+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 14:55

Хеҙмәте менән хөрмәтле

Фельдшер-акушерлыҡ пунк-ты булған ауылдарҙа был йорттан кеше өҙөлмәй. Иртән кеше ҡан баҫымын үлсәтһенме, кәңәш һораһынмы - ошонда килә. “Игенйылға ауылының фельдшер-акушеры эшен икенсе белгескә тапшырып, был аҙнанан хаҡлы ялға китә”, - тигәс, эшләгән йылдары, ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә беҙ ҙә шунда йүнәлдек.

Хеҙмәте менән хөрмәтле
Хеҙмәте менән хөрмәтле

Тормошто матур эштәре, ҡылған ҡылыҡтары менән тағы ла йәмлерәк, гүзәлерәк иткән ҡатын-ҡыҙҙар була. Рәмзиә Сәләхова кешегә һәр саҡ итәғәтле, кеселекле, иғтибарлы, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы менән үҙе йәшәгән ерендә хөрмәт ҡаҙанған. Уның медицина буйынса дөйөм хеҙмәт стажы 40 йылға яҡын булһа, Игенйылғала 18 йыл эшләгән осорҙа үҙенең мөләйемлеге, йомшаҡ һүҙле булыуы, ошо йүнәлештә күп уҡыуы, эҙләнеүе менән үҙенә ҡарата абруй булдырған.
Игенйылға фельдшер-акушерлыҡ пунктына ошо һәм Цапаловка, Ҡыҙыл Дубровка ауылдары ҡарай. Бөтәһе 500-гә яҡын кеше булһа, йәй көндәре иҫәпһеҙ “дачниктар” ҙа өҫтәлә. Фельдшер-акушерлыҡ пунк-ты ҡасандыр кирбестән төҙөлгән, һәйбәт тороштағы йорт. Эскә кереү менән “Сәләмәтлек”, “Балалар мөйөшө”, “Туберкулезға ҡаршы”, “Эскелек, наркомания, тәмәке тартыуға ҡаршы” исемле стендтар күҙгә ташлана. Өҫтәлдә һаулыҡҡа ҡағылышлы төрлө журналдар ҙа урын алған.
- Беҙҙең ФАП-та барыһы ла бар. Интернет булыуы ла яҡшы, бөтә район дауаханаһы табиптары менән дә бәйләнеш тотоп эшләйбеҙ. Участка терапевыбыҙ - Гөлнара Ринат ҡыҙы Зәйнуллина. Амбулатор карталар, балаларҙыҡы айырым - барыһы ла бар. Эш өсөн барыһы ла булдырылған. Был йәһәттән баш табип А.Йәнешевҡа, уның урынбаҫары И.Фәйзуллинға, документ эштәрендә һәр саҡ ярҙам итеп торған өлкән шәфҡәт туташы Эльвира Ишбулдинаға рәхмәтлебеҙ. Да-уаханала С.Байгилдин кеүек һәйбәт белгестәр булыуы ла кеше һауылығы һағында ҙур ярҙам. Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров, ауылыбыҙҙың имамы Риф Абсаттаров менән бер төптән, ярҙамлашып эшләйбеҙ. Миңә тормошта һәйбәт кешеләр осрауы ярҙам итте. Беҙҙең эштә һәр саҡ белемде арттырып торорға кәрәк. Хәҙер гипертония менән ауырыусылар күбәйә, шуныһы уйға һала, - тип һөйләп үтте Рәмзиә Вәлиулла ҡыҙы.
Рәмзиә Сәләхова был ауылға эшкә килгәнсе Ташкент ҡалаһының интинсив терапея бүлегендә эшләй, һуңынан Өфө медицина колледжында уҡып, белемен камиллаштыра. Аҙаҡтан тормош иптәше Рәшит Шәрип улының тыуған ауылына ҡайтырға ҡарар итәләр. Ошо ауылда төпләнеп, өс балаларын тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер улар үҫеп, ике ҡыҙы Мәскәүҙә, улдары Красно-усолда йәшәй. “Медицина буйынса китаптар уҡырға яратам, иртән һәр саҡ намаҙ уҡыйым”, - ти ул.
2 августан ошо ауыл ҡыҙы Гөлдәриә Азамат ҡыҙы Солтанова тәжрибәле фельдшерҙың эшен алыштырасаҡ. Уға унан кәңәш һорап, белмәгәнен өйрәнергә була.
Бөгөн, Рәмзиә Вәлиулла ҡыҙы иртә менән эшкә килеп, үҙенең беренсе эш көнөн һәм бөгөнгөһөн уйлап ултырҙы. Үҙ эшен яратып, күңел биреп башҡарғанға ла үкенесле бер көнө лә юҡ. Уның кешеләргә: “Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”, - тип кенә әйткеһе килә.

Хеҙмәте менән хөрмәтле
Хеҙмәте менән хөрмәтле
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: