+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2021, 18:00

Сират - сифат билдәһенә әйләнгәндә

Һуңғы осорҙа сауҙа нөктәләре күпләп арта барһа ла, һәр кем үҙенең күңеленә ятышлы һатыу үҙәктәрен хуп күрә. Красноусолдағы баҙар майҙанында урынлашҡан шәхси эшҡыуар Марс Хәйруллиндың ҙур булмаған “Хыял” (“Мечта”) аҙыҡ-түлек магазинынан һәр саҡ кеше өҙөлмәүе, йыш ҡына хатта сират хасил булыуын да күрергә була. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, хәҙерге ваҡытта сират – сифат билдәһе лә ул. Сөнки һатып алыусылар үҙенең күңеленә ятҡан урынға ғына килә, хатта сиратта торорға ла риза. Бында һатыусылар ҙа итәғәтле, көндәлек кәрәк аҙыҡ-түлек тә һәр саҡ һатыу кәштәһендә була.

Сират - сифат билдәһенә әйләнгәндә
Сират - сифат билдәһенә әйләнгәндә

Магазиндарға барып кергәндә әйбер һайларҙан алда иң тәүҙә һатыусыларға ҡараш ташлайһың. “Хыял” магазинын өс һатыусы хеҙмәтләндерә: Татьяна Хәйруллина, Гөлфирә Мөхийәнова, Миңзилә Сөләймәнова. Улар барыһы ла һатып алыусылар алдында үҙҙәренең асыҡ йөҙлө, итәғәтле булыуҙары менән абруй яулағандар.
Татьяна Алексеевна Хәйруллина тормош иптәше менән тауарға ла йөрөй, һатыусыларға ял кәрәк булғанда уларҙы алыштырып, эшләп тә тора. Ул үҙе Тула ҡалаһында тыуып үҫкән. Ошо уҡ ҡалала иҡтисад техникумын тамамлап, йүнәлтмә менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына “Машзавод”ҡа эшкә килә. Ошонда эшләп йөрөгәндә Марс Мөхәмәт улы менән осрашып, аралашып, күпмелер ваҡыт үткәс ғаилә ҡоралар. Ике ҡыҙ үҫтергәндәр.
- 1991 йылдан үҙебеҙҙе сауҙала һынап ҡарарға булып, иң тәүҙә Стәрленән йөрөп, кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән баҙар урамында һатыу итә торғайныҡ. 2004 йылда ошо магазинды төҙөп, аҙыҡ-түлек менән һатыу итә башланыҡ. Аҙаҡтан Красноусолда өй һалдыҡ. Минең бер туғандарым Дамир менән Марат (мәрхүм) Хәйруллиндар ҙа был йүнәлештә тәжрибәле эшҡыуарҙар. Хәҙер үҙ клиенттарыбыҙ бар. Ана бит, Родина ауылында йәшәүсе 84 йәшлек ата-йым Мөхәмәт Лотфулла улы ла аҙыҡ-түлекте ошо магазиндан килеп алып йөрөй, - тип ҡәнәғәт йылмая Марс Хәйруллин.
Миңзилә Сөләймәнова был магазинда асылғаны бирле һатыусы булып эшләй. Ул Стәрлетамаҡ сауҙа училищеһын тамамлаған. “Тик торорға ваҡыт юҡ, бында һәр саҡ кеше. Эш оҡшай. Өс көн эшләп, шунса уҡ ял итәбеҙ”, - ти ул.
Гөлфирә Мөхийәнова бер нисә йылға һуңғараҡ килһә лә, хәҙер уның да бында эшләүенә хәтһеҙ ваҡыт үтеп киткән. Ул да Стәрлетамаҡ сауҙа училищеһын тамамлаған. Алсаҡ йөҙлө, етеҙ Гөлфирә кемгә нимә тәҡдим итергә, хаҡтарҙы әйтә һалырға оҫта. Шуны ла әйтергә кәрәк, был һатыусылар һатып алыусылар менән русса ла, башҡортса ла аралашыуҙары менән дә үҙҙәренә тарта.
Заман талаптарының ҡатмарлы, эшҡыуарҙар араһында көнәркәшлектең юғары булыуына ҡарамаҫтан, был магазин халыҡ араһында хуплау тапҡан. Кәрәкле аҙыҡ-түлектән өҙөлмәгән, хаҡтар ҙа иҫ китерлек булмаған магазинда йылмайып, ихлас ҡаршы алып торған һатыусылар ҙа үҙҙәренә тарта бит. Уларҙы байрамдары менән ҡотлап, киләсәктә лә халыҡ мәнфәғәте өсөн арымай-талмай, үҙ һатып алыусыларығыҙҙы ҡәнәғәтләндереп, шатланып эшләргә яҙһын тип теләп ҡалабыҙ.

Сират - сифат билдәһенә әйләнгәндә
Сират - сифат билдәһенә әйләнгәндә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: