+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 10:46

Мәжит Ғафури тураһында иҫтәлектәр

Ябай етешһеҙлеккә риза булып йәшәү Ғафуриҙың тәбиғи йәшәйеше тип әйтергә лә була. Уның менән 5 йыл ут күрше булып йәшәү ваҡытында уның ғаилә, өй тормошонда бер ваҡытта ла күп кенә зыялы кешеләргә хас булған аристократия йәки мещанлыҡ, ҡупшылыҡ сифаттарын һис күрмәнем.

Яҙыусылар Мәжит Ғафури,  Хәбибулла Ибраһимов, Дауыт Юлтый.
Яҙыусылар Мәжит Ғафури, Хәбибулла Ибраһимов, Дауыт Юлтый.

Ул ашау-эсеү, кейем-һалым, өй йыһаздары һәм башҡа ғөрөф-ғәҙәттәрҙең барыһының да ябай булыуын теләй һәм уны тормошҡа яраштыра ине. Үҙе ғәйәт асыҡ һәм йомарт ҡуллы булып, үҙенән түбән тормошло йәки мохтаж кешеләргә һүҙ менән генә түгел, матди яҡтан да ярҙам күрһәтергә ихлас ине. Үҙе тыуып үҫкән яҡтан килеп торған ҡунаҡтарға ишек юлы бер ҙә ябылманы. Үҙенең хәл-әхүәлен һорашҡан кешеләргә бер ҡасан да зарланманы: "Тормошым яҡшы, артыҡ бай булмаһам да, мохтаж да түгелмен. Зөһрәкәй, ҡунаҡ килһә, йүгереп йөрөй," - тип һөйләй ине. Йәшәгән фатиры ҡулайлы түгел. Ҡыштың зәһәр һыуыҡтарында утын күп китә, әммә йылынмай. Утынды күпләп һатып алырға әмәл юҡ. “Кисә кистән ныҡлап яғырға утын булманы. Мәжит абыйығыҙ һыуыҡҡа күнеп бөткән инде ул, өҫтөндәге тунын, аяғындағы быймаһын сисмәй ятаҡҡа менеп ята. Ә мин яҡшы йоҡланым. Тормошта төрлө саҡтар була инде ул. Утын бөгөн юҡ икән, иртәгә булып ҡалыр,”- тип ныҡлыҡ һәм сабырлыҡ менән яуаплар ине. Һәр бер ҡыйынлыҡҡа түҙемле, барыһына ла ҡәнәғәт булды ул. Гәзит редакцияларында төнгә саҡлы эшләгән саҡтарында, ҡойоп ямғыр яуған, ҡайтыр юлы батҡаҡлы булһа: “Йоҡо яҫтыҡ теләмәҫ, - ти ҙә, сисенеп тә тормаҫтан берәр ҙурыраҡ эш өҫтәленә ятып йоҡлай ине. - Минең ҡайта алмауыма Зөһрәкәй борсолалыр инде, хәбәр итергә телефоны ла юҡ”. Уйнап-көлөп ултырыуҙарҙы бик ярата ине Мәжит абыйығыҙ. Спектакль, концерт, кино ҡарарға әүәҫ. Шәреҡ кисәләрендә, боронғоса һабантуйҙар уҙғарғанда ойоштороусыларға бик урынлы кәңәштәр әйтә. Оҙон көйҙәрҙе, саф тауыш менән йырланған йырҙарҙы (бигерәк тә боронғо йырҙарҙы), матур мәғәнәле декламацияларҙы ҙур диҡҡәт менән тыңлай. Бигерәк тә халыҡ әкиәттәрен үҙ итә. Әкиәтсе әбей-бабайҙарҙы күрһә, уларҙы үҙҙәренә алып ҡайтып һөйләтә, булғаны менән ҡунаҡ итә һәм бүләк биреп ҡайтара ине. Каникулға ҡайтып килгән студент һәм уҡыусыларға: “Боронғо халыҡ йырҙарын, йомаҡ, тапҡыр һүҙҙәрен нисек ишетәһегеҙ, шулай боҙмай, үҙгәртмәй яҙып алып килегеҙ,” - тип задание ла бирә. Ғөмүмән, ул тел байлығын һөйөргә һәм һаҡларға тырышыу-сы кеше булды. Тыуған ауылы Еҙем-Ҡаран халҡы ҡулланған һүҙҙәрҙе йыш ҡыҫтырып һөйләй ине ул. Ял көндәрендә Ағиҙел, Дим йылғалары буйына сығып, туғай-әрәмәләрҙә йөрөү, кәмәләрҙә йөҙөү, аҡландарҙа сәй ҡайнатып, аш бешереп, балыҡ ҡармаҡлап хозурланырға, дуҫтар менән гәпләшеп, уйын-көлкө һүҙҙәр һөйләп, йырлашып, ҡурай моңдарын тыңларға ярата ине. Аҙаҡ ошо саҡтар уның өсөн иң тәмле ял иткән көндәре булғанын ул хисләнеп иҫкә төшөрә ине. Уның өсөн иң ҡыҙыҡлы һәм иң хозур матурлыҡ үҙебеҙҙә, Башҡортостанда. “Уралдан матур тау, Ағиҙел менән Димдән матур йылға, Асылыкүлдән матур бер диңгеҙ юҡ, - тип йыш әйтә ине, - Дим һәм Асылыкүл буйҙарына сығып, ауылдарында ҡымыҙ эсеп утырыуҙан да күңелгә шатлыҡ, тәнгә шифа була торған бер генә сәйәхәт юҡ. Ҡырымың ситтә торһон. Минең өсөн улар Ҡара диңгеҙ буйҙары, Ҡырым сәхрәләренә ҡарағанда мең мәртәбә файҙалы һәм шифалы”. Мин уның менән бергә ике тапҡыр Дим буйындағы Суҡраҡлы, Әлебай, Биғуш, Яппар, Ҡаҙанғол ауылдарында, Асылыкүл буйы Буранғол ауылында ҡымыҙҙа булдым. Беренсеһе 1925 йылдың йәйендә ине. Ял итеү менән бергә беҙ Буранғолда булып, Сафура инәй менән Арыҫлан бабайҙарҙан “Заятүләк менән Һыуһылыу” дастанының бер вариантын да яҙып алған инек. Икенсеһе 1927 йыл икебеҙҙең дә отпуск алған көндәрҙә ине. Беҙҙең менән бергә Дауыт Юлтый, Ғариф Ғүмәров, Әхәт Вилданов, Зөфәр Сатлыҡов та (һуңғыһы Зәки Вәлидиҙең ике туған туғаны, сығышы менән Үтәктән - Раҡаев Р.Ә иҫкәрмәһе) бар ине. Дим буйындағы Әлебай ауылына йүнәлдек, сөнки иң тәмле ҡымыҙ, Ғафури әйтмәксе, бында ғына. Ауылда иң оҫта ҡымыҙсы Латиф Исламғоловтың инәйе Сәмиға инәй икәнен Ғафури күптән белгәнлектән, туп-тура уның өйөнә барҙыҡ. Күптән көтөп алған ҡунаҡтай асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы беҙҙе инәй. Өй ҡаршыһындағы ҡылғанлы тау башына кейеҙ һәм балаҫтар йәйеп ебәрҙе, ҙур силәктән ижау менән туҫтаҡ тултырып ҡымыҙ һалып, ашъяулыҡҡа икмәктәрен киҫеп, беҙҙе түңәрәкләтеп утыртты ла: “Инде, Мәжит ҡустым, бер йырыңды йырлап, ҡунаҡты асып ебәр,"- тип уға ҡараны. Ғафури ҙа күп ҡыҫтатып торманы: “Йырла ғына тигәс, әй, йырлайым, берҙе генә түгел, икене,” - тип һуҙып та ебәрҙе. Бер аҙ ултыра төшкәс, кәйефле генә: “Һай, Сәмиғә инәй, был ҡымыҙың торғаны бала ҡорттың балғынаһы икән шул!” - тип мыйыҡ һыпырып ҡуйҙы. Ҡурайсы Килдебайҙы ла саҡырып алдыҡ. Силәктәге ҡымыҙ аҙая башлағас, Латифтың ҡатыны йәнә бер силәк алып килде: “Был ҡымыҙҙы ҡәйнәм яңы һаумалыҡ ҡушып, бик оҙаҡ бешеп, үҙе ҡойҙо,” - тине. Дауыт Юлтый менән Ғафури ярыша-ярыша һүҙ һөйләй башланылар. - Йә, Мәжит ағай, әйт әле, һин ҡайһы ауылды, ҡаланы, тау һәм урманды, ниндәй ҡымыҙсыны иң шәбе тип һанайһың? - тип мут йылмая Дауыт Юлтый. - Ауылдарҙан иң матуры - минең тыуып үҫкән Еҙем-Ҡараным, ҡалаларҙан - Өфөм, тауҙарҙан - Урал тауым, уның урман һәм аҡландары, һыуҙарҙан - Димем һәм Ағиҙелем, Асылыкүлем! Ә Сәмиғә инәйҙең ҡымыҙына, ошо табала ҡыҙҙырылған Дим йылғаһының йәйененә еткәне бармы икән?! -Ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙы иң матуры шутлайһың? - Әлбиттә, инәйем һәм Зөһрәкәйемде. Улар икеһе минең йөрәк киҫәктәрем. - Ә был донъяла һылыу һәм һөйкөмлө Зөһрә бер һиндә генәме ни? Ә Таһирҙың Зөһрәһе? - Эй, Дауыт ҡустым, ул бит хыялы тасуир менән матурланған Зөһрә, Ләйлә, Зөләйхалар. Беребеҙ икенсебеҙҙе уҙып биҙәкләп, шулай матурлап яҙған. Ысын тормоштағы йәшәгәндәргә етәме ни. Һинең Фатимаң уларҙан кәмме ни? Мәжит ағай шунан төрлө көлкөләр һөйләй башлай: ҡәйнә менән килен, бай менән ялсы, 2 бажа, мулла менән мужик, ғашиҡ менән мәғшүк араһындағы булып үткән хәҙисәләрҙе эс ҡатҡансы көлөп тыңлайбыҙ. 19 быуат шағире Ҡәйүм Насыриҙың, 18 быуатта йәшәгән суфый Аллаярҙың үҙ дәүерендәге шиғырҙарын уҡый ине: “Булыр ирмен тигән шул - вәғәҙәһе төҙөк, әгәр төҙ булмаһа, унан өмөтөңде өҙ”. Был көндәрҙән һуң күп йылдар үтте, әммә һаман да Ғафуриҙың шулай мине яҡын кешеһе итеп юлдашлыҡҡа алғанына һөйөнөп бөтә алмайым. Хажиәхмәт ӘМИРОВ. Яңғыҙҡайын, 1927 йыл.Баҫмаға бер аҙ стилен үҙгәртеп, Үтәк мәктәбе музейы етәксеһе Рауил Раҡаев әҙерләне.

Мәжит Ғафури тураһында иҫтәлектәр
Мәжит Ғафури тураһында иҫтәлектәр

Автор хаҡында белешмә: 

Хажиәхмәт Шәмсетдин улы Әмиров 1890 йылда Яңғыҙҡайын ауылында тыуа. Хеҙмәт юлын 1909 йылда Исмаҡай алтын приискыһында уҡытыусы булып башлай. 1918 йылдың апрелендә Белоретҡа барып, В.К.Блюхер армияһына яҙыла. 1919 йылдың ноябренән 1924 йылға ҡәҙәр Юрматы, Стәрле кантондарында мәғариф бүлеге мөдире. 1924-1929 йылдарҙа - БашЦИКта өлкән инструктор, 1929-1934 йылдар - республиканың крайҙы өйрәнеү музейы директоры. Ситтән тороп ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1934-1937 йылдар - Өфө ауыл хужалығы техникумы директоры. 1937 йылда репрессияға эләгеп, Беломор каналы төҙөлөшөнә ебәрелә. 10 йылдан иреккә сығарыла. 1923 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1931 һәм 1936 йылдарҙа ике мәртәбә Н.К.Крупская менән осраша һәм уның ҡабул итеүендә була. Вафаты 1981 йыл. Ҡыҙы Ләлә Иҙрисова (ире фамилияһы) оҙаҡ йылдар Башҡортостандың юстиция министры булып эшләй (Тамара Әмирова, “Йылдар менән йылдар осрашҡанда", 11-12 биттәр). 

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: