+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2021, 09:55

Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт

Гүзәл затҡа тәбиғәттән шундай илаһи бурыс йөкмәтелгән – ер йөҙөндә йәшәүҙе дауам итеү. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы һәм бөйөклөгө – Әсә булыуҙа, тиҙәр. Яҡты донъяға күмәк балаларҙы бүләк итеүсе әсәләрҙе меңләтә бөйөктәр рәтенә ҡуйырға була.

Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт
Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт
Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт
Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт

Республикабыҙҙа биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы “Әсәлек даны” миҙалы тапшырып хөрмәтләйҙәр. 8 июлдә – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә район хакимиәтендә ошондай бүләккә Табын ауылынан Алһыу Хәйҙәр ҡыҙы Аҫылбаева менән Красноусолдан Елена Геннадьевна Ғәйнуллина лайыҡ булды. Миҙалдарҙы һәм сәскә гөлләмәләрен гүзәл әсәләргә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов тапшырҙы.
Ул күп балалы әсәйҙәрҙе ҡотлап: “Ғаиләлә шул саҡлы бала үҫә икән – был ысын бәхет. Тап шундай ғаиләләрҙә генә балаларҙа бәләкәйҙән эшкә һөйөү һәм үҙ-ара аңлашып йәшәү кеүек ҡиммәттәр формалаша, үҫешә. Беҙ киләсәктә лә ошондай ғаиләләргә ярҙам итеү, әсәлек һәм балалыҡты күтәреү өҫтөндә даими эш алып барасаҡбыҙ", - тине Фәнзил Фәйез улы.
Алһыу Аҫылбаева ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнеп, шуларҙың өсәүһе: Азалия, Арыҫлан, Радмир - мәктәп йәшендәге, Рәмилә, Дилә, Айша мәктәпкәсә йәштәге балалар. Ә Красноусолда йәшәүсе Елена Ғәйнуллинаның биш бала: ике өлкән улдары – Марат, Ринат хәҙер үҙаллы, мәктәптә уҡыған уртансы Раушания ҡыҙҙары Сергей, Кирилл туғандарын ҡарашырға ярҙам итә.
Шулай уҡ ошо арауыҡта Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Йөҙимән ауылында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алты бала тәрбиәләүсе Фәнзилә Кинйәбай ҡыҙы Әхтәмова ла алып ҡыуанды. Әхтәмовтарҙың матур ғаиләһендә тәрбиәләнеүсе оло ҡыҙҙары Илүзә хәҙер эшләп йөрөһә, Илмира студент, Винера, Фаягөл, Данис, Динис әле мәктәптә уҡып йөрөйҙәр.
Һәр ғаилә – үҙе бер дәүләт. Ошо кескәй дәүләттәр татыу, бәхетле булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтле, көслө булыр. Күп бала бағып, уларҙы хәстәрләп, ҡурсалап үҫтергән ғәзиз әсәләргә ғаилә бәхете, балаларының һөйөү-ихтирамында, шатлыҡ-һөйөнөстә йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: