+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2021, 10:15

Изге эштәр сауаплы

Һуңғы йылдарҙа изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәүселәр бермә-бер күбәйҙе. Был йәмғиәте-беҙҙә дингә ҡараштың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуын күрһәтә.

Изге эштәр сауаплы
Изге эштәр сауаплы

Шундай миҫалдарға Ҡолҡан ауылында “Фәйзулла” мәсетендә дини байрамдарҙың һәр саҡ әҙәп һәм тәртип менән ойошторолоуын алырға булыр ине. Һәм бөгөн дә Ҡорбан байрамын ауыл халҡы мәсеттә тейешле шарттарға таянып, ауырыуҙарҙан һаҡланыу сараларын үтәп, ойошҡан рәүештә үткәрҙе.
Ҡорбан ғәйете намаҙынан һуң ҡорбан салынды. Ҡорбанды Ҡолҡан ауылы халҡы үҙе ойошторҙо. Һәр кем үҙ теләктәре менән мөмкинлегенә ҡарап аҡсалата өлөш индерҙе һәм йыйылған аҡсаға һарыҡ һатып алынды.
Мәсет имамы Ғәзиз хәҙрәт Хәйруллин доға уҡып ҡорбанды салды. Еңел һәм оҫта ҡуллы Фәйез Карамат улы менән дини ғәмәлдәрҙе дөрөҫ аңлаған Айҙар Һөйөндөков һарыҡты һуйып, өлөштәргә бүлделәр. Ауырып мәсеткә йөрөй алмаған оло кешеләргә өлөштәр әҙерләнде, байрам һуңында таратып бирелде.
Әйткәндәй, Ҡорбан байрамына ауылдың эшсән, егәрле ғаиләһе - Роза һәм Фәйез Басариевтар үҙҙәренең ҡорбанын да мәсеткә килтерҙе. Ҡорбандың бер өлөшөн Мәүлит байрамына ҡалдырып, аш бешерелде. Роза Мәхмүт ҡыҙының аш-һыуға оҫталығы, етеҙлеге һоҡландырҙы. Туҡмасын да ҡырҡҡан, яңы бәрәңгеһен дә килтергән. Фәйез Карамат улының ҡулы татлы, һарығы ла һимеҙ булды. Ҡорбан ашын һәр кем изге теләктәрен теләп ашаны.
Ҡорбанға һарыҡ биргән Мәүлетбикә Кәлимуллинаға ла рәхмәтле булдыҡ. Байрамға бер кем дә буш ҡул менән килмәгән. Хәйерҙәр ҙә тараттылар, сәй өҫтәленә ризыҡтарын да килтерҙеләр. Аш өҫтәле асыҡ һауала, мәсет урамында ойошторолдо.
Ҡолҡан ауылы халҡының берҙәмлеге, ойошҡанлығы ихтирам уятты. Балаларҙың да ихлас күңелләнеп йөрөүҙәре шатландырҙы. Белгән доға-сүрәләрен уҡып, бүләктәр ҙә алдылар. Улар өсөн айырым табын ойошторолоуы бигерәк тә мәртәбәле булды Емеш-еләк, тәмлекәстәр менән һыйландылар.
“Фәйзулла” мәсетендә Азат Фәйзулла улы ата-әсәһенең рухтарын шатландырып, Ҡорбан байрамын шулай матур ойошторған мәсеттең имам хатибы Ғәзиз хәҙрәткә, уның ярҙамсылары – ғаиләһенә, ауыл халҡына, ағинәйҙәргә, туғандарына рәхмәтен еткерҙе, мәсеттә киләсәктә эшләнәсәк эштәр, пландар менән таныштырҙы һәм мәсет ишегенең һәр саҡ шулай асыҡ булыуына, халыҡты йәлеп итеп тороуына ышаныс белдерҙе.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Изге эштәр сауаплы
Изге эштәр сауаплы
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: