Ошо көндәрҙә мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова үҙенең күркәм – 65 йәшлек юбилейын билдәләне.
Юлыҡ ауылында йәмле яҙ айында Мәрхәбә менән Сәмиғулла Ишмырҙиндарҙың ишле – 8 балалы өлгөлө ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә ул. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғулла Ишмырҙин II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “1941-1945 йылдарҙа Германия-ны еңгән өсөн”, Жуков һәм башҡа миҙалдарға эйә, оҫта умартасы ла булды. Уны ауылда олоһо-кесеһе әле лә “Ишмырҙин абый” тип хөрмәтләп иҫкә ала. Инәһе Мәрхәбә Әхмәҙи ҡыҙы маһир тегенсе, ҡул эштәре, аш-һыу оҫтаһы ине, йәшенә-ҡартына иман орлоҡтары сәсеп йәшәне.
Бар ғүмерен педагогик эшмәкәрлеккә бағышлап, Юлыҡ мәктәбендә директор вазифаһын башҡарған Сәмиғулла Әхмәҙулла улының юлын дауам итеү (ғаиләлә биш бала уҡытыусы һөнәрен һайлаған) уйы тыуған ауылында 8-се класты тамамлаған ҡыҙҙы Салауат педагогия училищеһына алып килә. Студент йылдары тиҙүк үтеп тә китә. Был уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес 1976 йылда хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә башланғыс клас-
тар уҡытыусыһы булып башлай. Артабан тәжрибә туплап, эшенә яуаплы ҡараған, үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелгән, талапсан, һәләтле педагогҡа ҙур өмөттәр бағлап, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын ышанып тапшыралар. Һынатмай, был яуаплы эште лә еренә еткереп, тырышлыҡ менән башҡара ул. Ошо йылдар арауығында Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, юғары белемгә эйә була.
Буласаҡ тормош иптәше – физкультура уҡытыусыһы Рифат Мөнир улын да тап Йөҙимәндә эшләгән сағында осрата һәм күп тә үтмәй мөғәллимдәр ғаиләһе барлыҡҡа килә. Бында уңышлы ғына эшләп йөрөгәндә, 1987 йылда Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙын, һәләтле педагогтың тырыш хеҙмәте етәкселек тарафынан юғары баһаланып, район мәғариф бүлегенә эшкә саҡыралар. Методист, инспектор, баш белгес булып хеҙмәт баҫҡыстары буйлап үтеп, ҙур ойоштороу һәләтенә эйә, маҡсатҡа ынтылыусан, тәрән белемле, алдынғы ҡарашлы, ғәҙел, кеше һәм хеҙмәттәштәре менән мөғәмәләлә итәғәтле, ипле Р.С.Ишмөхәмәтова 2002 йылда мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы бында эшләгән дәүерҙә белем биреү учреждениеларында идаралыҡ итеүҙең инновацион ысулдарын уңышлы индереүгә өлгәшә. Уның тырышлығы менән “Йыл мәктәбе”, “Йыл директоры”, “Мәктәп абруйы картаһы” конкурсы положение-лары әҙерләнеп, районыбыҙ педагогик коллективтары тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән хуплап ҡаршы алына. Быларҙың барыһы ла белем биреү сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә: йылдың-йылы районыбыҙ мәктәптәрендә “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүсе уҡыусылар һаны арта бара икән, уның артында Р.Ишмөхәмәтованың күп йыллыҡ ҙур көс һалынған емешле хеҙмәте ята. Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙының тос ярҙамы менән заманында районыбыҙҙың тиҫтәләп мәктәбе профилле уҡытыуға күсте. “Һәләтле балалар” Президент программаһын районда тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлде. Уның эшендә иң мөһим звено булып мәғариф бүлеге советының ултырыштарына, белем биреү учреждениелары етәкселәренең семинар, кәңәшмәләренә төплө, ентек-ле әҙерләнеп уҙғарыу торҙо. Уның сығыштарына хас булған зирәк күҙәтеүсәнлек, тәнҡитле талапсанлыҡ һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булыу менән тап килә.
Һөнәренә тоғролоғо, педагогик эшмәкәрлегенә етди, ижади ҡарауы һөҙөмтәһендә хөрмәт ҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәренең хеҙмәте юғары баһалана. Р.С.Ишмөхәмәтова “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы” (1996 й.), “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” (2006 й.) маҡтаулы исемдәренә лайыҡ була, төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙының барлыҡ эшмәкәрлеге районыбыҙ менән бәйле. Ундайҙар тураһында ҡайҙа тыуғанһың – шунда кәрәк булғанһың, тиҙәр. Район мәғариф бүлегендә 25 йыл эшләгән Р.Ишмөхәмәтоваға һөнәрен үҙгәртергә лә тура килә, 2011 йылда район Советы секретары вазифаһына тәғәйенләнә. Бында ла 6 йылға яҡын ең һыҙғанып, райондаштары, халыҡ мәнфәғәтендә эшмәкәрлек алып бара, райондың урындағы үҙидара органдары, депутаттар корпусы менән емешле эшләй. Район Советының, уның төрлө йүнәлештәге комиссияларының, ауыл советтары, хакимиәттәре эшен ойоштороу, депутаттарҙың округтарҙағы эшмәкәрлеген яйға һалыу кеүек эштәргә бағышлай, һайлауҙарҙы үткәрешеүҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Совет эшмәкәрлегендәге күп кенә яңылыҡтар уның инициативаһы менән индерелә. Старосталар эшен, Юлыҡта ТОС (территориаль йәмәғәт үҙидаралығы) эшен ойоштороуға күп көс һала.
Һәр кемдең төп эшенән тыш, ғаилә, йорт мәшәҡәттәре, үҙенә генә хас мауыҡҡан шөғөлө була. Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙының шәхси тормошо ла өлгө булырлыҡ. Гөл-сәскәләр ярата ул, өй эсендә, тәҙрә төптәрендәге сәскәгә күмелгән гөлдәр сынъяһау донъяларына йәм өҫтәй, баҡса-ихаталары яҙҙан көҙгәсә күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәгә күмелә. Станок һатып алып, үҙенсәлекле - кейеҙ һуғыу шөғөлөнә тотонған. Атаһы яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙән йәнә бер – "Хәтер китабын" тулыландырып, баҫмаға әҙерләү менән дә мәшғүл.
Үҙҙәре һалып ингән йортта уның таянысы – Рифат Мөнир улы. Ишмөхәмәтовтар 45 йылға яҡын татыулыҡта, бер-береһенә терәк булып ғүмер итәләр, икеһе лә хаҡлы ялдалар. Бергәләшеп скандинав таяҡтары менән йөрөйҙәр. Уларҙың ҡыуаныстары – балалары, өс ейәндәре, бер ейәнсәрҙәре. Һөйөклө атай-әсәй генә түгел, яратҡан өләсәй һәм олатай ҙа улар. Улдары Рөстәм (ул, ҡыҙ атаһы) ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында төпләнгән, билдәле шәхес Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары вазифаһында, ул да яҡташтары мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй, ярҙамынан ташламай. Ҡыҙҙары Регина (Өфөлә табибә, ике бала әсәһе) менән Ирина ла (һөнәре буйынса иҡтисадсы) ғаилә ҡороп, үҙ тормоштары менән йәшәй, матур донъя көтәләр, кесеһе - оҙаҡламай әсәй булыу бәхетен кисерәсәк, Екатеринбургта төпләнгәндәр.
Юбиляр үҙенең ғүмер байрамын яҙмышынан, тормошонан ҡәнәғәт булып ҡаршылай. Юбилейығыҙ ҡотло, үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ, Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы!