Балалар өсөн Балалар ижады үҙәге педагогтары күңелле уйындар ойошторҙо. Ирекмәндәр Бөйөк Еңеү символы – Георгий таҫмалары таратты. Йәштәр өсөн баскетбол уйыны үтте. “Йәшлек” ял паркында уҙған еңел атлетика буйынса уҡыусылар спартакиадаһында ҡатнашыусылар ҙа бик күп булды.