәбир ағай теге донъяла ла рәхмәтлелер. Бөгөнгө көндә Мәрүәр Сәмиғулла ҡыҙы бүлә-бүләсәрҙәр һөйөү бәхетенә лә ирешкән кеше. Үҙенең балалыҡ осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килһә лә, һис зарланып ултырырға яратмай. Ҡулдарын эшкә ҡушып, күңелендә йөрөткән биҙәктәрен йә тегеп, һырлап та ҡуя. Изге доғаларын уҡып, намаҙын да ҡалдырмай, Ураҙа айын да көтөп ала. Киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡта, балалар һөйөүендә, донъяға матурлыҡ бөркөп йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Читайте нас: