+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2021, 09:40

Уңған ғаилә - ауыл ҡото

Юлыҡ ауылында күркәм, өлгө булып йәшәгән ғаиләләр бик күп. Шундайҙарҙың береһе – Резида Зөлфәр ҡыҙы менән Рәйес Ғәлимйән улы Ҡужиндар.

Аҡташ ауылы ҡыҙы менән Юлыҡ егете ишле ғаиләләрҙә буй еткерәләр. Бынан 18 йыл элек өйләнешеп, яҙмыштарын бер бөтөн иткән Ҡужиндар бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй, ауылда төпләнә. Резидаға ауылда эш тә табыла, бөгөн ул почта бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡара, Рәйес иһә Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләне. Донъя йөгөн тигеҙ тартып, матур итеп йәшәйҙәр. Ауылдың үҙәк урамында ҙур, иркен йорт һатып алып, эстән дә, тыштан да сынъяһау итеүгә, ихаталарын төҙөкләндереүгә бар тырышлыҡтарын һалдылар. Йорт хужаһының тырышлығы, хужабикәнең уңғанлығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана, бар ерҙә тәртип, ихата тулы мал-тыуар. Бөгөн ауылды йәмләүсе иң күркәм йорттарҙың береһе лә тап уларҙыҡы.
Ауылда егәрлелектәре, бөтмөрлөктәре, тырыш булыуҙары менән айырылған Ҡужиндар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Рәнискә - 16, ҡыҙҙары Нәргизәгә – 14, Мәҙинәгә 11 йәш. Улар ҙа атай-инәйҙәре өлгөһөндә хеҙмәт һөйөп буй еткерәләр. Ошондай уңған ғаиләләр булғанда ауылдарыбыҙ йәшәр, күркәмлеген юғалтмаҫ.
Читайте нас: