-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2019, 16:32

Яҡшы орлоҡ – уңыштың нигеҙе Райондың фитосанитар шарттары

Арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостай Кәримдең һүҙҙәре күңелдең иң түренә ингән: “Ерҙә баҫып торған килеш ерҙән алыҫлашабыҙ!”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик дөрөҫ, хаҡ һүҙҙәр, күп осраҡта беҙ еребеҙҙең ҡәҙерен белмәйбеҙ, ҡөҙрәтен баһаламайбыҙ. Ғафури районында күпселек юғары гумус ҡатламлы, механик составы ауыр, ҡара һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Климат – уртаса континенталь, тәбиғәт шарттары күпселек техник, майлы, яҙғы һәм ужым культуралары үҫтереү өсөн ҡулайлы. Ғафуриҙың сөм-ҡара тупрағына һоҡланмау мөмкин түгел. Шуға күрә ул яҡлауға, һаҡлауға мохтаж!

Районда орлоҡсолоҡ хужалыҡтары юҡ, шулай ҙа бик юғары кимәлдә орлоҡ әҙерләгән хужалыҡтар бар. “Г.М.Тахтаров”, “Р.В.Мөьминов”, “Сатурн” крәҫтиән хужалыҡтарында һәр ваҡыт тик сифатлы орлоҡ бураларға һалына. Был хужалыҡтар сорттарҙы яңыртыу һәм алмаштырыу өҫтөндә даими эшләй. “Сатурн” крәҫтиән хужалығында тик интенсив сортлы культуралар үҫтерелә. “Урман” крәҫтиән хужалығында быйыл тик юғары репродукциялы орлоҡтар сәселеүе лә ҡыуаныслы. “Урожай” ЯСЙ-е крәҫтиән хужалығында, “Восход” ЯСЙ-е агросәнәғәт предприятиеһында орлоҡтарҙың бер ни тиклем күләме алмаштырылды. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла ужым культураларының орлоҡтары кондициялы һәм яҡшы шытымлы.

Ужым культураларының көҙҙән үк ауырыуҙар менән зарарланыуын билдәләп үтергә кәрәк. Бигерәк тә ҡар туңмаған ергә ятһа, сирҙәр ҡар ҡатламы аҫтында үҫешә һәм тарала. 2018 йылда сәселгән ужым культуралары тифулез һәм склеротиниоз менән зарарланған ине. Тифулез һыу баҫҡан ауыр тупраҡлы аҡтамыр үләне үҫкән урындарҙа осрай. Ҡарлы үңәҙгә (снежная плесень) ҡаршы көҙгө эшкәртеү талап ителгәнлектән, түбән температураларға иҫәпләнгән препараттар ҡулланыу кәңәш ителә. Фунгицидтарҙы һуңғы көҙ көндәрендә ҡар яуғансыға тиклем баҫыуҙарға һибергә кәрәк. Пестицидтарҙы “РФ территорияһында ҡулланыуға рөхсәт ителгән пестицидтар һәм агрохимикаттар исемлеге” каталогына ярашлы ҡулланыу отошло. Үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын агротехник алымдар менән бәйләгәндә һөҙөмтәләр яҡшы була. Уңыш йыйып алғандан һуң ҡамылды эшкәртеү, ерҙе һөрөү ҡоротҡостарҙы һәм бәшмәк ауырыуҙарын юҡ итеүгә ярҙам итә.

Ауырыуҙарҙың нисбәтен, бер бөтөн комплекс тәшкил итеүен климат үҙенсәлектәре билдәләй, йыш ҡына тәбиғәт ҡоротҡостарҙың һәм төрлө ауырыуҙарҙың шашып үрсеү механизмын эшләтеп ебәрә. Районыбыҙ сәсеүлектәрендә фузариоз-гельминториоз этиологиялы тамыр серегенең артыуы күҙәтелә, беренсел инфекция сығанағы булып зарарланған орлоҡ тора. Тынлыҡ осоро тамамланғандан һуң, орлоҡтар ныҡлап сирләй башлай, уларҙың сығышы түбәнәйә. Бигерәк тә арпа гельминтоспориозға һиҙгер. Системалы һәм система-контактлы препараттар орлоҡтоң өҫкө генә түгел, эске ҡатламындағы ла инферкцияны дауалай. Контактлы препараттар тик тыш яҡтағы ғына инфекцияны дауаларға ярҙам итә. Шуға күрә, иген ағыулау препараттарын һайлағанда дифференциаль ҡараш булырға тейеш.

Тик сифатлы орлоҡтан ғына сифатлы һәм юғары уңыш үҫтереп була. Иген экспорты агросәнәғәт комплексының иҡтисади күрһәткесе булып тора. Ҡайһы бер зыянлы организмдар беҙҙең төбәктә киң таралған һәм карантин әһәмиәткә эйә түгелдәр, шулай ҙа улар импортер илдә карантин организм булып тороуы мөмкин. Мәҫәлән, гессен себене, зарарлы ҡандала бөжәге, билсән үҫемлеге һ.б.

2019 йылда сәсеүлектәрҙә зыянлы ҡандала бөжәге таралыуы һәм артыуы күҙәтелде. Яҙғы һәм ужым бойҙайының, арыштың аҡ төҫкә ингән башаҡтары осраны. Шулай уҡ билсән үләне таралған баҫыуҙар ҙа бар.

Ужым бойҙайы арыштан һуңғараҡ сәселгәнгә күрә (беҙҙең район шарттарында – 5-25 сентябрь) малдан тапалыуға бирешә, уңыш ҡеүәте кәмей.

Игенсенең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Мул уңыш үҫтереү өсөн бик күп сығымдар сарыф ителә, әсе тир түгелә. Табын түрендәге иң ҡәҙерле ризыҡ – икмәк. Баҫыуҙарҙа үҫкән иген дә шул уҡ икмәк, тик әлегә табынға барып етмәгән һәм уға үҙебеҙҙең хөрмәтебеҙҙе белдерәйек, үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ сапмайыҡ.

Лиза ХӘЙРЕТДИНОВА,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге төбәк филиалының
Ауырғазы район-ара бүлеге баш агрономы.
Читайте нас: