+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 12:20

Байрам менән, ауыл эшсәндәре!

Хөрмәтле ауыл хужалығы эшсәндәре, эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Ауыл хужалығы иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе булды һәм булып ҡала. Үҙ эштәрен бар күңелдәрен һалып, яратып башҡарыуы һәм уға бирелгәнлеге, данлы хеҙмәт традицияларына тоғро ҡалыу был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә хас сифаттар. Илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлеге, граждандарҙың өҫтәлдәрендә муллыҡ тантана итеүе тап уларҙың иңендә ята. Бөгөн республиканың һәм райондың йылдам үҫеше, граждандарҙың иртәгәһе көнгә ышанысы күп йәһәттән ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең уңыштарынан тора. Күп кенә ғафуриҙар өсөн ауыл хужалығы – төп мәшғүллек өлкәһе һәм килем алыу сығанағы ғына түгел, ул тормош кимәле, унһыҙ үҫешергә мөмкин булмаған фундаменталь нигеҙ, йәшәү кимәлен яҡшыртыуға ышаныслы алға барыу. Аграр секторҙың торошонан, һәләтле етәкселәрҙең, белгестәрҙең, механизаторҙар, малсылар, фермерҙарҙың, был тармаҡтың башҡа хеҙмәткәрҙәренең көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтенән райондың иҡтисади ғына түгел, шул уҡ ваҡытта социаль именлеге лә тора.
Бөгөн Ғафури районы рес-публикала, шәкәр сөгөлдөрөн етештереү буйынса лидерҙарҙың береһе булараҡ, лайыҡлы урынды биләй. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, район хеҙмәтсәндәре республиканың ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы үҫешенә тос өлөшөн индерҙе. Иген культуралары уңышы тулыһынса йыйып алынды, сөгөлдөр сығарыу тамамланыу өҫтөндә, хужалыҡтар үҙҙәрен орлоҡ менән етерлек кимәлдә тәьмин итте, малдарҙы уңышлы ҡышлатыу өсөн мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнде.
Райондың ауыл хужалығы тарихында фиҙаҡәрлек һәм эшсәнлек өлгөһө ғүмерлеккә яҙылған ауыл хужалығы тармағы ветерандары адресына айырым ҡотлауҙарымды еткерге һәм сәләмәтлек теләге килә. Бөгөн Һеҙҙең күптәрегеҙ үҙегеҙҙең белемегеҙҙе, бай һөнәри тәжрибәгеҙҙе йәш белгестәр менән ихлас бүлешәһегеҙ.
Хөрмәтле ауыл уңғандары! Бөгөнгө байрам көнөндә барығыҙға ла еңел булмаған, әммә үтә лә кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һәм бар йөрәктән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем! Һәр ваҡыт һәм һәр ҡайҙа уңыштар юлдаш булһын!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: