+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 17:40

Үҙ тамырҙарыңды бел

Башҡортостан Республикаһы Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бағышланған гранттар субсидияһына конкурста «Үҙ тамырҙарыңды бел” проекты менән урындағы йәмәғәт ойошмаһы - «Юлыҡ» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС «Юлук») Республика Башлығы грантын яуланы һәм 378 615 һум күләмендә субсидия аласаҡ. Проекттың бюджеты 455 615 һум булһа, шуның 77 000 һумы софинансирование - берлектә финанслау.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн бирелә торған гранттар конкурсына 1-12 июль арауығында 229 ғариза ҡабул ителгән. Еңеүселәр август айында билдәләнде. Башҡортстандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 69 проекты 50 миллион һум аҡса аласаҡтар.
Проекттың маҡсаты: үҙ тамырҙарыңды, ата-бабаларыңды, тыуған яғың тарихын, милли йолаларҙы өйрәнеү һәм белеү, быуындар бәйләнешен һаҡлау, ғаилә, туғанлыҡ ептәрен нығытыу. Эҙләнеү эштаәре 2019 йылдың 1 ноябренән тормошҡа ашырыла башланы һәм 2020 йылдың июленә тиклем дауам итәсәк.
Проекттың эш планы буйынса 1 ноябрҙән башлап беҙҙең һәүәҫкәр тарихсыларыбыҙ Азамат Рәшит улы Урманшин һәм Һаҙый Исмәғил улы Юлмөхәмәтов архив документтарын өйрәнеүҙе дауам итәсәк. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн күбеһенсә электрон технологиялар ҡулланасаҡбыҙ. Эшкәртелгән тарихи мәғлүмәттәр ауылдың интернет сайтына (http://yulukovo.ucoz.ru), социаль селтәрҙәрҙә һәм ватсапта ҡуйыласаҡ. Шәжәрә төҙөү буйынса тәжрибәле белгестәр ярҙам итәсәк.
«Минең ғаиләм тарихы», «Шәжәрә», тыуған яҡ тураһында шиғыр һөйләүселәр, йырлаусылар конкурстары үткәреләсәк. Конкурстарҙың положениелары ауылдың сайтында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә урынлаштыраласаҡ һәм ҡағыҙға баҫып таратыласаҡ, һөҙөмтәләре ауылдың сайтында, “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә яҡтыртыласаҡ. Шулай уҡ «Юлыҡ тарихы» китабын сығарыу планлаштырыла. Ошо көндәрҙә үткәрелгән проект комадаһының асыҡ ултырышында китаптың редакцион коллегияһы, конкурстар үткәреү, тарихты өйрәнеү буйынса эш төркөмдәре төҙөлдө.
Беренсе конкурс - «Минең ғаиләм тарихы» 1 декабрҙән башланып, 2020 йылдың 17 ғинуарына тиклем барасаҡ. Ғаилә тураһындағы эҙләнеү эштәре интернет селтәренә ҡуйыласаҡ, уңышлы тип табылғандары Юлыҡ тарихы китабына керетеләсәк.
Рәхимйән ЮЛЫҠОВ.
Читайте нас: