-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2021, 15:25

Хәтерләйбеҙ, иҫләйбеҙ!

Бөгөн, 3 майҙа район биләмәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән “Хәтер һәм иҫкә алыу көнө” үтте. Был көндө тотош республикала зыяраттарҙы төҙөкләндереү буйынса саралар булды.

Иртәнге сәғәт 10-да өмәлә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте алдында автобустар көтөп тора ине инде. Район халҡы һәм хеҙмәт коллективтары зыяраттарҙы сүп-сарҙан таҙартты, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының һәм ташландыҡ ҡәберҙәрҙе йыйыштырҙы. Бөтәһе өмәлә 985 кеше ҡатнашты, 43 берәмек техника йәлеп ителде, 68 тонна сүп-сар сығарылды.
Читайте нас: