+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2021, 11:45

Хәл итәһе мәсьәләләр күп

23 июлдә район хакимиәтенең ултырыштар залында “Управдом” муниципаль форумы булып үтте, унда район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Афанасьев, баш инженеры Александр Васильевич Безовчук, Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Юлай Нәзиров, “Эко-сити төбәк операторы” ЯСЙ-енең Ғафури районы буйынса территориаль вәкиле – хәүефһеҙлек һәм территориялар менән эшләү идаралығы начальнигы Айҙар Әлмөхәмәтов, күп фатирлы йорттар старосталары һәм вәкилдәре ҡатнашты.

Хәл итәһе мәсьәләләр күп
Хәл итәһе мәсьәләләр күп

Был форум пандемия талаптарына ярашлы санитар-эпидемиологик шарттар теүәл үтәлеп уҙғарылды. Сараны Фуат Зәки улы алып барҙы.
Осрашыуҙа 2021-2022 йылғы йылытыу миҙгеленә әҙерлек, коммуналь хеҙмәттәргә түләү мәсьәләләре төп тема булып торҙо. “Тепловодоснабжение” МУП-ы етәкселеге йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре буйынса тулы мәғлүмәт менән сығыш яһап, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барылыуын әйтеп үтте. Шулай уҡ йылдың-йылы туҙыу сигенә еткән һыу үткәргес металл торбалар полипропиленға алыштырылыуын, канализация селтәрҙәре әҙерлеген дә барланылар. Идарасы компания булараҡ, предприятие ҡарамағындағы ике тиҫтәнән артыҡ күп фатирлы йортта йылылыҡ, һыу үткәргес селтәрҙәре узелдары, электр, вентиляция селтәрҙәре, ҡыйыҡтарҙы ремонтлау, йорттарҙың тышҡы күренешен күркәм итеп тотоу улар иңендә булыуы билдәләнде.
“Управдом” форумына йыйылыусылар Красноусол ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Юлай Нәзировтың үҙе менән таныштырыуын һәм бөгөнгө көндә ниндәй маҡсаттар, пландар менән эш итеүҙәрен дә һорап үттеләр. Юлай Мәүлимбирҙе улы барыһына ла ентекле һәм тулы яуап биреп, эшләнгән эштәр, башҡарыласаҡтары тураһында ла аңлатты.
Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр күп: урам бағаналарындағы яҡтыртыу лампаларының күп урында янмауы, Красноусол ауылы буйлап йөрөгән малдар, контейнерҙарҙы тейешле талаптарға тап килтереп урынлаштырып сығыу - былар барыһы ла үҙебеҙҙең уңайлы йәшәү өсөн кәрәк булыуын һөйләне ауыл биләмәһе башлығы.
Халыҡ исеменән ҡатнашҡан вәкилдәр Гагарин урамы, 54/1 йортта контейнерҙарҙы уңайлы урынға күсереү, эскәмйәләр ҡуйыу, Лубат биҫтәһенән Красноусолға килеү өсөн туҡталыш, Калмыков урамындағы, 13-сө йорт ихатаһында кәрәкһеҙ иҫке бәҙрәф соҡорон күмеү, сәскә ултыртыу өсөн тупраҡ килтереүҙәрен, машина ҡуйырға туҡталҡа, ошо уҡ урамдағы 11-се йорт ихатаһында яҡтылыҡ булмауы, тротуар кәрәклеге билдәләп үтелде. Шулай уҡ Табын ауылында Усолка, 1-ҙә газ үткәрергә кәрәк булыуы, Үҙәк урамдағы, 64-се йорт авария хәлендә булыуын әйтеп үтте урындағы халыҡ.
Был форумда йорт алды территорияларын, контейнерҙар майҙансығын алыштырыу, өҫтәмә контейнерҙар урынлаштырыу ҡаралды.
Күмәкләп уртаға һалып һөйләшкәндә бер фекергә килеүе еңелерәк, сираттағы йыйын да күп һорауҙарҙың әүҙем һәм берҙәм булғанда ғына хәл ителеүен күрһәтте.

Хәл итәһе мәсьәләләр күп
Хәл итәһе мәсьәләләр күп
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: