+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2021, 15:50

Ғүмер юлы һоҡланырлыҡ

Район матбуғаты ветераны 70 йәшлек юбилейын билдәләне

Ташбүкән ауылында тыуып-үҫеп, Красноусолда йәшәүсе матбуғат ветераны, ошо көндәрҙә күркәм юбиле-йын билдәләп, һигеҙенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан Миңнура Хәйрулла ҡыҙы Шириязданова хаҡында яҙмабыҙ.
Ғүмер юлы йыр-моң менән биҙәлгән, ижад оҙата килгән Миңнура Хәйрулла ҡыҙының 38 йыл хеҙмәт юлының 29 йылы мәҙәниәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләп үтелгән. Ниндәй генә вазифаларҙы биләмәһен: район мәҙәниәт йорто китапханаһы методисы, директоры, район мәҙәниәт идаралығы инспекторы, начальнигы булып эшләгән йылдары уңыштарға бай, емешле була. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн райком, район хакимиәте, мәҙәниәт министрлығы тарафынан бирелгән күп һанлы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тап ошолар хаҡында һөйләй.
Бәләкәйҙән йыр-моңға һөйөүе, сәнғәт кешеләренә генә хас Хоҙайҙан бирелгән сибәрлеге ҡыҙҙы булмышына тап килгән – сәнғәт юлын һайлауға этәргес биргәндер ҙә. Сәнғәткә, йыр-моңға ғашиҡ Миңнура Шириязданованың ауыл сәхнәһенән башланған моң донъяһына бәләкәй һуҡмағы олоһона илтә, артабан районда ғына түгел, республика кимәлендә лә танылыу яулай ул. Күп тапҡырҙар төрлө республика смотр-фестивалдәр дипломанты, лауреаты, профессиональ һәм һәүәҫкәр йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурсының I дәрәжә дипломанты була. Оҙаҡ йылдар төрлө вокал ансамблдәр, Красноусол быяла заводының эшселәр коллективы, район эске эштәр бүлеге, “Красноусол” шифаханаһының, үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең хор коллективтары ойоштороп, улар менән етәкселек итә. Был коллективтарҙың ағзалары бөгөнгәсә етәкселәрен онотмайҙар, хөрмәт менән иҫтәренә төшөрәләр. Ра-йон мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Аҫылйәр” татар вокал ансамбле бөгөн дә тамашасылар хәтерендә һаҡлана. 1972 йылда Бөтә Рәсәй агитбригадалар конкурсында лауреат исемен алып, Ҡазан, Мәскәү ҡалалары сәхнәләрен дер һелкеткән Ғафури районының “Ялҡын” агитбригадаһы коллективы составында Миңнура апай ҙа була.
Район мәҙәниәт идаралығы начальнигы вазифаһын алып барған ваҡытта уның ярҙамы, ныҡышмалылығы менән ойошторолған Сәйетбаба, Юлыҡ, Ҡауарҙы ауылдарынан 40 кешене берләштергән инструменталь оркестры республика фестивалендә оло ғорурлыҡ булыу ғына түгел, уларҙың сығышы Башҡортостан телевидениеһы аша күрһәтелә. Ауыл мәҙәниәт йорттарында, клубтарында агитбригадалар ойоштороу, художестволы үҙешмәкәр коллективтар туплау, уларҙы район кимәлендә үткәрелгән сараларға әҙерләүгә лә әҙ көс түкмәй. Миңнура Хәйрулла ҡыҙы етәкселек иткән ваҡытта мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бирә. Уның тәбиғәтенең төп һыҙаттарының береһе талапсанлыҡ, ярҙамсыллыҡ.
Тормош юлдашы Мөхәмәт ағай менән бер ул – Ринатҡа ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөнгө көндә ул ғаиләһе – ҡатыны Фәйрүзә, балалары Радмир, Азалия, Рената (Миләүшә) менән Красноусолда төпләнеп, ҙур йорт һалып инеп, әсәһенең терәге-таянысы булып йәшәйҙәр.
Миңнура Хәйрулла ҡыҙы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаны. Оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе булып эшләне. Район һайлау кампанияһы сәркәтибе вазифаһын да алып барҙы.
Ижади күңелле Миңнура Хәйрулла ҡыҙы артабан үҙенең эшмәкәрлеген икенсе юҫыҡҡа бороп, “Табын” район гәзитенә эшкә килде. Хаҡлы ялға сыҡҡансы тиҫтә йылға яҡын районыбыҙ матбуғат баҫмаһында бүлек мөдире булып эшләне. Уның үткер, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләрен халыҡ яратып уҡыны. Күп кенә мәҡәләләре республика баҫмаларында ла (“Башҡортостан” гәзите, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы) донъя күрҙе. Миңнура Шириязданова менән элекке хәбәрсе Гөлсиә Кәримова һәм мин бер кабинетта ултырып эшләнек. Беҙҙән өлкәнерәк апайыбыҙ булараҡ, һәр яҡлап ярҙамын, аҡыллы кәңәштәрен тойоп, бер төптән эшләнек. Миңнура апайҙы, ысын мәғәнәһендә, ижади шәхес тиергә мөмкин. Ул шиғырҙар ҙа ижад итә. Артабан ҡулына ҡәләм алып, редакция менән ижади хеҙмәттәшлекте дауам итергә иҫәбе.
Хаҡлы ялға туҡтап, тыныс ҡына йәшәйем тигәндә, уға ауырлыҡтар кисерергә лә тура килә. Бар ғүмерен тыуған ауылында үткәргән әсәһенә хәстәрлек күрһәтеп йәшәгәндә, көтмәгәндә әсәһе йығылып, 5 ай түшәктә ята һәм уны балалай ҡарап, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙата. Күп тә үтмәй, тормош иптәше Мөхәмәт ағай яман сирҙән түшәккә йығылды. Ул да биш ай түшәктә сир менән көрәшеп, фани донъяны ҡалдырып китте. Иңенә төшкән ауырлыҡты Миңнура апай ҙур сабырлыҡ менән үткәрә белде. Тормош иптәше үҙенә күрһәткән хәстәрлектәре өсөн Миңнура апайға оло рәхмәттәрен әйтеп, мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Миңнура апай ошо арала ҡарт ҡәйнәһен дә ҡарашырға өлгөрә.
Миңнура Хәйрулла ҡыҙы тынғыһыҙ, яуаплы вазифаларҙы биләйем тип тормай, заманында күпләп мал-тыуар аҫраны, ҡош-ҡортон да тотто, баҡсаһын да үҫтерҙе, ул әле лә донъяһын ең һыҙғанып көтә, гөл итеп тота. Миңнура апай яңғыҙ түгел, уға һәр саҡ терәк, ярҙамсы булған балалары бар. Баҡса, сәскәләр үҫтереп, балалары, туғандары менән бер төптән, гөрләтеп йәшәй. Хоҙай иҫәнлектән айырмаһын һеҙҙе, Миңнура Хәйрулла ҡыҙы!
Читайте нас: