+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 19:05

Тыуған яғы – илһам шишмәһе

Илһам шишмәһе ҡайҙа? – типҺораным мин ағын һыуҙан.Ҡыҫҡа ғына яуап алдым: Ал һин тыуған яғыңдан...Эйе, ғүмерен сәхнәгә бағышлаған Әлфиә Исҡужинаның илһам сығанағы, шиғырында яҙғанса, ҡырлы ҡурай үҫкән Башҡортостанында, изге Ҡаран шишмәһендә. Уның сәхнәгә, мәҙәниәткә ынтылышы бәләкәй сағынан уҡ билгеле була.

-Ҙур үҫкәс, артистка булам тип хыялландым. Сәйетбабала урта мәктәпте тамамлағас, ауылда клуб мөдире булып эшкә урынлаштым. Мәҙәниәт өлкәһендә теоретик белем кәрәклеген аңлағас, бер йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға индем һәм уны уңышлы тамамлап, 1969 йылда Еҙем-Ҡаран ауылына эшкә килдем, - тип хәтирәләрен барлай Әлфиә апай. Ярым емерек клубта эш башлауы еңел булмаһа ла, ауылдың мәҙәни тормошон йәнләндереп, дөрләтеп ебәрә ул. Тормош иптәшен Фринад Исҡужинды ла ошонда осратып, ғаилә ҡороп йәшәп китәләр. Ошо уҡ йылда 23 февралгә “Һыҙылып таңдар атҡанда”, 8 мартҡа Ә. Атнабаевтың “Зөбәйҙә лә әҙәм балаһы” һәм башҡа спектаклдәрҙе сәхнәләштерә. Йәш белгестең тырыш, уңған, һәләтле булыуын юғарыла тиҙ күрәләр һәм, йыл ярым эшләгәс, район мәҙәниәт йорто директоры итеп күсерәләр. Ул бында ла ең һыҙғанып эшкә тотона, урыҫлашып бөткән Усолка халҡы араһынан бөртөкләп һәләтле башҡорт йәштәрен йыйып, драма түңәрәге ойоштора.
- Ул ваҡытта миңә 26 ғына йәш ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҙур, етди әҫәргә – Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштерергә баҙнат иткәнмен. Беҙ был трагедия менән Ҡырмыҫҡалыла зона смот-рында ҡатнашып, 1-се урын алдыҡ һәм Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа 40 минутлыҡ өҙөк менән сығыш яһау бәхетенә ирештек. Флүрә Садиҡова (Тәңкәбикә), Фринад Исҡужин (Диуана), Ҡәүи Абдрахманов (Дәрүиш), Заһира Ғәзизова (Зөбәржәт), Ҡәҙриә Ғәзизова (Шәфәҡ), Рәфҡәт Ниғмәтуллин (Ялсығол), Әхмәт Ишҡолов (Аҡъегет) тыуҙырған ролдәр юғары баһа алды.
Бөйөк әҙиптең 100 йыллығын киң билдәләү сараларын ҡарап, уҡып бынан 47 йыл элек тап уның ижадына мөрәжәғәт итеп, һис тә яңлышмағанмын тигән уйға киләм, сөнки ошо спектакль минең режиссер булараҡ танылыуымда ҙур роль уйнаны, артабан ҡанатланып эшләргә көс-дәрт бирҙе. Ул ваҡытта ошо сәхнә әҫәре менән хәҙерге “Ғафури” халыҡ театрына нигеҙ һалырмын тигән уй башыма ла кереп сыҡманы, - ти Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы. Ысынлап та, быны төп ролде – Тәңкәбикәне уйнаған Флүрә апай Садиҡова миҫалында ғына ла күрергә була.
- Әлфиә спектаклдә уйнарға тәҡдим иткәндә мин “Йондоҙ” гәзитендә тәржемәсе булып эшләй инем. Төрлө сәбәп менән бармаҫҡа тырышһам да, ул бик ныҡышмал булып сыҡты: мине ул саҡтағы Ленин исемендәге клубҡа барыбер саҡыртып алды. Шул көндән бирле мин серле театр иленә башкөллө сумдым. Күңел биреп башҡарған ролдәрем, яратҡан тамашасыларым – барыһы ла төп эшемдә лә, тормошомда ла ҡамасау булманы, киреһенсә, ярҙам итте. Халыҡ театрының атҡаҙанған артисы тигән исемгә лә лайыҡ булдым. Бер һүҙ менән әйткәндә, Әлфиә Исҡужина үҙенең гүзәл таланты менән күңелемә йәйғорло һуҡмаҡ һалды. Мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Күктә янған яҡты йондоҙ һымаҡ,
Балҡыйһың һин һаман күңелемдә.
Хәтерләгән һайын йәшлегемде,
Хәтерләрмен, Әлфиә, һине лә, - тип шиғырын да уҡып ишеттерҙе Флүрә апай.
Район үҙәгендә оҙаҡ эшләргә тура килмәй Әлфиә Ғәббәс ҡыҙына – яҙмыш елдәре уны ҡайтанан Еҙем-Ҡаран ауылына илтә. Ул туплаған драма коллективын әлеге көндә лә Ғафури театрының баш режиссеры вазифаһын башҡарыусы Зәйтүнә Зәйнешева етәкләй. Театр 1994 йылда халыҡ исемен алыуға өлгәшә.
Еҙем-Ҡаранда Әлфиә Исҡужинаға тағы ла мәҙәниәт йортон тапшыралар. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эште бөтә тырышлығын һалып, ихлас күңел, йөрәк йылыһы менән башҡара ул. 1980 йылда китапханасы булып күскәс тә, мәҙәниәт йортондағы бар сараларҙың уртаһында ҡайнай. Драма түңәрәген дә ташламай, ул әҙерләгән спектаклдәр “Театр яҙы” фестивалендә йылдың-йылы призлы урындар ала. “Шоңҡар”, “Айһылыуҙың айлы кистәре”, “Һыҙылып таңдар атҡанда”, “Әсә хөкөмө”, “Әстәғәфирулла!”, “Их кәләше лә, кәләше!”, “Рәйсә менән Фәйзи” һәм башҡа бихисап спектаклдәр ҡуйыла. Артистар: Винер Ғәбдиев, Миңнира Шәйәхмәтова, Фәнүзә Кәримова, Раил Муллағолов, Фринад Исҡужин, Динира Биктимерова, Рита Мөрәсова, Зәйтүнә һәм Хәләф ағайҙар бик әүҙем ҡатнаша. Әлфиә апай хаҡлы ялда ла 3 йыл эшен дауам итә. Был осорҙа уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул эштән туҡтағас, театрҙы йәш, һәләтле режиссер Динира Биктимерова етәкләй. 1969 йылдан бирле эшләп килгән драма түңәрәге нигеҙендә Әлфиә Исҡужина хаҡлы ялға китер алдынан ҡуйған Х.Зариповтың “Их, кәләше лә, кәләше!” комедияһын һәм йәш режиссер Д.Биктимерова ҡуйған Т.Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” спектаклдәре менән 2007 йылда “халыҡ” исемен алалар. Бөгөнгө көндә театр тамашасыны яңынан-яңы сәхнә әҫәрҙәре менән һөйөндөрә. Бы-
йыл М.Кәримдең 100 йыллығына ҡарата еҙемҡарандар “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштерҙе. Шулай итеп, район тарихында ике халыҡ театрына нигеҙ һалыуы менән дә ғорурлана ала Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы.
Йор һүҙле, алсаҡ йөҙлө, мөләйем ҡарашлы хеҙмәт ветераны эштән туҡтағас та өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, үҙенең шиғырҙары менән байрамдарҙы биҙәй, фотоға төшөрә, улар тураһында матбуғат баҫмаларына яҙып ебәрә. Йыл һайын үткән Сәскәләр байрамында, Оло йәштәгеләр көнөндә, мәҙәни сараларҙа ғына түгел, экологик өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша, Сәйетбабала, Еҙем-Ҡаранда уҙған “Йөрәк һүҙе” шиғри бәйгеләрендә призлы урындар яулай.
Иң мөһиме, хеҙмәте бушҡа китмәй Әлфиә Ғәббәс ҡыҙының – быйыл Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Миҙалдың Театр йылында бирелеүе минең өсөн оло мәғәнәгә эйә, ти сәхнә ветераны шатлығын йәшермәйенсә.
Читайте нас: