"Хәтер урманы" халыҡ-ара акцияһы Ғафури районында ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Уға районыбыҙға килгән оло ҡунаҡтар - БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса БР Дәүләт комитеты Рәйесе М.Д.Болычева, Рәсәйҙә Белорусь Республикаһы илселегенең Өфөләге бүлексәһе етәксеһе А.Б.Карпович һәм башҡалар ҡушылды. Улар район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, урындағы "Берҙәм Рәсәй" партияһы бүлексәһе ағзалары менән берлектә Красноусолда шыршылар ултыртты.
"Хәтер урманы" акцияһында ҡатнашыусы ҡунаҡтар ағас ултыртҡандан һуң үҙҙәре ултыртҡан шыршыларға исем-фамилиялары яҙылған биркалар элделәр. Шунда уҡ ағастарға һыу һибелде. Сарала Красноусол коммуналь хужалығы техникаһы эшләне.
Райондың башҡа ауылдарында ла – Яңы Бурлыла, Ҡауарҙыла, Оло Үтәштә, Буруновкала ағастар ултыртылды. Унда урман хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, медицина хеҙмәткәрҙәре, ауылдар халҡы ҡатнашты.