+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2019, 17:20

Мин дә студент булдым

1946 йылдың август айы, ҡәһәрле һуғыш тамамланыуға йылдан артыҡ ваҡыт үтте. 3 йыл инде ауыл Советында хисапсы-кассир булып эшләйем. Ауылда минән дә “бай” кеше юҡ, сөнки һәр бер хужалыҡтан аһ-зар илатып һалымдарҙан йыйылған аҡсалар минең ҡулда, йәғни кассала, ә кеҫә буш. Ғүмер буйы аҡса һанап ултырып булмай бит инде, уйланым-уйланым да: “Уҡытыусы булырға!”- тигән ҡарарға килдем. Мораҡ мәктәбендә эшләгән бер йыл стажым да бар.

Икенсе көндө үк кассалағы әҙме-күпме аҡсаларҙы Усолкалағы Госбанкка тапшырҙым, һандыҡ асҡысын, касса документтарын ауыл Советы секретары Зөфәр ағайға тапшырҙым.
- Ни булды энем, ҡайҙа бараһың? – ти Зөфәр ағай.
- Уҡырға барам, институтҡа, - тим.
- Һи, тапҡанһың ваҡыт уҡырға, уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың, тиҙәрме әле? – ти был минән көлөбөрәк.
- Эйе, дөрөҫ әйтәһең, ағай, уҡып мулла ла булмам, ҡарға ла булмам, ә уҡытыусы, - тинем мин, - бына күрерһең.
Стәрлетамаҡ дәүләт уҡытыусылар инс-титутына уҡырға инергә тип әҙерләнгән документтарымды алдым да, таң менән юлға сыҡтым. Ул ваҡытта автомобилдәр юҡ, поезд менән барырмын тип, Ҡыуғанаҡ станцияһына килеп еткәс тә, Стәрлетамаҡ яғына китергә торған “товарняк”ҡа тап булдым. “Бирәһе килгән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына”, тигән мәҡәл бар бит, дөрөҫ икән, “товарняк” ҡуҙғалып китә башланы, мин тиҙ генә йүгереп барып ултыра һалдым, мине күреүсе булманы. Стәрлетамаҡта вокзалға етәрәк “товарняк” яйлай башланы, кешеләр күрмәҫ элек ергә һикерҙем һәм инерция буйынса тәгәрәп тә киттем. Аяғыма баҫҡанда эргәмдә оҙон буйлы, ҡаҡса йөҙлө милиционер баҫып тора ине, ҡулында миңә төҙәлгән револьвер. Йөрәгем “жыу” итеп китте, ҡурҡып ҡалдым, ҡысҡырырға иттем, әммә тыйылдым, башыма әллә ниндәй ҡурҡыныс уйҙар килде.
- Ну, попался, дезертир такой-сякой, - тип алама һүҙҙәр менән миңә ҡысҡыра башланы был әҙәм, ике ҡулға наручник кейҙереп ҡуйҙы, арт яғыма ныҡ ҡына типте лә:
- Айда, пошли к начальнику, - тип, вокзал начальнигы бүлмәһенә алып килде:
- Вот, товарищ начальник, поймал того, кого мы ищем, очень сильно сопротивлялся, - ти.
- Кемде тотоп килтерҙең һин, был бит малай ғына әле, үҙе коротыш, әле табылмаған дезертир һинең кеүек оҙон кәүҙәле кеше булырға тейеш, ә был бит... э...э... ҡайҙа әле ҡустым, - тип мөрәжәғәт итте начальник, - ҡайҙа, бир әле документтарыңды, кем икән һин?
Мин институтҡа бирергә тейешле документтарымды начальникка тотторҙом. Ул уларҙы иғтибарлап ҡарап сыҡты ла ҡабат миңә бирҙе.
- Документтарыңа ҡарағанда барыһы ла һәйбәт, яҡшы уҡығанһың, яҡшы эшләгәнһең, һиңә уңыштар теләйем, - тип маҡтап алды начальник. – Тик бынан һуң “товарняк”ҡа ултыраһы булма, юҡһа “дезертир” булыуың бар, - тип көлөп ҡуйҙы. – Хәҙер китергә мөмкин, уңыш теләйем, - тип оҙатты ул мине.
Мин шатлығымдан йүгерәм генә, йүгерә-йүгерә килеп, институт бинаһына нисек килеп ингәнемде хәтерләмәйем дә.
Залда иң беренсе осраған кешегә мөрәжәғәт иттем:
- Иҫәнмеһегеҙ! Миңә институтҡа инеү өсөн документтарҙы тапшырырға кәрәк ине, - тинем.
- Иҫәнмеһегеҙ! Мин – Хәлим Хәмзин булам, рәхим итегеҙ, әйҙәгеҙ, минең менән, - тип, ул мине бер бүлмәгә алып керҙе, - ултырығыҙ.
Мин документтарымды уның алдына – өҫтәлгә һалдым. Хәмзин документтарымды тикшергән арала мин уны күҙәтәм: былай ҙа матур йөҙөн матурлап торған күҙлекле, “ёрш” итеп тараған ҡап-ҡара сәсле, өҫтөнә һалдат гимнастёркаһы менән ҡара салбар, билендә ҡайыш, урта буйлы, мөһабәт, 35-37 йәштәрҙәге ысын зыялы ултыра. Ул минең документтарҙы ентекләп тигәндәй ҡарап бөттө лә, баҫып миңә бер нисә һорау бирҙе, әлбиттә, математиканан. Мин барыһына ла яуап бирҙем, ә ул: “Эйе, эйе”, - тип минең яуаптарға ҡәнәғәтлек белдерҙе һәм:
-Товарищ Валишин Идрис Сафич принят студентом на 1-й курс физмат факультета СГУИ, поздравляю, - тип минең ҡулды ҡыҫты.
Ә мин аңламайынса: -Ҡасан “вступительный экзамен” бирәм? – тинем.
- Бына әле генә имтихан бирҙең бит, мин алдым. Молодец! Тик бер өҫтәмә һорауым бар: ике икең нисә була әле? – ти, үҙе көлә.
Мин: - Ике икең дүрт була, һәр кем белә.
Хәмзин һаман көлә: - Мин дә 4 икәнен беләм, күберәк булмаймы?
Уның шаяртҡанын аңлап, мин дә көлә башланым.
-Ике икең кемгә күпме кәрәк, шулай була, - мин әйтәм, - ә һеҙгә күпме кәрәк?
-Ә беҙгә уҡырға студенттар кәрәк, уҡытыусылар кәрәк, күп кәрәк, - тине Хәмзин.
30 августа тағы институтҡа килдем. Был юлы “товарняк”та түгел, ә пассажир вагонында. Студент билеты бирҙеләр, мин уны бик шатланып, ғорурланып, түш кеҫәһенә – комсомол билеты менән йәнәш һалып ҡуйҙым. Дөйөм ятаҡ ишеге алдына машина менән арыш һаламы килтереп өйҙөләр. Беҙ, студенттар, тоҡ формаһында тегелгән матрац тыштарына һалам тултырып, ятаҡтағы карауаттар өҫтөнә һалдыҡ. Беҙ, райондаштар: Әбделхәй Ғөзәйеров, Хөсәйен Әминев (икеһе лә Бурлынан), Ғиниәт Зәйнуллин (Саскүлдән) һәм мин, Иҙрис Вәлишин (Яңғыҙҡайындан) бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Бүлмәлә бөтәһе 10 кеше, уртала оҙон өҫтәл, ишеккә яҡыныраҡ мейес-голландка, был мейес плитәһе өҫтөндә студент үҙенә аҙыҡ бешереп ашай ала, ә ҡыш – бүлмәне йылыта (утын яҡһаң, әлбиттә). Ятаҡ коридорында ҙур титан тора, унда көнө буйы таҙа ҡайнар һыу, теләгәнсә эс. “Ярма менән май кәрәк, күпме бутҡа буласаҡ, тоҙон үҙебеҙ ҙә табыр инек”, - тип шаяртабыҙ.
Студентҡа туҡланыу өсөн ашхана юҡ, көнөнә карточка менән 300 г икмәк (паёк һәм 125 һум стипендия бирелә). Байыраҡ студент өйөнән аҙыҡ-түлек алып килә, минең кеүек фәҡирҙәр 300 г паёк һәм титандан ҡайнар һыу менән туҡлана. Шулай ҙа бирешмәнек, уҡыныҡ, һуғыш ваҡыты өйрәтте. Ҡабаҡты, йәки кишерҙе ваҡ ҡына итеп турап бешерәбеҙ, шунан табала ҡара-ҡыҙыл төҫкә ингәнсе көйҙөрәбеҙ, титандан бер көрөшкә ҡайнар һыу алып, уға бер аш ҡалағы көйгән ҡабаҡ йәки кишерҙе һалабыҙ. Бына һиңә сәй, рәхим итегеҙ! Ара йыраҡ булһа ла (35 саҡрым самаһы), аҙна һайын өйгә ҡайтып киләм. Стәрлетамаҡтан Ҡыуғанаҡҡа тиклем поезда, ҡалған араны йәйәү. Юлда йөрөү өсөн аяҡта сабата, ә институтта табаны ямаулы быйма, йәй көнө иҫке кирза итек ҡунысынан Заһретдин абзый тегеп биргән сандали, өҫтөмдә үҙемдең кәүҙәгә яраштырып тегелгән иҫке гимнастёрка һәм шинель. Шинель ятаҡта йәшәгәндә лә бик ярап ҡалды – йоҡа одеял өҫтөнән ябынып яттым.
Октябрь айының аҙаҡтары булһа кәрәк, ҡыш үҙенең килеүен белгертә башланы, әсе елдәр иҫә, ҡар ҙа яуғылай. Стәрлетамаҡҡа яҡын ғына бер колхозға ярҙамға барҙыҡ. Колхоздың көнбағыш баҫыуында көнбағыш йыябыҙ. Һыуытып, елләп, ҡар яуа башланы. Шулай ҙа эште теүәлләп, ятаҡҡа ҡайттыҡ. Эш хаҡы “Бик ҙур рәхмәт!” һәм кемдең күпме кеҫәһе бар, шуларға тултырылған көнбағыш булды.
Ҡыш етте, ятаҡты йылытырға утын кәрәк. Беҙҙе, ир-егет студенттарҙы, утынға ебәрҙеләр. Ҡыуғанаҡ станцияһынан берәр метрлы итеп туралған утындарҙы тауар вагонына тейәп, Стәрлетамаҡ станцияһына килтереп бушатабыҙ. Кис булды, эш бөткәс, беҙҙе һыйларға булдылар. Ниндәйҙер бер йорттоң ҙур бүлмәһенә индереп ултырттылар. Көнө буйы эшләп арығанбыҙ, асыҡҡанбыҙ. Ишектән кергәс тә, ауыҙ һыуын ҡойоп, танауҙы ҡытыҡлап, бешкән тәмле бәрәңге еҫе бәрелде. Ысынлап та, беҙҙең алға – өҫтәлдәргә тәрилкә һәм кәстрүлдәрҙе тултырып, боҫо сығып торған бәрәңге ҡуйҙылар. О-о, уның тәмлелеге! Мундирлы, әммә тоҙһоҙ, майһыҙ булһа ла, көнө буйы эшләп арыған, асыҡҡан тамаҡҡа бара ул. Ашап туйғас, арығанлыҡ бөткәндәй булды, күңелдәр күтәрелеп китте. Кәстрүлдәрҙә ашалып бөтмәгән бәрәңгеләр ҙә ҡалды. Нисек күңел асырға белмәгән студент халҡы шул ҡалған бәрәңгеләр менән бәрешергә тотонмаһынмы? Мин иҫән ҡалған бәрәңгеләрҙе ятаҡҡа, үҙемә алып ҡайттым. Улар миңә 1-2 көн тамаҡ ялғарға ярҙам итте. Ә иртән? Иртән дәрескә, уҡырға, уҡыу дауам итә, тимәк, тормош дауам итә. Заманалар нисек ауыр булһа ла, кеше был ауырлыҡтарҙы еңеп сыға ала, тырыша, эшләй, күңел аса. “Безвыходных положений нет”, тиҙәр бит русса.
Иҙрис ВӘЛИШИН.
Яңғыҙҡайын ауылы.
Читайте нас: