+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2021, 12:20

Хәҙер Толпарҙа ла бәйләнеш өҙөлмәйәсәк

Тәбиғәттең һушты алырлыҡ һоҡланғыс ерендә йәшәһәк тә, хәҙерге тормошобоҙҙо телефон бәйләнешенән тыш күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Районыбыҙҙың Толпар ауылы – иң матур, әммә бөгөнгө көнгәсә кәрәҙле бәйләнеш булмаған ауылдарҙан һанала ине. Бында 265 кеше генә йәшәһә лә, был төбәк иҫәпһеҙ әүҙем ял итеүселәрҙе үҙенә тартып тороусы урын да булып тора. Билдәле булыуынса, туристарҙың йылға буйлап йөҙөп төшөү маршруты буйынса Еҙем йылғаһының бындағы урындары уларҙың яратҡан ере лә.

Хәҙер Толпарҙа ла бәйләнеш өҙөлмәйәсәк
Хәҙер Толпарҙа ла бәйләнеш өҙөлмәйәсәк
Хәҙер Толпарҙа ла бәйләнеш өҙөлмәйәсәк
Хәҙер Толпарҙа ла бәйләнеш өҙөлмәйәсәк

Бына күптән түгел ауыл һәм ра-йон хакимиәте тырышлығы, Башҡортостан Республикаһының МТС компанияһы вәкиллеге ярҙамы менән республикабыҙҙағы билдәле ял итеү урыны һаналған Толпар ауылы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды. Был сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Толпар ауылы биләмәһе башлығы Валерий Локоленко һәм МТС кәрәҙле бәйләнеш компанияһы операторы белгестәре ҡатнашты.
База станцияһын эшләтеп ебәреү менән LTE стандарт бәйләнеше был төбәк кешеләренең тормошон да яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк. Уларға “Дәүләт хеҙмәте” порталы хеҙмәттәрен ҡулланыу, коммуналь түләүҙәргә түләү, табипҡа яҙылыу кеүек һәм башҡа һуңғы яңылыҡтарҙы белеп тороу, теләһә ҡайһы ваҡытта яҡындары, туғандары менән аралашыу өсөн уңайлы һәм яйлы буласаҡ. Туристарға ла социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең сәйәхәттәре тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашырға һәм фотоларын ҡуйырға мөмкинлек ҙур булыр тип күҙаллана.
МТС компанияһы ауыл халҡының үтенесенә ҡолаҡ һалып, бөтә техник һорауҙарҙы хәл итеп, ошо көндәрҙә махсус ҡорамалдары менән ҡуйылған вышканы эшкә ебәрҙеләр. Бәйләнеш ҡәнәғәтләнерлек - тиҙ йөрөшлө, 4G. Шулай уҡ МТС компанияһы барлыҡ Толпар ауылы халҡына SIM-карта ла таратты. Ауыл ерендә ҡыҙыу бесән әҙерләү мәле булһа ла, толпарҙар бүләккә бирелгән “симка”ны алырға ашҡынып килеп еткәндәр. Һәр кем үҙҙәренең яҡындары менән бәйләнешкә сығып, элемтә нисек барыуын шунда уҡ тикшереп тә ҡараны.
Хәҙер Толпар ауылында заманса кәрәҙле бәйләнеш бар, тимәк был төбәктең күптәнге проблемаһы хәл ителде. Был инде бында йәшәүселәр, шулай уҡ туристар, ял итеүселәр һәм башҡалар өсөн дә уңайлы буласаҡ.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: