+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2021, 12:20

Туғандарҙың йыйылған сағы

Фәтҡотдин тоҡомдары нәҫел тамырҙарын барланы

Туғандарҙың йыйылған сағы
Туғандарҙың йыйылған сағы

Үҙ тарихын өйрәнмәгән, үҙ нәҫел тамырын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Ысынлап та, үткәнеңде белмәй тороп, киләсәкте күҙаллап булмай. Ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, 19 июндә Толпар ауылында төпләнеп һәм сит тарафтарҙа йәшәүсе Фәтҡотдин тоҡомдары бергә йыйылып, үҙ нәҫеле тамырҙарын барланы. Был республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылында үтеүе менән ҙур әһәмиәткә эйә сара булды.
“Фәтҡотдин тамырҙары” тигән байрамды үткәреү уйы менән Толпар ауылында тыуып-үҫеп, әле Табында ғүмер итеүсе Миләүшә Кәримова нисәмә йылдар янып йәшәй. Уның ниәте – Фәтҡотдиновтар нәҫелен - туғандарын йыйып, нәҫелде дауам итеүсе балаларын улар менән осраштырып, шәжәрәләре менән таныштырыу була. Кемелер 50 йыллап, араларында йәнтөйәктәренән сығып киткәндән бирле ҡайтмағандары ла бар. Толпар ауылында йәшәүсе Фәтҡотдиновтар нәҫеленән иң өлкәне – Фәррәх һәм уның энеһе Ғариф, тормош иптәштәре Миңнисара һәм Рәғиҙә менән байрам үткәреү хаҡында уртаға һалып һөйләшкәндән һуң, Миләүшәнең был изге башланғысы улар тарафынан хуплана һәм дәртләнеп ойоштороу эшенә тотоноп, ниһайәт, быйыл байрамды үткәрергә йөрьәт итәләр. Төрлө тарафтарға таралған туғандарын ҡунаҡҡа саҡыралар.
Халыҡ байрамға һыуһаған. Шуға ла барыһы ла яҡын кешеләрен күрергә шатланып, ашҡынып ҡайтты йәнтөйәктәренә. Байрам тәбиғәттең иң хозур, йәмле урыны - Һарыташ башында үткәрергә ҡарар ителгән. Бында сәхнә урынлаштырылған, өҫтәлдәр эшләп ҡуйылған.
Байрам үтәһе көндө иртә менән атай-олатайҙары рухына ҡорбан салалар, тирмә ҡоралар. Ә инде алыҫ араларҙы яҡын итеп байрамға ҡайтҡан бөтә ҡунаҡтарҙы ҡарауай, сәк-сәк, ҡорот, ҡаймаҡ һәм башҡа һый-ниғмәттән ауыҙ иттереп ҡаршы алалар. Барыһы бергә йыйылғас, мәңгелек йортҡа зыярат ҡылып, мәрхүм ата-бабаларын иҫкә алдылар, сәскәләр һалдылар. Әрүахтарҙың фатихаһын алғас, байрам үтәһе урынға йыйылдылар. Сара Белорет районы Әзекәй ауылының имам-хатибы Ғарифулла Мөхәмәтовтың, аҙан әйтеп, Ҡөрьән аяттары уҡып ишеттергәндән һуң, матур, изге теләктәре менән башланып китте. Байрамға фатиха бирелгәс, Толпар ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко барлыҡ йыйылыусыларҙы, йәғни Фәтҡотдин тоҡомдарын күркәм байрам уңайынан тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе, матур ял теләне. Өлфәт Кинйәбаев хәйер таратты. Фәтҡотдиновтарҙың нәҫел ағасы һәм туғандарҙы бер-береһе менән ауыл килене Миңнисара Фәтҡотдинова таныштырҙы. Сара йыр-моңдарға, дәртле бейеүҙәргә үрелеп барҙы. Һөнәрлеләр конкурстарҙа ҡатнашып, үҙ һөнәрен күрһәтте, етеҙҙәр, таҫылдар спорт бәйгеләрендә көс һынашты.
Өҫтәлдәр муллыҡтан һығылып тора ине. Фәймә Кинйәбаева, Сәриә Мөхәмәтова, Рәғиҙә Фәтҡотдинова, Миңлегөл Мөхәмәтова мул байрам табыны ҡороп, барыһын да ҡорбан ашы менән һыйланы.
Ғөмүмән, бик матур һәм күңелле үткән байрам үҙ маҡсатына иреште, тиергә була. Бер нисә быуын балалары бергә йыйылып, бер-береһе менән күрешеп, танышты, аралашты. Туғанлыҡты, нәҫелебеҙҙе онотмайыҡ, йышыраҡ осрашайыҡ, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәйек, тип таралышты Фәтҡотдин тоҡомдары был байрамдан.
Бик күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштороуға күп көс һалып үткәргән байрамды Миләүшә Кәримова үҙе үк алып барҙы. Байрам сараһы тамамланғас та туғандар таралышырға ашыҡманы. Туғандар менән осрашып, күрешеп күңелдәре булманы, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Байрамдан алған тәьҫораттар, кисерештәр һәр кемдең күңел түрендә бик оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.
Сарала ҡатнашыусылар туғандарҙы осраштырып күрештергәне өсөн Миләүшә Кәримоваға айырыуса рәхмәтле булды. Ә ул үҙ сиратында үҙенә байрамды ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙар: әсәйҙәре яғынан Фәтҡотдин нәҫеленән булған ағалы-энеле Илдар менән Илсур Мөхәмәтовтарға, Динар Шәриповҡа, Әлфир Рәхимовҡа (конкурс-ярыштар ойошторған), кейәүҙәре Марат Юнысовҡа, ҡорбан салдырыусы ағалы-энеле Замир һәм Данир Кәримовтарға, Айрат менән Айбулат Мөхәмәтовтарға, Иҙел һәм Фиҙел Кәримовтарға, Азат Фәтҡотдиновҡа, шулай уҡ байрамды ойоштороуҙа һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙып, әүҙемлек күрһәткән Ғариф Фәтҡотдиновҡа, Ғәбит Мөхәмәтовҡа һәм ғаиләләренә, Марс Кинйәбаев, Динар Фәтҡотдинов, Илһам Кәримов ғаиләләренә, Игенйылға ауылынан килгән Гөлбикә Сөнәғәт ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Туғандарҙың йыйылған сағы
Туғандарҙың йыйылған сағы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: