+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 11:17

“Йөрәк һүҙе”ндә яҡташтарыбыҙ

9 ноябрҙә Өфөләге “Башҡортостан” концерт залында халҡыбыҙҙы рухландырып, моңландырып, хисләндереп өсөнсө тапҡыр үткәрелгән “Йөрәк һүҙе - 2019” шиғриәт бәйгеһенең финалы уҙҙы.

Быйылғы конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналып, башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә унда тик профессиональ актер йәки режиссер һөнәренә эйә булыусылар үҙ-ара көс һынашты. Бәйгенең еңеүсеһе тип яҡташыбыҙ, телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина танылды. Уға оло бүләк – автомобиль һатып алырға 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Шулай уҡ икенсе яҡташыбыҙ, радио алып барыусыһы, йырсы Фәрүәз Урманшин “Тамашасылар һөйөүе” призына лайыҡ булды. Уға Бөтә

донъя башҡорттары ҡоролтайынан 100 мең һумлыҡ сертификат бирелде. Проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде. Бәйгене танылған сәхнә һәм телеэкран йондоҙҙары – Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев, Наилә Ғәләүетдинова һәм Флүрә Мурзина баһаланы.

Ғафури еренән илһам алып үҫкән, әле лә бәйләнеште өҙмәгән, тәбиғәт биргән һәләттәрен үҫтереүгә туҡтауһыҙ көс һалған яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ.


Читайте нас: